+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Октябрь 2023, 07:45

Өфө циркын реконструкциялау ҡасан башлана?

Өфө дәүләт циркы бинаһын реконструкциялауҙың  беренсе этаптабына 870 миллион һум йәлеп итеү планлаштырыла.   #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Өфө циркын реконструкциялау ҡасан башлана?
Өфө циркын реконструкциялау ҡасан башлана?

«Мәҙәни мираҫ объектын реконструкциялау проекты дәүләт экспертизаһы үткән.  2026 йылға  циркты башлап реконструкциялауға сумма билдәле. Ошо йылдан ремонт башланасаҡ», — тип белдергән Өфө дәүләт циркының генераль директоры Сергей Беляков.

     Өфө дәүләт циркы бинаһы 1968 йылда төҙөлгән. 2017 йылда уны хәүефле тип табалар һәм билдәһеҙ ваҡытҡа ябалар. Объектты 2020 йылға тиклем реконструкциялау планлаштырыла, әммә был пландар тормошҡа ашмай.

     2021 йылда республика властары Өфөнөң 450 йыллығына эштәр үткәрергә мөмкин тип хәбәр иткәйне. Ул саҡта циркты реконструкциялау хаҡы 1,5 миллиард һумға баһалана. Ремонтты 2022 йылда башларға теләйҙәр. Финанслау булмау сәбәпле был проект та тормошҡа ашырылмай.

      Бынан алда Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, проект-смета документацияһы әҙерләнгән. 2022 йылдың июнендә проекттың тарихи-мәҙәни экспертизаһы үткән, ул ыңғай һығымта ала. Шул саҡта билдәле булыуынса, эштәр барышында «мәҙәни мираҫ объектының төп архитектура-художество һәм конструктив үҙенсәлектәрен, шул иҫәптән һуңғы өҫтәмәләрҙе һәм тергеҙелгән элементтарҙы һаҡлау» ҡаралған.

    2023 йылдың февралендә Радий Хәбиров Владимир Путин менән осрашыуҙа Өфө циркының дәүләт экспертизаһын үтеү менән проблемалар килеп тыуыуы хаҡында хәбәр итә. Шул саҡта РФ Президенты циркты реконструкциялауҙа ярҙам итәсәген белдерә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: