+8 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Ноябрь 2023, 09:26

Йәштәр "BASH.LINGUA"ла берләшә

Башҡорт һәм сит ил йәштәрен берләштергән майҙан ярайһы уңышлы эшләй.

Йәштәр "BASH.LINGUA"ла берләшә
Йәштәр "BASH.LINGUA"ла берләшә

BASH.LINGUA" - башҡорт мәҙәниәтен халыҡ-ара киңлектә танытыу өсөн эшләнгән, Башҡортостан йәштәренең сит ил йәштәре менән диалогы өсөн тыуҙырылған майҙан. Тәүҙә халыҡ-ара һөйләшеү клубы форматында уҙғарылған сара хәҙер 200-ҙән ашыу йәш кешене берләштерә. Уҙған йылда Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ проектҡа 280 мең һумға торош иткән финанс ярҙамы күрһәткән.

Форум өс йүнәлештә эшләй: "Этно-уңыш", "Башҡорт театры һәм кинематографы", "Проекттар механизмы". Унда 18 йәштән 35 йәшкә тиклемге йәштәр, сит ил студенттары ҡатнаша ала.

Быйыл яҙ, 23 апрелдә, "Торатау" конгресс-холында "BASH.LINGUA" мәҙәни-белем биреү этнофорумы үткәрелгән. Унда, дөйөм алғанда, 100 кеше ҡатнашҡан, улар араһында 32 сит ил вәкиле булды (Мысыр, Малайзия, Колумбия, Доминикан, Марокко һәм башҡа илдәрҙән). "Проекттың лозунгыһы – "Башҡорт мәҙәниәтен халыҡ-ара киңлектә танытыу", - ти клуб ағзалары. Уларҙың ҡайһы берҙәре үткән сара буйынса фекерҙәре менән уртаҡлаша.

Мираҫ Үҙәнбай, ҡурайсы: "BASH.LINGUA" - башҡорт халҡының традицион һәм академик мәҙәниәтен популярлаштырыу, был шәп сарала ихлас ҡатнашам. Халҡыбыҙҙың мәҙәниәте, ҙур уңышҡа өлгәшкән билдәле шәхестәрҙең сығыштары, сит ил студенттары менән аралашыу, йыр-моң, бейеү, йәштәр өсөн эшләнгән дәртле программа. Тиҫтерҙәребеҙ ошондай матур саранан ситтә ҡалмаһын, тырышайыҡ, бай мәҙәниәтебеҙҙе бергәләп өйрәнәйек!"

Морат Кейекбаев, сарала ҡатнашыусы: "BASH.LINGUA" мәҙәни-мәғрифәти этнофорумының бер өлөшө булыу - минең өсөн ҙур уңыш. Халыҡ-ара киңлектә башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән проектҡа ҡушылыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмағыҙ!"

Гөлназ Дилмөхәмәтова.

Автор:
Читайте нас: