Тәүге аҙымдарынан атлап түгел, бейеп киткән Әлиәгә тирә-яҡта шәп бейеүсе даны алған өләсәһе Таибә кеүек оҫта бейер ул тип юрайҙар. Һәм һис яңылышмайҙар. Көләкәс йөҙлө, иркә ҡыҙсыҡ бәләкәй сағынан матур, ҡупшы күлдәктәрен өйрөлтөп бейергә ярата, ҡунаҡтар алдында ла һис тартынмай, рәхәтләнеп «концерт» ҡуя. «Ҡайынҡай» балалар баҡсаһына йөрөй башлағас, тәрбиәселәре Венера Әхәт ҡыҙы Әлиәне байрам-иртәлектәрҙә бейетә. Артабан Асҡар сәнғәт мәктәбенең хореография бүлегендә шөғөлләнә. Бәхетенә, оҫта бейеүсе Фәүҡинур Фәтхуллина ҡулына эләгә. Ул бейеү сәнғәте нескәлектәрен өйрәтә, ҡыҙ күңелендә сәхнәгә ынтылышты күреп, уның һәләтен үҫтерә.Тап ошо мәлдә Яхъя Ҡаҙаҡбаев Асҡар мәктәбендә «Дуҫлыҡ» балалар бейеү ансамблен ойоштора, отҡор ҡыҙ унда ла йөрөргә өлгөрә. Ҙур сәхнәлә сығыш яһау Әлиәне шундай ҡанатландыра, бейеү уның өсөн мөғжизәле донъя була. Һабантуйҙарҙа ҡатнашыу, ауылдар буйлап концерттар ҡуйыу — иң күңелле мәлдәр булып хәтерендә һаҡлана.
Әлиә 9-сы кластан һуң Сибай педагогия колледжына уҡырға ингәс, иң ҡыуанғаны бейеү ансамбленең барлығы булғандыр, моғайын. Беренсе курстан ике ҡыҙ һәм ике егетте һайлайҙар, Әлиәне һис һүҙһеҙ ансамблгә алалар. Баш көллө студент тормошона сумған ҡыҙ йәшлек йылдарын айырыуса йылылыҡ менән йөрәк түрендә йөрөтә.
— Беҙҙең колледж электән алдынғы булыуы, көслө кадрҙар әҙерләүе менән дан ҡаҙанды. Үҙ эшенә мөкиббән киткән уҡытыусылар ҡулында белем алырға яҙҙы. Билдәле композиторҙар Юлай Моратов менән Редик Фәсхетдинов баянда уйнарға өйрәттеләр, — тип студент осорон һағынып һөйләй Әлиә Милләт ҡыҙы. — Өсөнсө курста беҙҙең ансамблгә Ринат Ҡолбәйетов килде, ул репертуарҙы байытты. «Гөлнәзирә» бейеүе менән бөтә сәхнәләрҙе гөрләттек. Ансамблдең даны артты, уҡыу йорттары араһында бөтә фестивалдәрҙә ҡатнаштыҡ, Сибайҙа уҙған бер мәҙәни сара ла беҙҙән тыш үтмәне.
Бишенсе курста Әлиә район үҙәгенә практика үтергә ҡайта һәм Т. Кусимов исемендәге гимназияның ул саҡтағы ди-ректоры Әлфиә Афзалова уҡыусыларға вальс бейергә өйрәт тип тәҡдим итә. Йәш ҡыҙ дәртләнеп гимназистарға «Һуңғы ҡыңғырау» тантанаһы өсөн бейеү һала башлай. Әйткәндәй, Әлиә Милләт ҡыҙы 23 йыл инде гимназистарҙы вальс бейергә өйрәтә. Шул ваҡыт колледждан студенттарҙың дәүләт практикаһын нисек үтеүен тикшереү өсөн уҡытыусыһы килеп төшә. Баҡтиһәң, уны уҡыу йорто исеменән «Педагогик оҫталыҡ» республика конкурсына ебәрергә ҡарар иткәндәр. Практикаһын өҙөп, имтихандарға автомат менән бишле алып, Әлиә тағы ике студент менән ижади бәйгегә әҙерләнә башлай. Команда Сибай педагогия колледжының данын уңышлы яҡлап, беренсе урын яулап ҡайта.
Уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлаған башланғыс кластар уҡытыусыһын гимназияға эшкә саҡыралар. Тик Әлиә Милләт ҡыҙы юғары белем алырға ҡарар итә, күптәнге хыялы — хореограф булыу. Әммә әсәһе, оҙаҡ йылдар бухгалтер булып эшләгән Сара Сабит ҡыҙы уның бейеүсе булыу теләгенә ҡаршы төшә, бухгалтерлыҡҡа барырға өгөтләй. Әлиә яҡын кешеһен тыңлап, СиБДУ-ның иҡтисад факультетында яңы ғына асылған һалым һалыу буйынса төркөмгә уҡырға инә. Яуаплы, тырыш ҡыҙҙы тәүге курста уҡ староста итеп һайлайҙар. Мауыҡтырғыс студент тормошо дауам итә: университетта белем ала, яратҡан шөғөлөнән дә айырылмай. Хореограф Ринат Ҡолбәйетов уны шунда уҡ «Ете ырыу» ансамбленең төп төркөмөнә саҡыра. Кис һайын бейеү залында оҙайлы репетициялар бара, төрлө халыҡтар бейеүҙәрен өйрәнәләр. Вуздар араһындағы ижади конкурс-фестивалдәрҙә сығыш яһауҙар йәш бейеүселәрҙе ҡанатландыра. Күңелле, ҡабатланмаҫ мәлдәр төш кеүек кенә үтеп китә.
Тик тормоштоң үҙ ҡанундары — Әлиә күптән дуҫлашып йөрөгән Асҡар егетенә кейәүгә сыға. Йәштәрҙең туйы ул ваҡытта бик үҙенсәлекле, милли стилдә үтә. Әлиәнең күңелендә күптән йөрөткән хыялын буласаҡ тормош иптәше тормошҡа ашыра. Ҡыҙ үҙенең эскизы буйынса матур аҡ елән тектерә, күҙ яуын алырлыҡ ҡашмау эшләтә. Никах теркәү тантанаһы сценарийын да үҙе яҙа һәм Илүзә Шәйәхмәтова саф башҡортса итеп алып бара. Китапхана алдына тирмә ҡуялар, ҡунаҡтарҙы башҡорт ризыҡтары, буҙа, ҡымыҙ менән һыйлайҙар. Кейәү менән кәләш милли кейемдәрҙә, кырандас егелгән аттарҙа килә. Туйҙа «Кәләш бейеүе»н башҡарып, барыһын да «аһ» иттерә. Әлиәнең бейегәнен тәүге тапҡыр күргән Наилдың ғәжәпләнеүенең сиге булмай. Йәш килен ике ҡәйнәле йортҡа төшә. Тәүге көндән ололарға ихтирамлы, ярҙамсыл булыуы менән әсир итә. Ҙур ғаиләнең тотҡаһы булған, абруйлы ағинәй Хәбирә Абдрахман ҡыҙы һөйкөмлө, илгәҙәк Әлиәне ейәнсәрендәй яҡын күрә. «Килен курсын яҡшы, бишкә үттең» тип әйтеүе оло баһа була.
Әлиә Милләт ҡыҙы гимназияла эшләп йөрөй, ситтән тороп белем ала. Тәүге ҡыҙҙары Гөлдәриә тыуа. Йәш ғаиләнең бәхетен ишәйтеп, ураҙа айының тәүге көнөндә донъяға ауаз һалған улдарына Рамаҙан тип исем ҡушалар. Улына 9 ай тигәндә, ҡулына юғары белем тураһында диплом ала. «Социнвест» банкыһында уңышлы ғына эш башлай. Һәр эштә теүәллек, асыҡлыҡ яратҡан Әлиә Милләт ҡыҙына был өлкәлә эшләү бик оҡшай. Шулай ҙа күңеле төпкөлөндә сәхнә, бейеү тип янған ҡуҙ баҙлап-баҙлап ҡуя...
Әмәлгә ҡалғандай, бер көндө уға гимназиянан килеп, бейеү ансамбле ойоштороуон һорайҙар. Был тәҡдимде күптән көткәндәй, ҡанатланып шунда уҡ ризалаша Әлиә. Банкта эш сәғәте тамамланыу менән улы менән ҡыҙын балалар баҡсаһынан алып, өйҙә ҡалдыра һәм гимназияға ашҡына. 2010 йылда тәүге бейеүселәр төркөмөн туплап, «Сулпан» ансамблен ойоштора. Тап ошо ҡыҙҙар һәм малайҙар ансамблдең йөҙөк ҡашы була, уның ҡаҙаныштарға бай тарихына ныҡлы нигеҙ һала. Тәүге бейеүҙе ҡуйыу өсөн етәксе үҙенең уҡытыусыһы Рәйес Низаметдиновты саҡыра. Билдәле хореограф «Ҡара-ҡаршы» башҡорт бейеүен өйрәткәс, Әлиә Милләт ҡыҙы ансамблгә костюмдар тектереүҙе хәстәрләй. Район ойошмалары буйлап йөрөп, бағымсылар таба. «Сулпан»дар тәүге тапҡыр «Еҙ үксә» район бейеү конкурсында ҡатнаша һәм беренсе урын яулай. Күп тә үтмәй ансамбль Туймазы ҡалаһына үҙенең тәүге сәфәренә сыға һәм «Дуҫлыҡ әйлән-бәйләне» республика конкурсында уңышлы сығыш яһай.
Ансамбле менән репетициялар һәм сығыштар араһында Әлиә Фәтхетдинова үҙен дә нәзәкәтле, өмөтлө бейеүсе итеп күрһәтә. 2010 йылда «Байыҡ» конкурсының район турында Гран-приға лайыҡ булып, республика этабында ҡатнаша. Финалда «Шаян килен» бейеүе менән «Һығылмалылыҡ» номинацияһында бүләкләнә. Үҙ көсө менән финалға сығып, Әбйәлил данын яҡлаған бейеүсегә район башлығы Рәхмәт хаты менән бүләкләп, маҡтау һүҙҙәрен әйтеүе күңелен үҫтерә.
Әлиә Милләт ҡыҙы БАГСУ-ға уҡырға инә, эш һәм ғаилә мәшәҡәттәре араһында ансамбль менән шөғөлләнергә ваҡыты етмәй башлағас, уны хореограф Радик Хәлиловҡа тапшыра. Әлбиттә, йәш бейеүселәренән айырылыу еңелдән булмай.
— Ҡыҙыбыҙ Гөлдәриә беренсе класҡа барғас, уның класына бейеүҙәр өйрәтә башланым. Ә улым Рамаҙандың класы менән һинд, заманса бейеүҙәр өйрәндек, «Шоколадка» ансамблен төҙөнөм. Бә-ләкәй ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың һап-һары себештәр булып бейеүен һаман онотмайҙар. Район үҙәгендә үткән сараларҙа сығыш яһаныҡ. Шул саҡта мине мәҙәниәт бүлегенә методист итеп эшкә саҡырҙылар. Һуңынан кадрҙар бүлегендә белгес булдым.
Әлиә менән Наил Фәтхетдиновтар өсөнсөгә әсә-ата булыу бәхетен татый. Ҡыҙы Амира әсәһенә оҡшап бейеүсе булмаҡсы, хәҙер Әлиә илһамланып бәләкәсе өсөн бейеүҙәр һала. Яңыраҡ үткән «Гүзәлкәй» конкурсында кескәй Амира «Һомай» бейеүе менән барыһын да таң ҡалдырып, беренсе урын яуланы.
Ә. Фәтхетдинова үҙенең биш йыллыҡ тынғыһыҙ хеҙмәте емеше булған «Урал ынйылары» өлгөлө бейеү ансамбле менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Йәш бейеүселәрҙең район, республика, ил кимәлендәге ижади конкурстарҙа гел еңеү яулай. Яңыраҡ «Таланттар йыһаны» фестивалендә абсолют чемпион исемен яулаған ансамблде Мәскәүгә саҡырғандар. Әлиә Милләт ҡыҙы үҙе лә оҙаҡ йылдар «Йәшлек» халыҡ бейеүҙәре ансамблендә бейей.
Район мәҙәниәте үҫешенә индергән ҙур өлөшө өсөн район башлығы, мәҙәниәт министрының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.
— Яҙғы айҙар беҙҙең өсөн бик тығыҙ осор —конкурстар күп, ансамблдең биш йыллыҡ юбилей кисәһенә әҙерләнәбеҙ, — ти Әлиә Милләт ҡыҙы. — Күңелемде биләгән, йәшәйешемә илһам биргән шөғөлөмдө аңлап ҡабул иткән тормош иптәшемә, балаларыма, әсәйемә, ҡәйнәмә рәхмәтлемен. Яҡындарымдың ышанысы һәм ярҙамы менән бәхетлемен. Миңә дәрт, көс биреп торған бейеүсе балаларыма һәм уларҙың ата-әсәләренә оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм.
Динара САФИУЛЛИНА.