Был хаҡта учреждение директоры Гүзәл Туҡтарова белдергән. 2026 йылдан объектты реконструкциялау һәм реставрациялау башланасаҡ. Бының өсөн ике миллиард һум аҡса бүленгән. Дәүләт циркы директоры һүҙҙәренсә, бинаның тышҡы йөҙөнән тыш, эсендәлә ҙур биҙәлеш эштәре атҡарыласаҡ. Мәҫәлән, тамаша залында йомшаҡ һәм уңайлы ултырғыстар ҡуйырға иҫәп тоталар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Дәүләт циркы республика прокуратураһы талабы буйынса 2017 йылда ябылған ине. Бина авария хәлендә һәм унда тамашалар үткәреү хәүефле тип таныла.