Мәҙәниәт
7 Май 2024, 06:50

"Хыялым - йыр яҙыу"

Зәйнишевтар нәҫеле моңло йырсы Вилдан Зәйнишевҡа синтезатор бүләк итте  

"Хыялым - йыр яҙыу""Хыялым - йыр яҙыу"
"Хыялым - йыр яҙыу"

4 апрель көнө Хәмит ауылы мәҙәниәт йортонда "Йырһыҙ йәшәүҙәрҙең йәме юҡ"исемле Зәйнишевтар нәҫеле тарафынан әҙерләнгән концерт үтте.

 Күптән түгел гәзит биттәрендә Хәмит ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренең Ғаилә йылына ойошторған нәҫел-аралар буйынса ҙур концерт-фестиваль уҙғарыуҙары тураһында яҙғайныҡ. Тап шул фестивалдә, Зәйнишевтар нәҫеле концерт ҡуйған мәлдә беҙ яратып тыңлаған моңло һандуғас, республика һәм район кимәлендә күп конкурстар лауреаты булған Вилдан Зәйнишев үҙенең туғандарына йыр яҙырға хыялланыуы тураһында әйтә. Һәм уның яҡындары Вилдан Хәйҙәр улының тыуған көнөнә ҙур бүләк яһай: ауыл мәҙәниәт йортонда концерт ойоштора һәм йырсының тыуған көнөнә синтезатор бүләк итә.

Сарала Учалынан килеүсе Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ирле-ҡатынлы Юлиә һәм Тәфтизан Зәйнишевтар, Өфөнән Сәлимә һәм Фаяз Йәнтүриндар ҡыҙҙары Сәлиә һәм Фаягөл менән (әйткәндәй, Фаяз Йәнтүрин үҙенең аппаратураһы менән килгән), Асҡарҙан Рәсилә һәм Әҡсән Әбүшахмановтар, Хәмиттән Рәсилә һәм Иштимер Зәйнишевтар, Гөлсәсәк, Рима һәм Нәилә Зәйнишевалар, Ғилмиә Аҡмырҙина, шулай уҡ Вилдандың ижадташ дуҫтары - Салауат Хамматов, Радмир Солтанбаев, Ринат Ҡорманаев ҡатнашты. Салауат Хатап улы Вилданды ҡотлап, матур йырҙарын күстәнәскә алып килһә, Радмир Иншар улы баянда уйнаны, уҡытыусыһы Ринат Булат улы уҡыусыһы өсөн ҙур ғорурлыҡ тойғоһо кисереп, концертта үҙе лә ҡатнашып Вилдандың ижад емештәрен күреп ҡыуанды. Шулай уҡ ауыл мәҙәниәт йортоноң хеҙмәткәрҙәре Рәмилә Нуритдинова менән Әлиә Ҡасимова ла ижади кисәнән ситтә ҡалманы, уларға Зәйнишевтар нәҫеле тарафынан әҙерләнгән ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.

Вилдан Зәйнишев Асҡар сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнә. Бөтә Рәсәй йәш музыканттар конкурсында ҡатнашып II дәрәжәле диплом һәм I дәрәжәле лауреат, Ғәли хәмзин исемендәге вокалсылар араһында уҙғарылған зона ярышында лайыҡлы беренсе урын яулай. Шулай уҡ Бөтә Рәсәй инвалидтар ойошмаһы үткәргән төбәк бәйгеһендә вокал буйынса I дәрәжәле дипломға, Сәхи Хисмәтуллин исемендәге “Оҙон көй” төбәк-ара бәйгеһендә лә дипломға, Һаулыҡ мөмкинлектәре сиклеләр арыһанда уҙғарылған  “Таланттар йондоҙлоғо” конкурсында Гран-приға, “Яҙғы һандуғас” Башҡорт йыры фестивалендә I дәрәжәле лауреат исеменә эйә була Вилдан Хәйҙәр улы. Мәҙәниәт өлкәһендә өлгәшкән ғаҙаныштары өсөн район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡовтан диплом һәм Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт өлкәһендә күп йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованан Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.

Моңло йырсы, һәм, әлбиттә, кеше булараҡ та иплелеге, тырышлығы менән һоҡландырған талант эйәһе Вилдан Зәйнишевтың емешле ижады тамашасы йөрәген үҙенең халыҡсанлығы, тәбиғилеге менән арбай. Йомшаҡ, талғын тауышын ишетеүҙән күңел аһәң, һөйөү менән тула. Ә бит сәхнәләге камиллығына хайран ҡалып, тормошонда уға әсе һынауҙар үтергә тура килгән тип һис әйтмәҫһең. Хоҙай яратҡан йәненә һынауҙар ебәрә, тиҙәр. Ҡаршылыҡ һәм һыҙланыуҙар аша таҙарынып, тағы ла бейегерәк үрҙәргә ынтылған Вилданға һоҡланмау мөмкин түгел.

Был ваҡиға йырсыны тағы ла ҙурыраҡ маҡсаттарға илһамландырған. Хоҙай яҙған тәҡдирен ҡабул итеп, йөрәге ҡушҡанды башҡарыуы менән бәхетле һәм аяулы ул йырсы егет. Һәләтле ижадсы Вилдан Зәйнишевҡа киләсәктә лә тик алҡыштарҙан торған ижад үрҙәре теләйек. Ҡабатланмаҫ тәбиғи асылы уны киңерәк офоҡтарға күтәрһен һәм эстрада күгендә композитор булараҡ яңы йондоҙ ҡабыныуға булышлыҡ итһен!

"Хыялым - йыр яҙыу"
"Хыялым - йыр яҙыу"
"Хыялым - йыр яҙыу"
Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас