Мәҙәниәт
12 Апрель 2024, 09:31

Иң аҫыл ҡомартҡылар — Әбйәлилдә

“Ҡомартҡы” Урал аръяғы башҡорттарының республика этник мәҙәниәте йәштәр форумының проект авторы, халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса әйҙәүсе белгесе, яҡташыбыҙ Гөлгөнә Баймырҙина башланғысы менән беҙҙең районда боронғо кәсептәрҙе тергеҙеү, шәжәрәне белеү, башҡорт милли аш-һыуының үҙенсәлектәрен

— “Ҡомартҡы” форумының төп бәйгеһе — ул “Быуын сылбыры” шәжәрәләр конкурсы. Бында төп иғтибар шәжәрәнең архив документтарына нигеҙләнеүенә йүнәлтелә. 2006 йылдан алып бөтә республика буйынса шәжәрә байрамдарын күп үткәрҙем. Тик Урал аръяғында шәжәрәне тарихи дөрөҫлөккә тап килтереп, архивтарҙа өйрәнеп эшләүселәр һирәк булыуы күҙгә ташланды. Күптәр үҙҙәре белгән, оло быуын һөйләгәне буйынса яҡынса төҙөгән. Йәш ғаиләләр, династиялар үҙҙәренең тамырҙарын архивтарҙа барлап, ата-бабаларының шөғөл-кәсептәрен, йәшәгән йылдарын теүәл белһен өсөн уҙғарыла “Быуын сылбыры” конкурсы. Был бәйгелә ҡатнашыусылар күп түгел, архивта мәғлүмәт йыйыу оҙаҡ ваҡыт, көс талап итә. Шулай ҙа туған, зат барлаусыларҙың артыуы ҡыуандыра, — тине “Ҡомартҡы” проекты авторы Гөлгөнә Вәлит ҡыҙы. — Форум сиктәрендә уҙған конкурстар йыл да үҙгәреп тора. Әйтәйек, былтыр Байымда үткән сара сиктәрендә “Йыуаса” байрамы һәм «Лаҡап тирмәһе» тип аталған лаҡап һөйләүселәр конкурсы үтте. Урал аръяғында башҡорттарҙың фольклор жанрҙары, халыҡ юморҙары, сәсәндәр сәнғәте яҡшы һаҡланған. “Ашъяулыҡ” конкурсында күптәнән онотолған ризыҡтарҙы тергеҙеү, үҙенсәлекле аш-һыу төрҙәрен юғалтмауҙы күҙ уңында тотабыҙ. Быйыл Әбйәлил ерлегендә һарауыс эшләүҙе тергеҙеү ниәте менән оҫталыҡ дәресе үткәреү маҡсатын ҡуйҙыҡ.
Был ижади майҙансыҡ йылдан-йыл матурлана, байый, яңынан-яңы исемдәр асыла. Форумдың эмблемаһы итеп Әбйәлил ерлегендә генә һаҡланған кейеҙгә баҫылған арҡырсаҡ, тәгәрмәс орнаменты алыныуы ла юҡҡа түгел. “Ҡомартҡы” — халыҡ ҡомартҡыларын һаҡлау, йәш быуынға еткереү йәһәтенән миңә бик ҡәҙерле булған проект һәм ул йәшәр тип ышанам. Сөнки форумда беҙҙең район ғына ҡатнашмай, быйыл, мәҫәлән, Бөрйән, Хәйбулла райондарынан, Өфө ҡалаһынан, хатта Ырымбур өлкәһенән ғаиләләре менән килеп ҡатнашыуҙары бик мәртәбәле тип һанайым.
“Ҡомартҡы” форумының тәүге көнөндә “Ашъяулыҡ” конкурсында ҡатнашыусы оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар һынау тотто. Милли ризыҡ менән тулы өҫтәлдәрҙә аш-һыуҙың ниндәй генә төрө юҡ ине. Тел йоторлоҡ һый-ниғмәт әҙерләүселәрҙең күпселеге район мәҙәниәтселәре булды. Улар хөрмәтле ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршы алып һыйланы, һәр ризыҡтың әҙерләү сере менән таныштырып ҡалырға тырышты. Әбйәлилдең уңған, оҫта хужабикәләренә генә хас муллыҡ, бәрәкәт сағылды «Ашъяулыҡ»та. Күҙ алдына килтерегеҙ әле: табын йәме — бишбармаҡ, ҡаҙы-тултырма, ҡуллама, төрлө иттәр, сейәле, муйыллы, аҡ, иретелгән һары май, ыҫталған, әсе, кипкән, сөсө ҡорот, эремсек, һөҙмә, ҡыҙыл эремсек, ҡаҡ, талҡан. Ҡамыр ризыҡтарын һанап осона сыҡҡыһыҙ — ҡомалаҡҡа әсетеп бешерелгәне, ҡул икмәге, майикмәк, көлсә, йыуаса, сәк-сәк, урама, емешле бөйөрөктәр, төрлө бәлештәр, ҡоймаҡ, хатта онотолоп барған киндерле «бетле икмәк» (сәйнәгәндә сырт-сырт итеп торғанға бетле тигәндәр) бешергәндәр. Амангилделәр жюри ағзаларын “Килен сәйе”нә саҡырҙы, иң ҡәҙерле ҡунаҡтарға бай табын ҡорғайны. Ҡырҙас һәм Әхмәт оҫтабикәләре ҡамыр аштарынан һығылып торған өҫтәл әҙерләгәйне. Байымдарҙың “Уңғандар” командаһы ысындан да уңған булыуҙарын күрһәтте, күбәләктәр әҙерләгән һый-ниғмәт туйҙы туйындырырлыҡ ине. Йылҡы итенән кәтлит, ыуыҙҙан йыуаса, муйыл бөйөрөгө, ҡулдаманы ауыҙ итте жюри ағзалары. Буранғолдар итле ризыҡтарҙың ниндәйен генә ашъяулыҡҡа теҙмәне, утыҙға яҡын аш-һыу әҙерләп таң ҡалдырҙы. Һәйетҡолдан “Теге өсәү” командаһы күптәр белмәгән, юғалып барған ризыҡтар — баш итенән бишбармаҡ, өлөш, ҡалас, ҡулға икмәк, ыуыҙ майы ҡуйҙы. Ырымбурҙан Сарбаевтар ғаиләһе төрлө башҡорт ризыҡтарын тәҡдим итте. Ишҡолдар үҙебеҙҙең урман-ҡырҙарҙа үҫкән үләндәрҙән яһалған шифалы, хуш еҫле сәйҙәр, буҙа, айрандан тәмләтте. Әнисә Әхтәмованың шәхси предприятиеһы менән Таштимер мәҙәниәтселәре ҡамыр ризыҡтарының төрлөлөгө, тәмлелеге менән һоҡландырҙы.
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт архивы бүлек етәксеһе, жюри рәйесе Зөфәр Ғәтиәтуллин, фольклорсы-этнограф, “Селтәр” башҡорт халыҡ кейемдәре студияһы етәксеһе, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлгөнә Баймырҙина, Рәсәй кейеҙ оҫталары ассоцияцияһы һәм халыҡ-ара педагог-рәссамдар союзы ағзаһы, Өфө ҡалаһының 2-се сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Ләйсән Ғилманова, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры актрисаһы  Гөлсөм Бикбулатова, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зөлхиә Исхаҡова форум сиктәрендә ойошторолған конкурстарға ҡуйылған береһенән-береһе тәмле эштәрҙе баһаланы.  
 “Ашъяулыҡ” конкурсының Гран-приһына Миләүшә Сәлимова етәкселегендәге Буранғол командаһы лайыҡ булды. “Башҡорт аш-һыуы оҫтаһы”ның 1-се дәрәжәләге дипломы менән Амангилде командаһы (Зифа Ҡужахметова) бүләкләнде. Икенсе урынға Зәмирә Мөхәмәтова етәкселегендәге Байым уңғандары сыҡты. Өсөнсө урынды Ҡырҙас (Флүрә Мәсәлимова) һәм Ишҡол (Фәнис Ҡаһарманов) командалары алды. “Ит ризыҡтары” номинацияһында еңеүсе тип Ырымбурҙан Илнур Сарбаев табылды. “Милли ризыҡтарҙың онотолған рецептары” номинацияһында Гөлзифа Камалова етәкселегендәге Һәйетҡол ауылы командаһы еңеүсе дипломы менән бүләкләнде. “Ҡамыр ризыҡтары оҫтаһы” номинацияһында Асҡарҙан Әнисә Әхтәмова еңде, Дилара Ҡужина (Гусев), Гөлнара Нәғимова (Ишҡол) диплом алды. “Милли исемлектәр оҫтаһы” номинацияһында Ләйсән Ғиләжева етәкселегендәге Таштимер командаһы еңде, ә  Зөлфиә Ишморатова (Бөрйән) дипломға лайыҡ булды.
Ҡомартҡы” этник форумының икенсе көнөндә «Быуын сылбыры» һәм “Оҫта ҡулдар” конкурстары, башҡорт милли ҡатын-ҡыҙҙарының баш кейеме — һарауыс эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе һәм боронғо кәсептәрҙе юғалтмау буйынса «түңәрәк өҫтәл» уҙҙы.
Ҡатын-ҡыҙҙар элек-электән матур- лыҡҡа, камиллыҡҡа ынтылған. Бөгөн дә гүзәл заттарыбыҙ боронғо милли кейемдәрҙе, биҙәүестәрҙе тергеҙеү, уларҙы йәш быуынға өйрәтеү йәһәтенән оло эш башҡара. Талантлы, оҫта ҡуллы уңғандарҙың күңелдәренә ятҡан шөғөлдәренә бар йөрәк йылыһын һалып, шунан йәм табыуҙарын күреп, һоҡланғыс эштәренә хайран ҡалаһың. Күргәҙмәлә Әбйәлил оҫтабикәләре ҡуйған түшелдеректәрҙең иҫәбе-һаны юҡ ине — шул тиклем зауыҡлылар, ҡупшылар, төрлө төҫ­тәре, биҙәктәре менән күҙ яуын алалар. Улар  теккән милли кейемдәр сәхнә түрҙәрен йәмләһә, ҡорама-юрғандар, бәйләнгән әйберҙәр, һуғылған балаҫтар, шәлдәр төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнашҡан. Бәйләү-тегеүгә маһирлыҡ быуындан-быуынға күсә килә. Мәҫәлән, Буранғол ауылынан билдәле ҡул эштәре оҫтаһы Рәсилә Вәлиеваның эшен ҡыҙы Ләйсән Йәһүҙина дауам итә. Ул әсәһенең һуғылған шәлдәрен алып килгәйне. Ҡаҙмаштан Сәлимә Сафина менән Рәсимә Мәхмүтова бәләкәй саҡтарынан әсәләренән өйрәнеп, милли күлдәктәр тегеү, түшелдерек-биҙәүестәр эшләүгә оҫтарғандар. Рәсимә апай 44 йыл элек килен булып төшкән сағындағы бирнәһенән буй балаҫын күргәҙмәгә ҡуйғайны. Ҡырҙастан алтын ҡуллы Фәриҙә Сәлимйәнованың конкурсҡа ҡуйылған эштәре күп төрлөлөгө, сағыулығы менән әсир итте. Хәмиттән Илсиә Ҡасимова тарихи китаптарҙан өйрәнеп, боронғо баш кейемдәрен тергеҙгән. Хәрби баш кейеме, малахай, тиренән тегелгән баш кейемдәре бар. Ошо уҡ ауылдан мөмкинлектәре сикле булһа ла, ҡул эшен яратҡан Айгөл Мөхәмәҙиеваның картиналары тормош матурлығын асты.
“Оҫта ҡулдар” конкурсы Гран-приһы Таңһылыу Ҡарағоловаға (Бөрйән) тапшырылды. Ижади бәйгенең асышы булған, ағас эше оҫтаһы Зөлфир Фәттәхов (Буранғол) беренсе урынға лайыҡ булды. Айгөл Ишаева (Үрге Әбдрәш) менән Гөлназ Абдуллина (Асҡар) икенсе һәм өсөнсө урындарҙа билдәләнде.
Шәжәрәләренең бик төплө эшләнеүе менән жюри ағзаларын һоҡландырған Әлиә Мәүлитова (Хәмит) «Быуын сылбыры» конкурсы Гран-приһына лайыҡ булды. Рәйсә Сарбаева (Ырымбур), Нәзифә Солтанова (Дәүләт), Инзирә Ишморатова менән Нурзилә Усманова (Бөрйән), Зөләйха Рыҫҡолова (Өфө) тәүге урындарҙы алды. Еңеүселәр диплом һәм сертификаттар менән бүләкләнде.
Халыҡ ҡомартҡыларын йыйған, яңы исемдәр, таланттар асҡан мәртәбәле форумды тантаналы ябыуҙа Башҡортостандың атҡаҙанған йырсыһы Гөлсөм Бикбулатова һәм райондың мәҙәни көстәре ҡатнашлығындағы концерт күңелле ял минуттары бүләк итте.
Динара САФИУЛЛИНА.

Читайте нас