+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Ноябрь 2023, 17:49

Мәскәүҙә ВДНХ-ның төп аллеяһын Башҡортостан шыршыһы биҙәй

Шыршыны  биҙәү өсөн Башҡортостандың иң яҡшы халыҡ художество кәсептәре изделиелары һайланған.

Мәскәүҙә ВДНХ-ның төп аллеяһын Башҡортостан шыршыһы биҙәй
Мәскәүҙә ВДНХ-ның төп аллеяһын Башҡортостан шыршыһы биҙәй

Рәсәй баш ҡалаһында ВДНХ-ның төп аллеяһында тәүгеләрҙән булып Башҡортостан шыршыһы ултыртылған һәм үҙенә иғтибарҙы йәлеп иткән. Урман һылыуҡайын башҡорт музыка ҡоралдары, милли ҡурсаҡтар, биҙәүестәр һәм орнаменттар менән биҙәгәндәр.

– Башҡорт милли ҡоралдарын биҙәүестәр сифатында ҡулланыу-бик яҡшы идея, - ти ағас менән эшләү буйынса оҫта Әлфир Ғәлиәкбәров. Улар беҙҙең үҙенсәлекте мәҙәниәтебеҙҙе күрһәтә, таныта. Һәр уйын ҡоралында уйнай белеүсе, беҙҙең шыршынан музыка ҡоралын алып уйнай ҙа ала. Был бик ҡыҙыҡлы уйлап табылған ысул.

Никита Холкинаның  фотолары.

Мәскәүҙә ВДНХ-ның төп аллеяһын Башҡортостан шыршыһы биҙәй
Мәскәүҙә ВДНХ-ның төп аллеяһын Башҡортостан шыршыһы биҙәй
Автор:
Читайте нас: