Ансамбль етәксеһе — Гүзәлиә Ғәниева, Михайловка мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе булып эшләй. Ул 2015 йылда методист булараҡ эшкә урынлаша һәм мәҙәниәт тормошоноң нескәлектәрен үҙләштергәндән һуң әлеге эшенә күсә. Әйтеүенсә, һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып, эшен яратып башҡара. Үҙе йырлай ҙа, бейей ҙә.
Иң тәүҙә ул яңғыҙ бейеүҙәр һалыуҙан башлай. Тәүге ансамбль солисткаһы Регина Ғилманова «Моғаҡ һылыуы», «Хан ҡыҙы», «Ләүсәтин», «Грузинка» бейеүҙәре менән төрлө сәхнәләрҙә сығыш яһап, призлы урындар яулауға өлгәшә.
Икенсе төркөмө Like Dance заманса бейеүҙәр студияһында сит ил бейеүҙәрен үҙ иткән төрлө йәштәге ҡыҙҙар менән шөғөлләнә.
Күптән түгел әллә ҡасан уйлап йөрөгән уйы бойомға аша. Ул ауыл ҡатын-ҡыҙҙарынан торған бейеү ансамблен төҙөү хыялы менән янып йәшәй һәм сентябрь айында бейеү ансамбленә ҡатын-ҡыҙҙар йыйыуы хаҡында иғлан яҙа. Бейергә теләк белдереүселәр күп була, хатта күрше ауылдарҙан да һорап яҙалар. Тәүге репетицияға йыйылғанда уҡ бейеү өйрәнеп, ансамблгә «Ауыл ҡыҙҙары» тигән исем дә уйлап табалар. Әлеге ваҡытта 14 ҡатын-ҡыҙ өйҙәрендәге бар ваҡ мәшәҡәттәрен ташлап, дәртләнешеп, сәхнәләрҙе дер һелкетеп бейеп йөрөй. 27 октябрҙә Таштимер филиалының ижади миҙгелен асҡанда «Шаян ҡыҙҙар» бейеүе менән тәүге тапҡыр сығыш яһайҙар.
Икенсе тапҡыр «Яҡтыкүл» шифаханаһында яңы һалған «Гөлъямал», «Килендәр бейеүе», «Дәртле саҡ» бейеүҙәре менән тамашасыларҙы таң ҡалдыралар. Ансамбль ағзалары бейеү менән генә туҡталып ҡалмай, йыр менән дә сәхнәгә сыға башлайҙар.
Бейеүселәр тамам оҫтарып алғас, төрлө конкурстарҙа үҙҙәрен һынап ҡарарға булалар. Башта онлайн бәйгеләрҙә ҡатнашалар. Өфө ҡалаһында үткән «Беҙҙең планета йондоҙҙары» конкурсында ансамбль икенсе дәрәжәле дипломға лайыҡ була. Артабан уларҙы Өфө ҡалаһына финал бәйгегә саҡыралар, ләкин сатлама һыуыҡтар булыу сәбәпле, улар был конкурсҡа бара алмайҙар. Әммә дәртле йөрәкле ҡатын-ҡыҙҙар бының менән генә туҡталып ҡалмай. Тағы ла XV Халыҡ-ара «Таланттар эҙләйбеҙ» бейеү конкурсына заявка бирәләр, видеоға төшөп, онлайн платформар аша ебәрәләр. Бәйгенең һөҙөмтәләре һөйөнөслө була — бында ла икенсе дәрәжәле лауреат исемен алалар. Жюри ағзаларының береһе Никита Харитонов «Ауыл ҡыҙҙары» бейеү ансамбленең яҙмышы менән ҡыҙыҡһына башлай һәм март айында ҙур сәхнәгә, Ҡазан ҡалаһында сығыш яһарға саҡырыу ебәргән. Киләсәктә улар күрше республиканың сәхнәһен дер һелкетеп ҡайтырға ниәт итәләр.
Сәхнә костюмдарына килгәндә, тиҙ арала ғына иҫ китмәле сағыу һәм матур костюмдар тегеп биреүсе Зилә Солтанованың ҙур хеҙмәтен баһалап китеү зарур.
— Бейеүсе булыу өсөн талант ҡына етәме?
— Юҡ, бик күп фактор мөһим роль уйнай. Иң мөһиме — һаулыҡ һәм дәртле йөрәк кәрәк. Һыҙланып, насар кәйеф менән бейеп булмай ул. Яңы программаларҙы өйрәнгәндә сабырлыҡ, булған репертуарҙы башта тотор өсөн яҡшы хәтер ҙә талап ителә. Бейеүсе булырға теләп, күп йәштәр мәҙәниәт техникумдарына, хореография училищеларына уҡырға инә. Тик уларҙың һирәктәре генә сәнғәт юлынан китә. Был үҙе үк бейеүсе һөнәренең еңел булмауы тураһында һөйләй. Бейеү сәнғәтенә ғашиҡтар ғына һөнәренә тоғро ҡала. Донъяның аһ-зарынан арынып, тормош ваҡлыҡтарына ҡарамайынса, ансамблгә ҙур теләк менән йөрөгән ҡыҙҙарыма рәхмәтемде белдерәм, — ти ансамбль етәксеһе Гүзәлиә Ишбулды ҡыҙы.
Г. НИҒМӘТУЛЛИНА.