+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
24 Октябрь 2023, 16:55

Бәхил бул, Кусим!

Әбйәлил ҙур юғалтыу кисерҙе.  Бөгөн  район халҡы талантлы музыкант Артур Кусимовты һуңғы юлға оҙатты.

Бәхил бул, Кусим!
Бәхил бул, Кусим!

Район мәҙәниәт һарайында уҙған бәхилләшеү сараһында мәрхүмдең туғандары һәм яҡындары, район етәкселеге, сәскәләр тотоп хушлашырға килгән ауылдаштары һәм райондаштарынан тыш, Артурҙың ижадташ дуҫтары һәм яратҡан тамашасылары ла ҡатнашты.

Һуңғы йылдарҙа Ҡазан ҡалаһында йәшәп ижад иткән, әсәһе Зөлфиә Фәрит ҡыҙы менән һеңлеһе Азалияны ла үҙенең янына күсереп алған талантлы яҡташыбыҙ, музыкант, популяр йырсы, композитор, аражировщик, саундпродюсер Артур Кусимовтың 22 октябрҙә донъялыҡтан китеп барыуы тураһындағы ауыр хәбәре таралды. Медицина ҡарарына ярашлы, ҡапыл йөрәгенең туҡтауы үлеменә сәбәпсе булған. Уға ни бары 31 йәш ине.

Артур 1993 йылдың 2 июлендә Асҡар ауылында тыуған. Асҡар урта мәктәбендә 2 класс тамамлағандан һуң Сибай сәнғәт гимназияһында уҡый. 2008 йылда З. Исмәғилев исемендәге  музыкаль лицейҙы тамамлай. Артабан Мәскәүҙә Суворов исемендәге хәрби-музыкаль училищела уҡый. Уҡыған йылдарында төрлө наградаларға лайыҡ була, Ҡыҙыл майҙандағы Еңеү парадтарында ҡатнаша.

2015-2020 йылдарҙа ”Элвин Грей” лейблы аҫтында Радик Юлъяҡшин командаһында эшләй. Һуңғы ваҡытта ул үҙенең проекты өҫтөндә шөғөлләнә, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны тамамлап өлгөрмәй... Музыкаль донъяла ул Кусим псевдонимы менән билдәле булды.

– Яҡташыбыҙ ҡыҫҡа ғына ғүмерендә үҙенең исемен бөтә республикаға, күрше төбәктәргә танытырға өлгөрҙө. Районыбыҙҙы сит яҡтарҙа данлап йөрөгән тырыш егет ине. Ауыр тупрағың еңел, урының ожмахта булһын, Артур!  – тине хушлашыу митингыһында социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫар Вадим Ғафаров. Вадим Фәнил улы Әбйәлил башлығы Илдар Нафиҡов исеменән ғәзиз әсәһенең, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.

Артур Кусимовты Ҡазан ҡалаһынан тыуған ауылына тиклем һуңғы юлында оҙатып килгән дуҫтары ла байтаҡ ине. Шуларҙың береһе – Башҡортостан һәм Татарстан республикаларының атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин һүҙ алды:

– Артурға бик ҙур рәхмәтемде бедергем килә. Яғымлы, яҡты кеше булды. Ҡыйын мәлдәрҙә лә йылмайып йәшәне, бер кем менән дә әрләшмәне, һүҙгә килешмәне. Рәхмәт ата-әсәһенә, шундай ул үҫтергәндәре өсөн. Беҙҙең командала ҙур эш башҡарҙы. Ҡулынан бөтә эш килде уның, бик талантлы ине. Рәхмәт һиңә, Артур, һин беҙҙең йөрәктә!

 Мәрхүмдең туғандарынан Дамир Мирхәйҙәров уның туғандарына ҡарата йылы, эскерһеҙ мөнәсәбәтен иҫкә алды: “Яңыраҡ беҙгә килеп киткәнендә ҡоймаҡлап сәй эстек. Һуңынан ул интернет селтәрендә: “Иң тәмле ҡоймаҡтар – инәйемдеке” тип яҙып фото һалған.  Ошо юлдарға уның кешелеклелек сифаттары һыйған. Улым, йәнең ожмахта булырына ышанабыҙ, унда ла әрүахтарҙы ҡыуандырырһың, тип уйлайым”, – тине ул.

Артабан һүҙ алған яҡындарының барыһы ла  мәрхүм тураһында тик йылы һүҙҙәр әйтте. Уның туған йәнлелеге, тартып тороуы, ябайлығы, олоһона ла, кесеһенә лә кеселекле булыуы тураһында  иҫкә алдылар. Ул, ҡусты тейешле егеттең ғүмер ебенең иртә өҙөлөүе өлкән йәштәге ир-уҙамандарҙы ла һыҡтарға мәжбүр итте.

Дуҫтарының күплеге хайран ҡалдырҙы. Шул  иҫәптән йәш йондоҙҙар күп килгәйне. Һәр береһе һүҙ алып сәнғәт донъяһына юл ярған саҡта Артур ағайҙың ярҙамын тойҙоҡ тип рәхмәт белдерҙе.

– Йәш әртистәргә ҙур терәк булдыул. Барыһын да аңлата торғайны, унан күп нәмәләргә өйрәндем. Видеобәйләнеш аша йыш аралаштыҡ, – тине  йәш йырсы Арслан Тимеров.

– Беҙ Артур менән 10 йыл самаһы танышбыҙ. Ижад юлыбыҙҙы Мәскәүҙә, “Заман” төркөмөндә бергә башланыҡ. Хәтеремдә ул ихлас йылмайыуы менән тороп ҡаласаҡ. Үҙе артынан музыка рәүешендә ҙур мираҫ ҡалдырғаны өсөн бик шатмын. Мине бергәләп эшләргә саҡырҙы, йәл, өлгөрмәнек. Август айында Ҡазанда булғанда әсәһе, һеңлеһе менән йылы ҡабул иттеләр. “Килегеҙ, ғаилә кеүек булырбыҙ”, – тип саҡырып тороп ҡалғайны шул мәлдә. Зөлфиә апай, Азалия! Беҙ, уның дуҫтары, һеҙҙең ғаиләгеҙ хәҙер. Беҙгә таяна алаһығыҙ. Уның эштәрен, яҙған музыкаһын донъяға ишеттереүҙе, таратыуҙы үҙ өҫтөбөҙгә алабыҙ, – тине йырсы Әлфиә Ниғмәтуллина.

Ябай малай, Алекс, Бабек Мамедрзаев һәм башҡалар телмәр тотто. Мәхмүт ауылы мәсете имамы Булат Шаһивәлиев мәрхүмдең рухына аят бағышланы.

Музыкаль донъя Артур Кусимов исемендә сағыу йондоҙон юғалтты. Уны көслө алҡыштар менән һуңғы юлға оҙаттылар...

Бәхил бул, Кусим!
Бәхил бул, Кусим!
Бәхил бул, Кусим!
Бәхил бул, Кусим!
Бәхил бул, Кусим!
Бәхил бул, Кусим!
Бәхил бул, Кусим!
Бәхил бул, Кусим!
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас: