-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Ноябрь 2023, 10:12

Ветерандар хоры йырлай

Оло быуын кешеләренең «Мин яратам һине, тормош!» республика фестивале быйыл 12-се тапҡыр үтте. Өфө ҡалаһының «Торатау» Конгресс-холында уҙған гала-концертта Әбйәлил исеменән Хәлил ауыл биләмәһенең ветерандар хоры сығыш яһаны һәм хор номинацияһында беренсе урын яуланы. Был Хәлил ауыл биләмәһе ветерандарының Өфө сәхнәһендәге 9-сы сығышы булды. 32 кешенән торған хор фестивалдә ҡатнашыусы иң ҙур коллектив ине.

Ветерандар хоры йырлай
Ветерандар хоры йырлай

Хәлил ауыл биләмәһенең ветерандар хоры 2011 йылда барлыҡҡа килә. Ауыл биләмәһенә ветерандар ойошмаһы рәйесе итеп һайланған Әҙеһәм Хәмзин, элекке уҡытыусы, мәктәп директоры булараҡ, эште төплө ветерандар коллективы туплауҙан башлай. Төбәктәге ололарҙың һәләттәрен иҫәпкә алып, шул ваҡытта мәҙәниәт йорто директоры булып эшләгән Мөслимә Моталова менән ауылдың талантлы кешеләренең өйҙәренә йөрөп сығалар. Тырышлыҡ бушҡа китмәй, 2012 йылда үткән тәүге фестивалдә үк үҙешмәкәр коллектив Нәйлә Күсәрбаева етәкселегендә «Дәүер» йыры менән еңеү яулай.
Тора-бара шуныһы асыҡлана: коллективҡа тәжрибәле хормейстр кәрәк. Әҙеһәм Мостафа улы был проблеманы уңышлы хәл итә. Асҡар ауылынан үҙенең коллегаһы, район хорының элекке етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Флүрә Ҡоҙаярованы ярҙамға саҡыра. 30 йылдан ашыу бергә йырлаған коллегалар уртаҡ тел таба, Флүрә Йәғәфәр ҡыҙы ветерандар коллективы өсөн дә үҙ кеше — Флүрә апай булып китә.
Флүрә Йәғәфәр ҡыҙы йыр-моңға ғашиҡ өлкән быуын кешеләрен дөрөҫ йырларға, тын алырға, ауыҙ асырға, ҡайһы ваҡытта тауышты көсәйтергә һәм башҡа алымдарға өйрәтә. Ун йылдан ашыу ваҡыт эсендә тотороҡло һәм тәжрибәле хор коллективы формалаша.
Бөгөнгө көндә ветерандар хорының репертуарында 30-ға яҡын йыр иҫәпләнә. Халыҡ йыр сәнғәте классикаһының «Миләүшә», «Башҡортостан», «Ҡобайыр», «Уралым» кеүек ҡатмарлы әҫәрҙәрен хәлилдәр уңышлы башҡара.
Уҙған йылдар эсендә ветерандар хоры нигеҙендә ике вокал ансамбль ойошторола. Улар — ҡатын-ҡыҙҙарҙың «Ынйылар» (етәксеһе Н. Ш. Күсәрбаева) һәм ир-егеттәрҙең «Малайҙар» (Ә. М. Хәмзин) ансамблдәре. Был ике ансамбль дә үҙ ваҡытында «Мин яратам һине, тормош!» фестивалендә республика күләмендә гран-при яулауға ирешкән.
Хорҙа ғаилә парҙары бихисап. Нәйлә һәм Ишбулды Күсәрбаевтар, Айһылыу һәм Ишмөхәмәт Тимербаевтар, Фәриҙә һәм Рафиҡ Шөғүровтар, Сәриә һәм Әхмәҙей Килдейәровтар, Гөлбикә һәм Әүхәҙей Килдейәровтар, Фәйрүзә һәм Айрат Ласыновтар, Гөлшат һәм Ринат Ғәлишиндар. Хорға күрше Әбделмәмбәт, Ишбулды ауылдарынан йөрөүселәр Ғәлиә Ҡарамырҙина, Раил Ушанов, Зөлфиә Шөғүрова, Айһылыу һәм Ишмөхәмәт Тимербаевтар бер репетицияны ла ҡалдырмайҙар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әжәл ветерандар хоры сафын да аямай. Араларынан биш кеше баҡыйлыҡҡа күскән. Ә бер уҙаман — Урал Ҡотлобирҙин әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла.
Ауыл биләмәһендә үткән бөтә сараларҙа ла ветерандар әүҙем ҡатнаша. Бер генә концерт та уларҙың сығышынан тыш уҙмай. Хәҙерге көндә йыр-моңға ғашиҡ оло быуын кешеләре үҙҙәренең йыл да үткәрелеп килгән сираттағы отчет концертына әҙерләнә.
Ветерандар хорына профессиональ яҡтан Ишбулды ауылы килене Резеда Шөғүрова ярҙам күрһәтә, коллектив уға ла рәхмәтле. Ветерандар ойошмаһы шулай уҡ үҙенең эшендә һәр ваҡыт төрлө яҡтан ярҙам ҡулы һуҙған, һәр оло кешенең шәхси һорау-үтенестәренә яуаплы ҡараған Хәлил ауыл биләмәһе башлығы А. Б. Хәйбуллинға, матди яҡтан ярҙам күрһәткән, аҡсаһын йәлләмәгән район Советы депутаты Ҡ. М. Ғәзизовҡа рәхмәт белдерә. Баш ҡалаға аҙаҡҡы сәфәрҙәрен ойоштороуҙа иһә район хакимиәте башлығының ярҙамы ҙур булған. Илдар Нафиҡов юллаған ҙур, уңайлы һәм йомшаҡ автобуста хор коллективы алыҫ юлды рәхәтләнеп йөрөп ҡайтҡан. Ә социаль бүлек етәксеһе Гөлдәр Рәхимова юл йөрөп ҡайтҡандарынса һәр ваҡыт бәйләнештә булып, ололарҙың хәл-әхүәлдәре менән ҡыҙыҡһынып торған.
Г. ФӘТХУЛЛИНА.

Автор:
Читайте нас: