+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Октябрь 2023, 08:05

Китапханаларҙы яңыртыу дауам итә

Башҡортостанда өс китапхана 2024 йылда Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының китапханаларҙы яңыртыуға конкурсында еңеүселәр иҫәбенә ингән. Был маҡсатҡа республика 30,4 миллион һум күләмендә субсидия аласаҡ. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Китапханаларҙы яңыртыу дауам итә
Китапханаларҙы яңыртыу дауам итә

Саралар «Мәҙәниәт»милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә федераль ҡаҙнанан бүленәсәк.

     Башҡортостандан еңеүселәр иҫәбенә Салауат ҡалаһының  «Диалог» интеллект-үҙәге» моделле үҙәк китапханаһы, Белорет районындағы «Зәңгәр ҡош» балалар уҡыу үҙәге һәм Шишмә районындағы 15-се Келәш ауылы моделле китапханаһы ингән. Башҡортостандан конкурсҡа бөтәһе ун ғариза килгән була.

     Дөйөм алғанда, Рәсәйҙең 83 төбәгенән, шул иҫәптән яңы төбәктәрҙе ҡушып 149 муниципаль китапхана һайлап алыу турында еңеүсе булған. Шуларҙың  96-һы бәләкәй, 53-ө-үҙәк китапхана һанала. Иң күп яңыртылған китапханалар Татарстанда һәм Чечняла барлыҡҡа киләсәк, унда конкурс буйынса һайлап алыуҙы дүрт учреждение үткән.

   Киләһе йылдан «Мәҙәниәтте үҫтереү»дәүләт программаһы сиктәрендә моделле муниципаль китапханаларҙы төҙөүгә берҙәм субсидия рәүешендә бюджет-ара трансферттар биреүгә күсеү башлана. Бәләкәй китапханаларҙы модернизациялауға — 8-әр миллион һум, үҙәк китапханаларға 15-әр миллион һум бүленәсәк.

    Әйткәндәй, муниципаль китапханаларҙы модернизациялау программаһы 2019 йылдан башланғайны, шул ваҡыттан алып ил төбәктәрендә бер меңдән ашыу учреждение яңыртылған.

    2024 йыл аҙағына уларҙың һаны 1,2 меңгә тиклем артасаҡ.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: