Мәғариф
22 Октября , 06:36

Йыл аҙағына өс мәктәп асыласаҡ

Башҡортостанда 2026 йылдың аҙағына 3675 урынлыҡ өс заманса дөйөм белем биреү мәктәбе файҙаланыуға тапшырыласаҡ. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Добавить в предпочтительные источники Google
Йыл аҙағына өс мәктәп асыласаҡЙыл аҙағына өс мәктәп асыласаҡ
Йыл аҙағына өс мәктәп асыласаҡ

Республика Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев яңы белем биреү объекттарын төҙөү барышын тикшерҙе.

Ул билдәләүенсә, мәғариф инфраструктураһын үҫтереү ҡатмарлы иҡтисади шарттарҙа ла республиканың өҫтөнлөклө йүнәлеше бәлып ҡала.

Нефтекаманың 14-се биҫтәһендәге мәктәп 90 процентҡа әҙер. Бөгөнгө көндә 26,7 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанлы биш ҡатлы бинала биҙәү эштәре һәм эске коммуникацияларҙы монтажлау тамамлана. Яҡындағы территорияла иркен спорт майҙансығы булдырылған, унда яһалма япмалы футбол майҙаны, волейбол һәм баскетбол майҙансыҡтары, йүгереү юлдары һәм балалар өсөн уйын ҡаласыҡтары төҙөлгән.

Өфөнөң Ленин районындағы төҙөлөүсе мәктәп асыуға әҙер тиерлек. Объектта төҙөлөш-монтаж эштәре тамамланған, уҡыу кластары һәм спорт залдары махсус ҡорамалдар менән комплектлана.

Өфөнөң Дим районындағы мәктәптең әҙерлеге 70,38 процент тәшкил итә. Фасад эштәре тамамлана, эске биҙәү эштәре һәм инженер селтәрҙәре монтажлау дауам итә. Инспекция барышында Урал Килсенбаев генераль подрядсының иғтибарын графиктан артта ҡалыуға юл ҡуймауға йүнәлтте һәм мәктәпте билдәләнгән ваҡытта — ағымдағы йыл аҙағына тиклем сафҡа индереүҙе тәьмин итеү өсөн өҫтәмә эшселәр бригадаларын мобилизациялауҙы йөкмәтте.

Яңы белем биреү учреждениелары «Мәғарифты үҫтереү» дәүләт программаһы (государственная программа «Развитие образования») сиктәрендә төҙөлә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас