Ул 1944 йылдың 18 апрелендә Кемерово ҡалаһында донъяға килә. Тамыр-ҙары Әбйәлилгә, Асҡар ауылына барып тоташҡан башҡорт малайының сит ерҙә донъяға килеүе золом сәйәсәтенә бәйле. Әбйәлил һәм Баймаҡ райондарында төпләнгән Яҡшымбәтовтарҙың – 10-дан ашыу ғаиләнең һөргөнгә ҡыуылыуына Әхмәтзәки Вәлидиҙең ошо нәҫел кейәүе булыуы сәбәпсе. Вәлидиҙең ҡатыны Нәфисә Маликтың атаһы Нәсихтең бер туған апайы була. Ғаилә 1931 йылда спецпоселениеға оҙатыла. Маликтың ағаһы Намиҡ һәм апайы Рәмилә лә алыҫ Себерҙә тыуа.
Киләсәктә билдәле кинорежиссер булып таныласаҡ малай бәләкәйҙән театр һәм кино донъяһына ылыға. Мәктәп йылдарында драма түңәрәгенә йөрөй. Был балалар театр коллективы тиҙҙән Кемеров өлкәһендә билдәлелек яулай. Түңәрәктең художество етәксеһе Лапицкий тигән кеше уҡыусы ғына егеткә етәкселек дилбегәһен ышанып тапшыра. Кино экрандарына Михаил Ромдың «Девять дней одного года» художестволы фильмы сыҡҡас, Малик уны кәм тигәндә ун тапҡыр барып ҡарай, фильмды кине-матографтың классикаһы тип баһалай.
Мәктәпте тамамлағас М. Яҡшымбәтов Байкалға комсомол төҙөлөшөнә юллана. Үҙенең киләсәген кинематография менән бәйләргә теләһә лә, быға ҡыйыулығы етмәгән егеттең Василий Шукшин менән танышыуы яҙмышында хәл иткес роль уйнай. Бер интервьюһында ул был хаҡта: «Василий Макарович өсөн был осрашыу бер мәл генә булһа, минең тормошомда хәл иткес булды. Был йондоҙ менән осрашыу ине. Мин тере классикты күрҙем. Нәҡ ул мине ВГИК-ҡа (Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институты), Белокуров һәм Чухрайҙың художестволы фильм һәм телефильм оҫтаханаһына уҡырға барырға илһамландырҙы», — ти. Мәскәүгә юллыҡ аҡса йыйыу маҡсатында кочегар булып та эшләй йәш кеше.
Бер урынға 50-ләп кеше дәғүә иткән ҙур конкурсты үтеп, тәүге набор составында телевизион режиссура буйынса һабаҡ ала Малик Яҡшымбәтов. Үҙе кеүек сәнғәткә үҙ ҡарашы, шәхси фекере булған дыуамал, амбициялы һабаҡташтары менән ВГИК тарихында бығаса булмағанса курсты етәкләгән педагогтарҙан баш тартып, үҙҙәренә етәксе-остаз итеп билдәле режиссер Григорий Чухрайҙы тәғәйенләүҙе даулай улар. Биш йыл уҡыу дауамында Григорий Наумович студенттарының ижади яҙмыштарын хәл итеүҙә ҙур роль уйнай. Улар араһынан Рөстәм Хамдадов, Ираклий Асатиани, Юрий Шиллер, Канымбек Касымбеков һәм Малик Яҡшымбәтов кеүек танылған режиссерҙар үҫеп сыға. Тәүге стажировканы Малик Нәсих улы Башҡортостанда үтә.
1966 йылда, икенсе курс студенты булған Малик практика үтергә башҡорт киностудияһын һайлай. «Одесса студияһына йәиһә «Ленфильм»ға, ғөмүмән, теләгән урыныма бара ала инем, ә мин Өфөнө һайланым. Ата-бабаларымдың йәнтөйәген күрергә теләнем, — ти ул был турала. — Атайым: «Башҡортостанда беҙҙең затҡа бәхет тә, эш тә табылмаясаҡ. Сөнки беҙ «вәлидовсылар», — ти торғайны. Мин ул кешенең кем икәнен дә белмәй, атайымдың әрнеүҙәрен дә аңламай үҫтем. 20 йәшемә етеп Солженицын әҫәрҙәрен уҡығанға тиклем тыуып-үҫкән Сиблаг ҡасабаһын ябай бер ауыл тип уйлай торғайным».
Башҡортостанға килеүе, кино төшөрәм тип янып йөрөүе, атаһы күҙаллағанса, яҡшы тәьҫораттар ҡалдырмай егеттә. Мәскәүгә китеү менән артынса Чухрай исеменә етәкселәрҙән һиҙемләүенсә «сәйәси планда ышаныслы кеше түгел» тигәнерәк йөкмәткеле ялыу-хат килеп етә. Остазы уны уҡып та тормаҫтан бөтә курс алдында йыртып ырғыта һәм Маликка: «Башыңды юҡ-бар менән ҡыйлама», — ти.
Ошонан аҙаҡ Өфөлә эшләү тураһында һүҙ ҙә булмай. 1969 йылда ВГИК-ты уңышлы тамамлап, 1985 йылға тиклем «Ҡаҙаҡфильм» киностудияһында хеҙмәт итә. 1971 йылда Малик Яҡшымбәтов «Обретешь в бою» тигән беренсе документаль фильмын төшөрә. «Лето в зоопарке» ҡыҫҡа метражлы фильмы, «Возвращение Ольмеса» телефильмдары һәм башҡа эштәре менән билдәлелек ҡаҙана. 1985 йылда «Ҡаҙаҡтелефильм» студияһына күсә. Бында ул йәмғиәттә ҙур шаңдау тыуҙырған 20-нән ашыу документаль һәм документаль-публицистик фильмдарын төшөрә.
1991 йылда Алма-Атала режиссер булып эшләп йөрөгән еренән яңы асылған «Башҡортостан» киностудияһына художество етәксеһе итеп эшкә саҡырыла. Майлы ҡалъя көтмәй уны бында. Иҫке пленка, боронғо аппаратура, бер камера һәм бер режиссер — бөтә арсенал ошо. Юғарынан бер кемдең эше юҡ, кино төшөрөргә финанстар ҙа бүленмәй. Уның ҡарауы Өфөлә эшләгән ике йыл ваҡыт эсендә ул иң ҡапма-ҡаршылыҡлы фильмдарын ошо аяныслы хәлдәге киностудияла төшөрөп өлгөрә. Улар — «Салауат Юлаев көндәре» (1991 й.), «Аксаков һәм Башҡортостан» (1991) документаль-публицистик һәм «Азатлыҡ ҡапҡаһы» (1992) беренсе башҡорт художестволы фильмдары. Башҡорт халҡының ябай булмаған яҙмышы, үткәне һәм бөгөнгөһө тураһында һөйләгән «Азатлыҡ ҡапҡаһы»н да, уны экранға сығарған кинорежиссерҙы ла, әйтергә кәрәк, барыһы ла яратып ҡабул итмәй. Әммә фильм 1992 йылда Төркмәнстандың баш ҡалаһы Ашхабадта уҙғарылған «Көмөш ярым ай» Халыҡ-ара кинофестивалендә беренсе премия менән билдәләнә. Ғәзим Шафиҡовтың сценарийы буйынса Ш. Бабич тураһында төшөргән «Ташта минең ҡуйы ҡаным» (1992) документаль фильмы уның иң һуңғы эше. Был фильм да шулай уҡ Халыҡ-ара кинофестивалдә беренсе премия менән бүләкләнә.
Ҡаҙағстанда эшләгән осоронда уҡ Малик Нәсих улы билдәле совет кино эшмәкәре булып таныла. Новосибир-скиҙан Рәсәйҙең иң яҡшы операторҙарының береһе Анатолий Руднев уны уйын булмаған киноның мэтры, күренекле кинорежиссер тип нарыҡлай.
Малик Яҡшымбәтовтың тырышлығы менән Ш. Айманов исемендәге «Ҡаҙаҡ-фильм» киностудияһында республиканан анимация рәссамдарының ҙур төркөмө уҡытыла, аҙаҡ уларҙың күптәре анимация өлкәһендә профессиональ режиссерҙар һәм рәссамдар булып китә.
1993 йылдың 18 февралендә Малик Нәсих улының йөрәге ҡапыл тибеүҙән туҡтай. Данлыҡлы шәхес Асҡар ауылы зыяратында ерләнгән. Малик Яҡшымбәтовтың ижади юлы оҙон түгел, ләкин тәҡдиренә яҙылған 48 йыл ғүмерендә ул башҡорт мәҙәниәте үҫеше өсөн күп эштәр башҡарып өлгөрә һәм үҙе артынан халыҡ хәтерендә яҡты эҙ ҡалдыра. Район үҙәгендә бер урам һәм кинотеатр уның исемен йөрөтә.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.