-Фестивалгә эләгеү өсөн ҡатнашыусыға ғариза бирергә, конкурстың һайлап алыу турын үтергә һәм һөҙөмтәләрҙе көтөргә кәрәк ине. Иң әүҙем, иң дәртле йәштәрҙе һайлап алдыҡ. Беҙҙең төбәктән 180 егет һәм ҡыҙға фестивалдә ҡатнашыу бәхете тейҙе һәм уларҙан тыш ойоштороу эшен оҫта алып барған 65 ирекмән ҡатнашты, - ти И.Юлдыбаев.
Яҡташыбыҙ әйтеүенсә, унда мәғариф һәм мәҙәни программалар, интерактив зоналарҙың арт-объекттар күргәҙмәһе, концерт программаһы ҙур тәьҫораттар ҡалдырған.
-Фестиваль программаһының нигеҙендә глобаль мәғәнәләр ята. Күп милләттәр араһында берҙәмлек, тыныслыҡ, ғаиләне һаҡлап ҡалыу, дуҫлыҡ, киләсәк, тормош ҡиммәттәре тураһында күп майҙансыҡтар эшләне. Бында шулай уҡ цифрлы үҫеш, йыһан, нейро селтәрҙәр тураһында күп һөйләнеләр. Һәр көнөбөҙ мәғәнәле үтте, йәштәрҙе төрлө яҡтан үҫтереү өсөн күп көс һалынған, - ти ул. - Беҙҙең төбәк йәштәре республиканы юғары кимәлдә күрһәтте. Фестивалдә республиканан майҙансыҡ эшләне, беҙ башҡа милләттәргә үҙебеҙҙең мәҙәниәтебеҙҙе күрһәттек. Беҙҙең майҙансыҡта милли бейеүҙәр һәм милли йырҙар менән һуғарылған бай ижади программа эшләне. Нимәһе ҡыуаныслы – республикабыҙ хаҡында башҡа яҡтарҙа ла ишетеп беләләр, бейеүҙәребеҙҙең һәр хәрәкәтен таң ҡалып күҙәттеләр һәм йырҙабыҙҙы ихлас тыңланылар. Был беҙҙе, йәғни, республиканан килгән йәштәрҙе илһамландырҙы һәм артабан да берәҙм булып, дәртләнеп эшләргә ҡанаттар ҡуйҙы.