

Республиканың Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфө вуз-ара кампусы резиденты М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында яңыртылған кабинеттар һәм лабораториялар асылды. Мәғариф инфраструктураһын яңыртыу «Йәштәр һәм балалар» милли проекты (национальный проект «Молодёжь и дети») ярҙамында үткәрелде.
Быйыл уҡыу кабинеттарын ремонтлауға һәм яңы ҡорамалдар һатып алыуға Аҡмулла университетына федераль бюджеттан 49,5 миллион һум бүленгән, йәнә 1 миллион һумды юғары уҡыу йорто үҙ средстволарынан бүлгән.
Тәбиғи-география факультетында биология кабинеты булдырылған һәм сымһыҙ мультидатчиктар, һанлы микроскоптар һәм биологик моделдәр менән йыһазландырылған. Химия лабораторияһы тулыһынса яңыртылған: бында капиталь ремонт үткәрелгән, спектрофотометр һәм газ анализаторы ҡуйылған. Физика, математика, һанлы һәм нанотехнологиялар институтында өс профилле аудитория яңырыу кисергән, художество-графика факультетында тағы бер аудитория 11 эш урыны һәм интерактив дисплейҙар менән йыһазландырылған.
– Юғары уҡыу йортонда кабинеттарҙы яңыртыу – ул мәктәп мәғарифын инвестициялау тигән һүҙ. Студент-педагог заманса ҡорамалдар ҡулланып уҡып, артабан үҙе мәктәпкә алып барасаҡ методиканы формалаштыра. Башҡортостанда кадрҙар әҙерләү системаһы заман талаптарына яуап бирһен өсөн бөтә кимәлдәге инфраструктураны эҙмә-эҙлекле яңыртабыҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостандың Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина.
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите сайты