Мәғариф
26 Августа , 04:15

Мәктәптәр яңы уҡыу йылына тулыһынса әҙер

Тиҙҙән республиканың белем биреү учреждениелары ишектәрен асып, ярты миллиондан ашыу уҡыусыны ҡаршы аласаҡ. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Мәктәптәр яңы уҡыу йылына тулыһынса әҙерМәктәптәр яңы уҡыу йылына тулыһынса әҙер
Мәктәптәр яңы уҡыу йылына тулыһынса әҙер

Быйылғы уҡыу йылында Башҡортостан мәктәптәрендә 502 мең бала белем алырға йыйына, уларҙың 41 меңе – беренсе тапҡыр парта артына ултырыусылар. Шулай уҡ колледждарға 119 мең студент йыйыла, шуларҙың 33 меңе – яңы ҡабул ителгәндәр.

Был хаҡта республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, мәктәптәрҙең матди-техник базаһын яңыртыу дауам итә: һуңғы биш йылда 217 мәктәптә капиталь ремонт үткәрелгән, ә быйыл 879 уҡыу йорто яңы ҡорамалдар менән тәьмин ителгән. Дәреслектәр һатып алыуға 1,2 миллиард һум аҡса бүленгән.

Уҡыу процесындағы үҙгәрештәр
Яңы уҡыу йылы бер нисә яңылыҡ менән иҫтә ҡаласаҡ. Мәктәптәрҙә тәртип өсөн билдәләр ҡуйыла башлаясаҡ, «Рәсәйҙең рухи-әхлаҡи мәҙәниәте» тигән яңы предмет индерелә. Бынан тыш, тарих дәрестәренең күләме арта, ә өлкән класс уҡыусылары информатика дәрестәрендә нейроселтәрҙәр һәм яһалма зиһен технологиялары менән танышасаҡ.

Хәүефһеҙлек – беренсе урында
Министр билдәләүенсә, уҡыу йорттарында янғын хәүефһеҙлеге һәм террорға ҡаршы һаҡлау саралары көсәйтелгән. Шулай уҡ 56 меңдән ашыу баланы йөрөтөүсе 1633 мәктәп автобусы техник тикшереү үткән.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына мәктәптәр тирәһендәге юл хәүефһеҙлегенә айырым иғтибар бүлергә ҡушты.
«Белем көнө – ҙур байрам. Мәктәптәр янындағы юлдарҙа светофорҙар, тейешле билдәләр булырға тейеш. Әлегә етешһеҙлектәрҙе төҙәтергә ваҡыт бар, барыһы ла юғары кимәлдә ойошторолһон», – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас