Фестивалде рәсми өлөшөн асыу хоҡуғы Рауил ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Абдулхаҡ Солтановҡа бирелде, ул ҡунаҡтарҙы тәбрикләгәндән һуң, ҡыҫҡаса биләмәләге эштәр барышы менән таныштырҙы.
Район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесәһе Элиза Ҡунафина күп бала үҫтергән абруйлы ғаиләләр Рәшит һәм Айһылыу Хисмәтовтар, Рифат һәм Альбина Вәлиевтар, Әхмәр һәм Айһылыу Ҡаһармановтар, Илмир һәм Айгөл Камалетдиновтар, Даян һәм Тәнзилә Шәһәрғазиндар, Радмир һәм Айгөл Ишаевтар, Кәрим һәм Әҡлимә Мөхәмәҙиевтар, Тәнзилә һәм Даян Шәһәрғәзиндар хаҡында йылы һүҙҙәр әйтеп, уларҙы Рәхмәт хаты менән бүләкләне.
Район хакимиәтенең социаль үҫеш бүлеге етәксеһе Гөлдәр Рәхимова: “Ғаилә – тормошобоҙҙоң нигеҙе, халҡыбыҙҙың киләсәге. Матур ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, күптәргә өлгө булған парҙар данлай ауылдарҙы”– тип, 50 йыл бергә татыу ғүмер кисергән юбилярҙарҙы тәбрикләне.
Бына инде өсөнсө йыл илебеҙҙә махсус хәрби операция бара, батыр йөрәкле ир-егеттәребеҙ Ватан һағына баҫты. “Ватанды һаҡлаусылар” фондының райондағы социаль координаторы Д. Ҡ. Ғәлиуллина юғалтыуҙар кисергән ғаиләләргә дауахана-шифаханаларҙа сәләмәтлектәрен нығытыу мөмкинлектәре һәм башҡа төрлө ярҙам саралары тураһында һөйләне. “Ватанды һаҡлаусылар” фонды эшләй башлағандан алып, дүрт йөҙҙән ашыу мөрәжәғәт килгән, шуларҙың 350-һе хәл ителгән. “Медицина ярҙамы, психологик ярҙам кәрәк булғандарға Ҡыуатов исемендәге республика клиникаһы, Асҡар дауаханаһы менән берлектә ярҙам күрһәтәбеҙ. Бөгөнгө көнгә 25 хәрби һәм 60-тан ашыу һалдаттың ғаилә ағзалары шифаханаларҙа дауаланыу үтте”, – тине Д. Ғәлиуллина.
Р. Р. Ғүмәрова үҙе етәкләгән “Ғаилә” үҙәгенең эше менән таныштырҙы. Инвалидтарға, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ойошма күрһәткән ярҙам төрҙәрен барланы. Рәйлә Рәхмәт ҡыҙы 50 йылдан ашыу бергә ғүмер иткән ирле-ҡатынлыларға хөкүмәт тарафынан аҡсалата ярҙам ҡаралауын әйтеп, алтын парҙарҙы шатландырҙы .
Район социаль фонды начальнигы Сәләх Йомағужин пенсияның индексацияланыуы тураһында аңлатма бирҙе
Халыҡты эш тәьмин итеү үҙәге етәксеһе Радик Рәхмәтуллин үҙ эшен асырға йөрьәт итеүселәргә кәңәштәрен еткерҙе һәм ашнаҡсы, тимер-бетонсы, эштәр идарасыһы һәм башҡа бик күп һөнәргә бушлай уҡыу мөмкинлектәре тураһында хәбәр итте.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының янғындарҙы профилактикалау хеҙмәте үҙәге инспекторы Рамил Ғиниәтуллин янғын сыға ҡалһа, тәү һаҡланыу саралары менән таныштырҙы.
Сара биләмәнең һәүәҫкәр әртистәренең дәртле сығыштары менән аралаштырылып алып барылды.
Артабан фестивалдә ҡатнашыусылар балаҫ һуғыу буйынса оҫталыҡ дәресендә булды. Ишҡол китапханасыһы Руфина Ирғәлина, Красная Башкирия һәм Дәүләттән килгән бер туған Файза Мирхәйҙәрова менән Сәғиҙә Йәнбирҙина буялған кәзә, һарыҡ йөндәренән әҙерләнгән төрлө төҫтәге ептәрҙән балаҫтар һуҡты. Балаҫ һуғыу оҫталығы апайлы-һеңлеләргә әсәләренән күскән, уларҙың бер туған ҡустыһы Юлай Һибәтов балаҫ станоктарын көйләүсе икән. Әйткәндәй, оҫтаның ҡул эштәре, күргәҙмә материалдары район, республика конкурстарында еңеүсе булараҡ билдәле. Оҫтабикәләрҙең эше күптәр өсөн яңы асыш булды.
Сара аҙағында фестивалдең күсмә вымпелы тантаналы рәүештә Асҡар, Гусев һәм Ҡырҙас ауыл биләмәләренә тапшырылды.