Мәғариф
27 Августа , 12:20

Уҡытыусылар балаларын сиратһыҙ балалар баҡсаһына бирә ала

Башҡортостанда уҡытыусыларҙың һәм тәрбиәселәрҙең балаларын балалар баҡсаларына өҫтөнлөклө тәртиптә ҡабул итәсәктәр. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Уҡытыусылар балаларын сиратһыҙ балалар баҡсаһына бирә алаУҡытыусылар балаларын сиратһыҙ балалар баҡсаһына бирә ала
Уҡытыусылар балаларын сиратһыҙ балалар баҡсаһына бирә ала

Был хаҡта республика башлығының «Педагогик һөнәрҙең абруйын күтәреү тураһында» указында әйтелә. 26 августа баҫылған документта педагогтарҙың статусын һәм профессиональ кимәлен яҡлауҙың өҫтәмә саралары һанап кителгән.

Республикала шулай уҡ уҡытыусыларҙың өҙлөкһөҙ һөнәри үҫеш, шул иҫәптән өҫтәмә һөнәри белем алыу системаһы булдырыласаҡ. Был эште координациялау БР мәғариф министрлығына йөкмәтелде.

Йәш уҡытыусыларға эшенең беренсе йылында остаздар ярҙам итәсәк. Бюджет иҫәбенә булдырылған электрон белем биреү ресурстары уҡытыусылар өсөн бушлай буласаҡ. Был онлайн-китапханаларға, электрон уҡытыу-методик материалдарға һ.б. ҡағыла. Бынан тыш, уҡытыусылар республика һәм муниципаль музейҙарға бушлай йөрөй аласаҡ.

Республика Башлығы хакимиәте Дәүләт Йыйылышына педагогтар өсөн яңы дәүләт наградаһы тураһында закон проектын индерәсәк. Башҡортостан Хөкүмәтенә 2030 йылға тиклем уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү буйынса юл картаһын әҙерләргә ҡушылды. Сараларҙы «башҡарыусылар сметаһы һәм бюджеттан тыш сығанаҡтар иҫәбенә» финанслау тәҡдим ителә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас