+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Ноябрь 2023, 19:30

“Сабырлыҡ килтергән бәхет”

Яңы китап донъя күреүе – яңы тыуған сабый менән бер, тиҙәр. Сөнки автор ижад емеше булараҡ уны көтөп ала, ҙур өмөттәр бағлай. Ә уй-хыялдарының тормошҡа ашыуы иһә авторҙың үҙен генә түгел, әҫәрҙәрен яратып уҡыған уҡыусыларын да бәхетле итә. Район үҙәк китапханаһында Бибиямал Йосопованың “Сабырлыҡ килтергән бәхет” автобиографик китабының исем туйы уҙҙы.

“Сабырлыҡ килтергән бәхет”
“Сабырлыҡ килтергән бәхет”

Сарала “Йәйғор” әҙәби ижади берекмәһе ағзалары, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Элиза Ҡунафина, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, ҡәләмдәштәре, китапхананың даими уҡыусылары ҡатнашты. Тәүгеләрҙән булып сығыш яһаған Элиза Әкрәм ҡыҙы Бибиямал Шакирйән ҡыҙының теле һутлы һәм халыҡсан булыуын әйтте. Боронғолоҡто уҡыусыларға тамам еткереү өсөн тарихыбыҙҙың сал ҡатламдарын асыҡлаған хикәйәләр ижад итеүен, әҫәрҙәрендә төрлө яҙмышлы ҡатын-ҡыҙ образдарының күп булыуын һөйләне. Э. Ҡунафина Бибиямал апайға район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары В. Ғафаров исеменән һәм башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү һәм пропагандалауға индергән өлөшө өсөн район ҡатын-ҡыҙҙар советы исеменән Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
“Йәйғор” әҙәби ойошмаһы етәксеһе Иҙрис Ноғоманов Бибиямал Йосопова- ның әҙәбиәткә килеү тарихын бәйән итте.
– Бибиямал апай менән бер ауылда йәшәгәс, бер тапҡыр “Ҡустым, һиңә яҙған бер хикәйәмде күрһәтәйем әле”, тине. Асып ҡарап, уҡый башлағас та апайҙа яҙыусы һәләте бар икәнлеген тойҙом. Уның яҙған хикәйәһендә тарихы ла, мөхәббәте лә, нәфрәте лә осраны. Бик ҡыҙыҡлы һәм уҡымлы китап буласаҡ тинем. Һәм ул хикәйәһе “Шоңҡар” журналында донъя күрҙе. Аҙаҡ иһә матур шиғри шәлкемдәренән “Йәшлегемде һағынам” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы баҫылды, – тине И. Ноғоманов.
“Йәйғор” әҙәби ойошмаһының поэзия бүлеге етәксеһе Фәнүзә Биктимерова үҙенең сығышында яңы китаптың рухи аҙыҡ, яңы асыштар, кешеләр яҙмышы менән тормош һабағы, фәһем биреүе хаҡында һөйләне. “Ниндәй тел байлығы!”, “Ниндәй кисерештәр уята белә ошо автор!” – бына шундайыраҡ маҡтау һүҙҙәре менән телгә алды ул яҙыусыны һәм яҡын киләсәктә фәнни-ғәмәли конференция үткәрергә тигән уйы хаҡында әйтте. Ғөмүмән, сараға килгән һәр кем үҙенең фекерен, изге теләктәрен еткерҙе. Осрашыу авторҙың шиғырҙарын яттан һөйләү һәм Ҡушый ауылының “Йондоҙ” вокал ансамбленең моңло йырҙары һәм дәртле бейеүҙәре менән үрелеп барҙы.
Артабан алып барыусылар Лилиә Дәүләткирәйева менән Гөлназ Әлибаева яҙыусының биографияһы менән таныштырҙы. Бала сағы һуғыш йылдарына тура килгән Б. Йосопова 1941 йылдың 5 сентябрендә Буҙыҡай ауылында тыуған. Һуғыштың тәүге көндәрендә үк атаһы фронтҡа алына. Әсәһе ҡатын-ҡыҙҙар иңенә ятҡан колхоз эштәренә тотона. 1957 йылда Ҡырҙас мәктәбендә етенсе класты тамамлай. Артабан уҡыу насип булмай. Ил күргәнде күреп, шул йылдарҙың бөтә ауырлығын үҙ иңдәрендә татый ул. 1960 йылда Ҡырҙас егете Дауыт Искәнйәр улына тормошҡа сыға. Дүрт балаға ғүмер бирә улар. Һауынсы булып эшләй. Шиғырҙарҙы бала саҡтан яҙа. Өс китап авторы. «Йәшлегемде һағынам»(2012), «Биҙәктәр» (2014), «Йөрәктән юйылмаҫ эҙҙәр»(2017) йыйын- тыҡтары – уның ижад емештәре. Үҙнәшер ысулы менән баҫылған тәүге китабында йәшлекте, тыуған төйәген һағыныу хистәре менән һуғарылған шиғырҙары тупланған. Икенсе китабында мөхәббәт, кешелеклелек, изгелек, матурлыҡ тема-ларын яҡтыртҡан шиғырҙары баҫылған, ә өсөнсө китабында автор әҙәм балалары өсөн иң ҡиммәтле сифаттарҙың – яҡшылыҡтың, изгелектең, эшһөйәр, намыҫлы, ғәҙел булыуҙың баһалап бөткө-һөҙ көскә эйә икәнлегенә йәнә бер ҡат инандырырға тырыша.
Күптән түгел Б. Йосопованың “Йондоҙ” гәзитендә өләсәһе Шәһәрбәҙиға Һултангилде ҡыҙы Вәлиева бәйән иткән “Ғәли бәһлеүән менән Мәһәҙи батыр” исемле фәһемле хикәйәте баҫылған. Әйткәндәй, уның “Биҙәктәр” китабынан тыш өс китабы ла “Йондоҙ” гәзите мөхәррире Азат Көмөшбаев ярҙамында донъя күргән. Үкенескә күрә, сараға А. Көмөшбаев килә алманы, әммә авторға шәхсән үҙенең бүләген ебәргән ине.
Әле яңы ғына Магнитогорск ҡалаһында баҫылған “Сабырлыҡ килтергән бәхет” исемле китабы – перспективаһыҙ ауылдар исемлегенә ингән Буҙыҡай ауылына, ундағы төп герой Бибекәйгә, урындағы халыҡ иңенә төшкән әсе яҙмыштарҙы һүрәтләй. Иң мөһиме — автор әҫәрҙәрендәге һәр образды, һәр фекерҙе үҙ йөрәге аша үткәрә. Үҙе тыуып-үҫкән ауылдың тирә-яғында урынлашҡан атамаларҙың тарихын да бәйән итә ул. 400 битле китап мауыҡтырғыс, бай тел менән уҡымлы ғына килеп сыҡҡан.
Алып барыусылар авторға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар ҙа бирҙеләр. Бибиямал Шәкирйән ҡыҙы әҙәбиәт өлкәһендә уға эйәрә килгән йәш яҙыусыларға үҙенең кәңәштәрен еткерҙе, 82 йәштә – ғүмерҙең сираттағы үренә баҫҡандағы кисергән уйҙары, һығымталары менән уртаҡлашты.
82 йәштә дүртенсегә китап баҫтырыу ҙур мәртәбә инде ул! Бик күптәрҙә был күренеш һоҡланыу тыуҙырһа, бәғзеләр ул йәштә лә етеҙ генә атлап йөрөгән инәйгә ҡарап көнләшкәндер әле. Бибиямал Йосопова хис-тойғоға, йыр-бейеүгә маһир шәхес. Ул тамашасыларға талғын ғына итеп бейеп тә күрһәтте.
Осрашыу һәр кемдең күңеленә хуш килде. Кисә күмәкләшеп фотоға төшөү һәм табын артында сәй эсеү менән тамамланды.
Гөлфиә ХӘСӘНОВА.

Бибиямал Йосопованың яңы сыҡҡан "Сабырлыҡ килтергән бәхет" китабынан өҙөк.

...Ул ҡышта ҡыҙылса көслө булды. Бибекәй бәләкәй сағында ауырып үткәргәс, өләсәһе уның өсөн ҡурҡманы, ә бәләкәсте Ҡырҙастағы өлкән ҡыҙына ебәрҙе. Инәһе ат менән килеп Миңлекәйҙе алып ҡайтып китте. Сәй эсергә ултырғас, инәһе эргәһенән урын алған бала:
– Инәй, әпәкәйҙең ошо ере тәмле була, әйе бит? – ти ҙә, үҙе бер генә тешләп, ҡалғанын арыраҡ һалып ҡуя икән. Икенсе телемде лә шулай итә. Быға аптыраған инәһе:
– Тәмле булғас, нигә ашамайың һуң? - тигәнгә, – Уларын Бибекәйемә алып ҡайтам. Уның да әпәкәй ашағыһы килә инде. Ә беҙҙә әпәкәй әҙ, – тип ауыр көрһөнөп ҡуя.
Бибекәйҙең ғүмер буйы икмәк бешергән һайын ошо хәл иҫенә төшөп йөрәген һыҡратты. Ах, был үкенесле ғүмер! Електәреңә тиклем үткән етемлек...
Миңлекәй киткәс, һеңлеһенә ныҡлап эҫенеп алған Бибекәй үҙенә һис толҡа таба алмай. Мәктәпкә барып ҡайта ла, үҙенә тәғәйен эште бөтөрөп, дәресен ҡарағас, сәғәттәр буйы ҡарлы тәҙрәгә өрөп, күҙҙәй генә булып ирегән уйымдан тышты күҙәтә. Тышта буран булһа, ул елде кем өрҙөрә икән, ҡар яуһа, һауанан ҡарҙы кем көрәп төшөрә икән, көн аяҙ булһа, ҡояш нисек ҡолап төшмәй һауала йөҙөп йөрөй икән, тип баш ватып ултыра. Гел уларҙы ғына ҡарап ултырмай: Билал ауылы кешеләре өсәр атлы сана менән жмых (мал аҙығы) алып ҡайталар – шуны ла ҡарауыллай. Әгәр улар урамдан үтеп барһа, һәр бер өйҙән ас балалар емгә һибелгән турғайҙар кеүек быларға ҡаршы йүгереп сығып һырып алалар. Ул ағайҙар йәлләп әҙ-әҙләп жмыхтан һындырып бирәләр. Өҫтәрендә бер ҡат күлдәк, үҙҙәре яланаяҡ балалар, өлөш алғас, ыңғай өйҙәренә саба. Жмых ташыусыларҙы күреүе була, Бибекәй ҙә бөтә ҡурҡыу-оялыуҙарын онотоп йүгереп сыға. Ә улар бер баланы ла өлөшһөҙ ҡалдырмай. Ул жмыхтың тәмлелеге Бибекәйҙең телендә тора. Ул ағайҙарға әле лә рәхмәт әйтеп бөтә алмай. Ниндәй рәхимле кешеләр булғандар!
Ҡыҙының бошонғанын күреп йөрөгән өләсәһе: “Ярай, Миңлекәй инәйеңдәрҙә йөрөп торһон. Бер тигәстән, ҡыҙылсаһы ҡурҡыта, икенсенән, ярты телем булһа ла икмәккә файҙа. Уларҙың икмәктәре күп. Колхозда эшләгәстәре эш көнөнә быйыл игенде мул алдылар. Апаң утынды ат менән ташығас, уларҙың өйҙәре лә йылы. Йөрөп торһон, туйғансы икмәк ашап. Алла бирһә, ҡыҙылса ла бөтөр”, – тип ҡыҙыҡайҙы тынысландырып ҡуйҙы. Яҙ етеүгә Ҡырҙаста ла ҡыҙылса көсәйҙе, тип инәһе Миңлекәйҙе ат менән алып килеп ҡалдырып ҡайтты. Күңелдәре һиҙгәндер инде, унда-бында ауырыуҙан ҡасырып алып йөрөһәләр ҙә, июнь башына Миңлекәйгә лә әлеге сир йоҡто. Иштимер ағайҙың унан алты айға кесе ҡыҙы Гөлнур ҙа ауырый. Ул мәлдә врач булманымы икән, сөнки йыл һайын ҡабатланып килгән ҡыҙылса, һыу сәсәге кеүек афәткә бер сара ла юҡ. Быйыл имен ҡалһалар, барыбер икенсе йылына ауырыйҙар. Ике бала ике өйҙә ауырып ята торғас, июнь урталары етеүгә Гөлнур йүнәлеп китһә лә бер күҙе һуҡыр булып ҡала. Ҡыҙылсаның ояһы күҙенә сыҡҡан тинеләр. Ә Миңлекәй бер ҙә генә арыуланмай, киреһенсә, көндән-көн насарлана.
Ҡыҙылсаның ояһы уның тамағына сыҡҡан, ти өләсәһе. Ул хәҙер һөйләшә лә, һыу ҙа эсә алмай. Мыжымай ҙа, тик кенә ята. Өләсәһе көмөш ҡалаҡ менән ауыҙына тамсылап ҡына ҡойған һыуҙы йота ине, хәҙер уны ла йота алмай. Миңлекәйҙе ҡалдырып өләсәһе хәҙер утынға ла, миндеккә лә йөрөмәй, өй араһындағы эштәре менән генә була. Бибекәйгә лә уйын ҡайғыһы китте. Ул көн оҙоно бойоғоп һеңлеһенең эргәһендә ултыра. Көндәрҙең береһендә сәй эсеп ултырғанда, улар Миңлекәйҙең өҫтән үрелеп нимәлер алып ауыҙына ҡабыуын, уны тамшанып сәйнәй башлауын аптырап күҙәттеләр. Хәс тә алдында ултырған ағастан емеш өҙөп ашай тиерһең. Өләсәһе: “Эй, балағынам, беҙгә иш булмаҫҡа ятаһың бит, – тип көйәләнеп китте лә һораулы ҡараш төбәгән Бибекәйгә. – Күрҙең бит емеш өҙөп ашағанын, фәрештәләр әүрәтеп, ожмах емеше ашатып торалар инде. Балаҡайымды алып ҡына китәләр инде”, - тип эсеп ултырған сәйен дә эсмәй тышҡа сығып китте. Күрәһең, Бибекәйгә күрһәтмәй генә илар өсөндөр инде. Былай ҙа өләсәһе илаһа: “Бүһерем ауырта”, – тип алдаштыра ла ҡуя. Иртәгеһенә төш еткәс, өләсәһе: “Мин һыу буйына барып, тәһәрәт алып, намаҙ уҡып киләйем”, – тип сығып китте. Бибекәй һеңлеһенең эргәһендә ултыра, бәләкәсе уға ҡарап тик кенә ята. Шулай ултыра торғас бала тынысһыҙланып китте. Бибекәй нимә эшләргә лә белмәй, нимә кәрәк, әллә һыу эскең киләме тиһә лә, унда эше юҡ. Үҙе әллә ҡайҙа ҡарап, мине ал тигән кеүек иламһырап кемгәлер ҡулдарын һона. Ахырыһы, Бибекәй оҙаҡ ауырыуҙан кибеп, бәләкәс кенә булып ҡалған һеңлеһен ҡосағына алып бәүелтеп: “Илама инде, минең бәләкәсем, һыу эскең киләме әллә? Эсә алмайһың шул. Йүнәлеп китһәң күп итеп, туйғансы эсеп алырһың, йәме. Һин ауырып ятҡас миңә лә бик ҡыйын бит”, - тип түгелеп илап ебәрҙе.
Бына һеңлеһе тынысланды. Йоҡлап китте тип уйлап урынына һалып, юрғанын ябайым, тиһә, Миңлекәйҙең моң тулы күҙҙәре шар асыҡ. “Миңлекәй! Миңлекәй!” – тип асырғанып күпме генә һүҙ ҡушып ҡараһа ла һеңлеһе апайынан аша ҡайҙалыр ҡарап тынып ҡалған... Миңле- кәйҙе шул көндө үк ер ҡуйынына тапшырҙылар...

Автор:
Читайте нас: