Николай Басковҡа 47 йәш. 2009 йылда уға Рәсәйҙең Халыҡ артисы исеме бирелә, 2006 йылда ул II дәрәжә Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн орден миҙалын ала, 2017 йылда Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләнә.
2022 йылдың февралендә Басков Украиналағы Рәсәй хәрби операцияһын хуплай һәм уны «геноцидтың аҙағы һәм Рәсәйгә һөжүмде иҫкәртеү»тип атай. Шул уҡ йылдың 18 мартында Ул «Лужники» ла Ҡырымдың ҡушылыуы йыллығына һәм хәрби операция башланыуға арналған митинг-концертта сығыш яһай.
2023 йылдың июнендә Басков йырсы Григорий Лепс менән бергә көнбайыш илдәр Украинаға биргән немецтарҙың «Леопард» йәки «Леопард-2» танкыларын ҡыйратҡан һәр кемгә 1 миллион һум түләргә әҙер булыуын белдерә.
2022 йылдың февраленән йырсы Латвияның ҡара исемлегенә индерелгән (уға илгә инеү тыйылған), шул уҡ йылдың октябренән Украинаның, 2023 йылдың февраленән Канаданың санкция исемлегенә индерелгән.