Тейешле указға республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡул ҡуйған.
Төбәктә көслө ҡурайсылар мәктәптәре, был өлкәлә талантлы артистар ҙа бар, тип һыҙыҡ өҫтөнә алған ул. Радий Хәбиров, Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡоваға базаны һәм ансамблде формалаштырыуға тотонорға ҡушҡан.
“Республика көнөндә был ансамблдең ижади сығышын, уңыштарын күрергә теләр инек", - тип белдергән Башҡортостан Башлығы.