Айгиз конкурстың финалына сыҡҡан иң йәш бәйгесе. Уға 16 йәш. Гитарала уйнарға өйрәнеүенә ни бары йыл самаһы ваҡыт уҙған, әммә иҫ белгәнемдән йырлайым һәм бейейем, ти ул. Йыр-бейеүгә һәләт уға нәҫелдән бирелгән. Тәүге тапҡыр малайҙы ауыл сәхнәһенә Хәлил урта мәктәбенең музыка уҡытыусыһы Хәлил Ейәнбирҙин алып сыға. Шунан бирле ауылда уҙған бер концерттан да ситтә ҡалмай.
Биш балалы ишле ғаиләлә үҫкән улдарының йыр буйынса һәләтен үҫтереүгә ата-әсәһе лә ҙур иғтибар бүлә. Башланғыс кластарҙа уҡыған сағында “Тамыр” балалар телеканалының “Сулпылар” бәйгеһендә лә ҡатнаша. Финалға барып етмәүе уны уғата сәмләндерә, вокал менән махсус рәүештә шөғөлләнергә кәрәклеген аңлай. Шуға күрә Асҡар сәнғәт мәктәбенең хор бүлегендә уҡый башлай. Атаһы, ул бушамаған саҡта олатаһы аҙнаға ике тапҡыр малайҙы Хәлилдән район үҙәгенә уҡырға йөрөтә. Бөтә был тырышлыҡҡа Айгиз уңыштары менән яуап ҡайтара. Остазы Р. Б. Ҡорманаев етәкселегендә төрлө йыр конкурстарында тауыш көсөн һынай, еңеүҙәр яулай, район кимәлендәге концерттарҙа ҡатнаша.
Киләсәктә үҙен йырсы итеп күргән һәм тормошон музыка менән бәйләргә теләгән Айгиз Моталов 8-се кластан Өфөлә Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге музыкаль тәрбиә биреү интернат-гимназияһында белем ала. Быйыл ул 10-сы класты тамамлай. Гимназияла музыкаль яҡтан үҫеш өсөн бөтә шарттар ҙа бар тип һөйөнә ул. Ҡурай класында шөғөлләнә, фортепианоны үҙләштерә, мәктәптең халыҡ инструменттары оркестрында уйнай. Шулай уҡ Нурғәле Байрамғолов етәкләгән “Арман” ҡурайсылар ансамбле менән әленән-әле төрлө конкурстарҙа ҡатнашып һөҙөмтәле сығыш яһайҙар. Ағымдағы уҡыу йылында Ҡазан ҡалаһында уҙған халыҡ-ара бәйгелә икенсе урын яулағандар.
Ә йыр – Айгиз өсөн бөтә донъя. Йырһыҙ ул минут та йәшәй алмай. Һәр ваҡыт үҙ алдына көйләп йөрөй, хатта эш эшләгәнендә лә: бесәндә лә, баҡсала ла, кәртә-ҡура араһында ла. Ныҡышмал рәүештә вокал менән шөғөлләнә. Яңыраҡ “Гимназия. Тауыш” конкурсында ҡатнашып, 16-18 йәшлектәр категорияһында өсөнсө дәрәжә лауреат булған. Әлеге ваҡытта уҡытыусыһы Анна Билалова менән март аҙағында Өфө сәнғәт училищеһында уҙасаҡ Бөтә Рәсәй йәш башҡарыусылар конкурсына әҙерләнә.
– Мин башҡортса йырҙар тыңларға яратам, йырсыларыбыҙҙы хөрмәт итәм. Бала саҡтан уларға тиңләшергә, улар һымаҡ ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһарға хыялландым. Гитара менән танышҡас, музыканы бөтөнләй икенсе яҡтан күрә башланым, үҙем өсөн яңы стилдәр астым. Мине илһамландырыусы, яңы офоҡтарға әйҙәүсе шәп музыканттарҙың береһе – Тимур Ямалов. Ул иҫ киткес итеп гитарала уйнай, матур йырлай, йырҙар ижад итә. Уның йырҙарын тыңлап гитарала уйнау теләгем уянды. Ата-әсәйемдән, туғандарымдан былтыр тыуған көнөмә бүләккә гитара алып биреүҙәрен һораным һәм шунан бирле ҡыллы дуҫым менән бер бөтөн булып йәшәйем, – ти гитара менән фанаттарса шөғөлләнеүсе Айгиз.
Әйткәндәй, “Башҡорт гитара” конкурсында ул кумирының “Ҡоштар һанайым” йыры менән уңыш ҡаҙанды. Мең ярымдан ашыу комментарийҙар араһында Тимур Ямаловтың үҙенән “Хәтәр шәп килеп сыҡҡан!” тигән баһа алыу Айгиз өсөн иң ҡәҙерлеһе. Шулай уҡ башҡа танылған сәнғәт әһелдәренән ҡеүәтләү һүҙҙәрен ҡабул итеү ҙә йәш йырсыға ышаныс ҡанаттары ҡуйған. Форсаттан файҙаланып, ул район баҫмаһы аша уның өсөн тауыш биргән әбйәлилдәргә лә рәхмәт белдерҙе.
– Миңә тиҫтерҙәрем, ауылдаштарым, туғандарым, уҡытыусыларым, хатта таныш булмаған бик күп инәй-апалар, апай-ағайҙар матур-матур теләктәр яҙҙы. Һеҙҙең ихлас теләктәрегеҙ булмаһа, мин был конкуста беренсе урын яуламаҫ һәм төп бүләкте отмаҫ инем. Киләсәктә барығыҙҙың да ышанысын аҡларға тырышырмын, – ти ул.
Талантлы яҡташыбыҙға уҡыуында һәм ижади юлында уңыштар теләп ҡалабыҙ. Хыял иткәнеңсә ҙур сәхнәләрҙә күрергә яҙһын һине, Айгиз!
Г. ФӘТХУЛЛИНА.