

Уларҙың берәүһе беҙҙең районға — Хәлил урта мәктәбе өлөшөнә тура килде.
Республикала 56532 уҡыусы мәктәп автобусы менән файҙалана. Күрше ауылдарҙан мәктәпкә йәйәү йөрөп уҡыу үткән замандарҙа тороп ҡалды. Хатта ҡалаларҙа, район үҙәктәрендә мәктәптән йыраҡ урынлашҡан биҫтәләрҙә йәшәүсе балаларҙы белем биреү ойошмаһына автобус менән ташыу механизмы күптән яйға һалынды. Уҡыусылар элекке һымаҡ дәрескә һуңламай, арып-талып килмәй, мәктәптең өйҙән алыҫ булыуы өлгәш сифатында сағылмай. Ата-әсәләрҙең дә балалары өсөн йөрәге тыныс.
Башҡортостан буйынса мәктәп уҡыусыларын өйҙән мәктәпкә һәм, дәрестәр тамамланғас, кире маршрут буйынса 1567 мәктәп автобусы йөрөтә. Былтыр муниципаль берәмектәргә федераль (196 берәмек) һәм төбәк (11 берәмек) бюджеттары иҫәбенә һатып алынған 207 яңы мәктәп автобусы тапшырылды. Шул иҫәптән алты автобус Әбйәлил районына, атап әйткәндә, бишәүһе «Хазина» күп профилле полилингваль мәктәбенә һәм 32 урынлыҡ дизелле автобус Буранғол урта мәктәбенә бирелде. Быйыл иһә республика мәктәптәренең техника паркы федераль бюджет сараларына алынасаҡ — 59 һәм төбәк ҡаҙнаһы иҫәбенә 10 мәктәп автобусы менән тулылана. Һуңғылары август кәңәшмәһе сиктәрендә тантаналы шарттарҙа хужаларына тапшырылды ла инде. Улар республиканың ете районында урынлашҡан белем биреү учреждениеларына һәм баш ҡаланың 147-се мәктәбенә бүленде.
Хөсәйен, Ишбулды ауылдары балалары Хәлил урта мәктәбендә уҡый. Быға тиклем уҡыусыларҙы 16 урынлыҡ «Газель» йөрөткән. Мәғариф министрлығы һәм ЮХХДИ-ның методик күрһәтмәләренә ярашлы, балалар төркөмөн ташыуҙы ойоштороуҙа эшләгән автобустар һәр ун йыл һайын яңыртылып торорға тейеш. Хәлил мәктәбенең микроавтобусы ла 13 йыл файҙаланыуҙа булған. Шул сәбәптән һәм ағымдағы яңы уҡыу йылынан Ишбулды филиалы эшмәкәрлеген туҡтатыуға бәйле, ҙур яңы автобус алыуға заявка биргәндәр. Мәғлүмәт өсөн: уҡыусылар һаны кәмеү сәбәпле, һуңғы йылдарҙа Ишбулды урта мәктәбе 9 йыллыҡҡа ҡалдырылһа, быйылдан 1-се кластан башлап балалар күрше ауылда белем аласаҡ. Был 30 баланы автобус менән тәьмин итеү кәрәк тигән һүҙ. Яңы бирелгән ПАЗ автобус был мәсьәләне хәл итәсәк. Автобус бөтә хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирә, хәүефһеҙлек ҡайыштары менән йыһазландырылған, ТАХОГРАФ һәм ГЛОНАСС/GPS спутник навигацияһы аппаратураһы менән йыһазландырылған.
— Беҙ Рәсәй Мәғариф министрлығына, министр Сергей Кравцовҡа бик рәхмәтлебеҙ. Сөнки паркты яңыртыу даими бара. Быны үҙегеҙ ҙә тояһығыҙ. Был автобустарҙы беҙ республика бюджеты сараларына алдыҡ, тағы ла федераль бюджет буйынса 59 автобус килеүен көтәбеҙ. Балалар яҡшы, яңы, заманса автобустарҙа йөрөргә тейеш. Мәктәп автобустары водителдәренә ҙур рәхмәт. Һеҙҙең эшегеҙ балаларыбыҙҙың именлеге өсөн яуаплы, — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Радий Фәрит улы ҡулынан асҡысты мәктәп директоры Эльза Әлибаева менән водитель Вәкил Моталов алды. Вәкил Зәбир улы 37 йыллыҡ водитель стажына эйә. «Мәктәп автобусы» программаһы буйынса Хәлил урта мәктәбенә беренсе автобус бирелгән мәлдән — 22 йыл балалар ташыуҙа эшләй. Тәжрибәле водитель райондың 2025 йылды йомғаҡлау тантанаһында һөнәре буйынса иң яҡшыһы номинацияһында бүләкләнде. Артабан да имен-аман эшләргә яҙһын, тәгәрмәстәр юлдан айырылмаһын, балаларҙы мәктәпкә илткән юлдар хәүефһеҙ булһын!
Г. Фәтхуллина.