Мәғариф
14 Октября , 06:11

Һөнәри белемгә ихтыяж ҙур

Республикала урта һөнәри белем биреү системаһы яңы үҫеш кимәленә сыға. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Добавить в предпочтительные источники Google
Һөнәри белемгә ихтыяж ҙурҺөнәри белемгә ихтыяж ҙур
Һөнәри белемгә ихтыяж ҙур

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, быйылғы ҡабул итеү кампанияһы юғары күрһәткестәр менән тамамланған.

Мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин хәбәр итеүенсә, иҡтисадтың төп тармаҡтарын квалификациялы кадрҙар менән тәьмин итеү маҡсатында, бюджет урындары һаны 2 меңгә арттырылып, 24 меңдән ашыуға еткерелгән. Дөйөм алғанда, республика колледждарына 35 меңдән ашыу студент ҡабул ителгән. Был һанға беҙҙең төбәк йәштәре генә түгел, күрше төбәктәрҙән килгән абитуриенттар ҙа инә.

Бөгөн йәштәр араһында техник йүнәлештәр өҫтөнлөк итә. Нефть-газ, химия сәнәғәте, ИТ-тармаҡ, машиналар эшләү һәм энергетика кеүек өлкәләрҙә уҡырға теләүселәр күп. Шулай уҡ медицина, хоҡуҡ һәм мәғариф йүнәлештәре лә үҙенең актуаллеген юғалтмай.

Колледждарҙағы уңыштар «Профессионалитет» федераль проекты (федеральный проект «Профессионалитет) менән тығыҙ бәйле. Республикала 27 кластер булдырылған, уларҙа заманса лабораториялар һәм яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған уҡыу мөхите булдырылған. Был студенттарға уҡыуҙы тамамлағандан һуң шунда уҡ эшкә урынлашырға мөмкинлек бирә.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә айырым иғтибар бүленә. Беренсе сиратта уҡыу йорттарына 2,5 меңдән ашыу кеше ҡабул ителгән, улар араһында хәрбиҙәрҙең балалары һәм үҙҙәре лә бар. Бынан тыш, бюджет урындары булмаған осраҡта, уҡыу хаҡын ҡаплау өсөн махсус сертификаттар системаһы эшләй. 962 студент инде ошо ярҙам менән файҙаланған.

Башҡортостан колледждары бөгөн ябай уҡыу йорто ғына түгел, ә иҡтисадтың киләсәген билдәләүсе төп үҙәктәргә әүерелә. Йәштәрҙең һөнәри белемгә ынтылыуы – республикабыҙҙың иртәгәһе көнө өсөн ышаныслы нигеҙ.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас