

Рәсәйҙең Мәғариф министры Сергей Кравцов белдереүенсә, был проект уҡыу процесын тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ һәм замансараҡ итергә тейеш.
Нисек эшләйәсәк?
Телевидение аша уҡыусыларға тәнәфес ваҡытында һәм дәрестәрҙән һуң махсус белем биреү фильмдары, файҙалы видеороликтар күрһәтеләсәк. Был контент балалар өсөн аңлайышлы һәм ҡыҙыҡлы итеп төҙөләсәк. Төп маҡсат — мәктәптәрҙә берҙәм медиа мөхит булдырыу һәм уҡыусыларға мәғлүмәтте визуаль форматта еткереү.
Проекттың киләсәге
Әлегә проект 15 төбәктә пилот форматында һынала. Мәҫәлән, Мәскәү өлкәһендә был тәжрибә инде башланған да. Әгәр һынау уңышлы үтһә, 2027 йылға илдең бөтә мәктәптәре лә үҙ телевидениеһына эйә буласаҡ.
Был яңылыҡ — Мәғариф министрлығының мәктәп тормошон заман талаптарына яраҡлаштырыу буйынса алып барған эштәренең бер өлөшө генә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда министрлыҡ башланғыс синыфтарҙа яһалма интеллектты ҡулланыу буйынса тәҡдимдәр индергәйне, шулай уҡ балалар баҡсалары өсөн уйынсыҡтарҙың берҙәм исемлеген төҙөү эше бара.
Күрәһең, мәктәптәрҙәге был яңылыҡ уҡыусылар өсөн мәғлүмәт алыуҙы тағы ла еңелерәк һәм замансараҡ итәсәк.