

2027 йылда Башҡортостанда «Профессионалитет» федераль проекты (федеральный проект “Профессионалитет”) сиктәрендә тағы ла һигеҙ яңы белем биреү кластеры ишектәрен асасаҡ. Был күрһәткес буйынса беҙ илдә беренсе урында торабыҙ.
Был хаҡта Рәсәй вице-премьеры Дмитрий Чернышенко белдерҙе.
Проекттың төп маҡсаты — колледждар менән предприятиелар араһындағы бәйләнеште нығытыу. Нәҡ ошо хеҙмәттәшлек йәштәргә заманса һөнәрҙәрҙе тиҙерәк һәм сифатлыраҡ үҙләштерергә, ә эш биреүселәргә үҙҙәренә кәрәкле белгестәрҙе әҙерләргә мөмкинлек бирә, ти Д. Чернышенко.
Статистикаға күҙ һалһаҡ, киләһе йылда Рәсәйҙең 42 төбәгендә 95 яңы кластер барлыҡҡа киләсәк. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса, проектҡа йөҙләгән колледж һәм алдынғы предприятиелар ҡушыла. 2030 йылға илебеҙҙең бөтә урта һөнәри белем биреү йорттарын ошо яңы форматҡа күсереү планлаштырыла.
Рәсәй Мәғариф министры Сергей Кравцов билдәләүенсә, «Профессионалитет» — ул иҡтисадтың реаль секторы менән тығыҙ бәйләнгән һығылмалы система. Ул йәштәрҙең хыялдарын тормошҡа ашырыу өсөн киң мөмкинлектәр аса.
Башҡортостан был йүнәлештә ҙур уңыштарға өлгәште. Республика Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров билдәләүенсә, төбәктә кластерҙар һаны йылдан-йыл арта, ә уларға йәлеп ителгән инвестициялар күләме миллиард һумдар менән иҫәпләнә. Әгәр элек беҙҙә биш кластер эшләһә, хәҙер уларҙың һаны 19-ға етте.
«Профессионалитет» — ул ябай ғына уҡыу программаһы түгел, ә кадрҙар әҙерләүҙең яңы моделе. Уның төп үҙенсәлеге — теориянан бигерәк, практикаға баҫым яһау һәм эш