Район мәҙәниәт йортоноң икенсе ҡатында Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы, К. Әхмәтйәнов исемендәге район премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Ринат Атауллиндың ижади мираҫын сағылдырған «Мәңгелек тураһында уйланыуҙар» тип аталған картиналар күргәҙмәһе асылды. Уны ижадсының тыуыуына 65 йыл тулыуға арнап балалары әҙерләне.
Әбйәлил ере бик күп талантлы ул-ҡыҙҙар үҫтергән. Һәм, һис шикһеҙ, шуларҙың береһе булып танылған ҡылҡәләм оҫтаһы Ринат Йомор улы тора. Ул 1959 йылдың 23 ғинуарында Ташбулат ауылында донъяға килә. Магнитогорск педагогия институтының худграфын тамамлай. Әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Асҡарҙа эш башлай һәм йөрәге ҡушыуы буйынса үҙенә бирелгән 63 йыл ғүмерҙе үҙен дә, хеҙмәтен дә тотошлайы менән ижадҡа бағышлап үтә.
Сәнғәт белгесе Валентина Сорокина билдәләүенсә, рәссам башҡорт һынлы сәнғәтендә «Аят» картинаһы менән 1990 йылда танылыу ала. Был картина хәҙерге ваҡытта Башҡорт дәүләт һынлы сәнғәт музейы коллекцияһында М. В. Нестеров картиналары менән бер рәттән һаҡлана.
Ринат Йомор улы республика Рәссамдар союзының һәр ҙур проектында яңынан-яңы эштәре менән ҡатнаша. «Сәнғәттә — тарих» күргәҙмәһенә уның «Шәғәле Шаҡман» картинаһы ҡуйыла, 2006 йылда Мифтахетдин Аҡмулланың 175 йыллығына арналған республика конкурсында «Аҡмулла» композицияһы менән еңеү яулай. «Азатлыҡ ҡапҡаһы. Кинорежиссер Малик Яҡшымбәтов» картинаһы Башҡортостандың 100 йыллығына арналған республика конкурсына тәҡдим ителә.
Тыуған еренә һөйөүе Ринат Йомор улының бөтә әҫәрҙәрендә лә ярылып ята. Рәссамдың «Әбйәлилдең даны һәм ғорурлығы» картиналар циклында Шәғәле Шаҡман, Ишмөхәмәт сәсән Мырҙаҡаев, Бейеш Ишкинин кеүек тарихи шәхестәрҙән башлап бөгөнгө замандаштарыбыҙҙың портреттары урын алған. Уның арыу уҡ эштәре Башҡорт дәүләт һынлы сәнғәт музейында, «Урал» галереяһында, Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының күргәҙмә залында, ил буйынса һәм хатта сит илдәрҙә шәхси коллекцияларҙа һаҡлана.
Күргәҙмәне асыу сараһында алып барыусылар ижадсы һәм уның ижады тураһында бик ентекле һөйләне. Хәйер, был сараға килеүселәр үҙҙәре лә район мәнфәғәтендә оҙаҡ йылдар ҡулға-ҡул тотоноп бергә эшләгән талантлы замандаштары тураһында бик күп хәтирәләре менән килгәйне, һәр береһе һүҙ алып иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.
— Күргәҙмә арабыҙҙан бик иртә киткән Ринат Атауллинға оло хөрмәт билдәһе. Иҫән булһа, быйыл ул 65 йәшен билдәләр ине. Күргәҙмәгә авторҙың һайланма эштәре генә ҡуйылһа ла, улар уның ижадының ни тиклем бай, көслө, күп яҡлы, тәрән фәлсәфәүи йөкмәткеле булыуын күрһәтә. Ә инде картиналарында оҫта сағылдырылған Әбйәлил мотивтары рәссамдың тыуған еренән һут, илһам алыуы, уға тоғролоғо, тыуған яҡ тарихын яҡшы белеүе тураһында һөйләй. Мөмкин тиклем күберәк кешеләр күргәҙмә ҡылһын ине, ата-әсәләр балалары менән килһен, өлкәндәр һәм йәш быуын һынлы сәнғәттең илаһи көсөн тойһон, матурлығын күрһен, тип теләге килә, — тине район хакимиәтенең социаль үҫеш бүлеге начальнигы Гөлдәр Рәхимова.
Райондың Почетлы гражданины В. П. Павлюкович рәссамдың атаһын яҡшы белеүе, уның да һүрәт төшөрөүгә маһир булыуы, улына талант нәҫелдән бирелеүе тураһында һөйләп үтте.
— Ринат Йомор улы намыҫлы һәм бик тыйнаҡ кеше булды. Уның менән эшләүе һәр саҡ еңел бирелде. Нимәне, нисек күрергә теләгәнде нескә тойомлар, әммә сәнғәттәге үҙ ҡарашынан тайпылмай, үҙ һүҙен һүҙ итер ине. Ул оҫта, уға яҡшыраҡ күренә тип уның менән килешергә тура килә торғайны. Ул үҙе өсөн генә ижад итеп йәшәмәне, рәссам-биҙәүсе булып районға хеҙмәт итте. Әбйәлилдәге бик күп стелаларҙың эскизын эшләне, һабантуй булһынмы, спорт ярыштарымы, Яңы йыл һайын Асҡар үҙәген йәмләгән боҙ ҡаласыҡтарымы — зауыҡлы, үҙенсәлекле биҙәлештә Ринат Атауллиндың оҫталығы сағылды. Ижады ла тыуған Әбйәлиленең данын күтәрҙе. Тарихты тәрәндән аңлауын, туған халҡының мәҙәниәтен һәйбәт белеүен буяуҙар телендә ҡылҡәләме менән һүрәтләне. Уның «Әбйәлилдең даны һәм ғорурлығы» картиналар галереяһы ғына ни тора! Үкенесле, үлем талант эйәһен беҙҙең аранан бик иртә алып китте. Ләкин ул беҙгә, киләсәк быуындарға бай мираҫ ҡалдырҙы һәм улар күргәҙмәләрҙе биҙәй, биҙәйәсәк. Ишетеп белеүемсә, яҡташыбыҙ яҙған картиналар хатта Америкала, Канадала шәхси коллекцияларҙа ла һаҡлана, — тине Владимир Петрович.
Хеҙмәт ветераны М. Ә. Бикмәтов ер йөҙөндә таланттар күп булһа ла, рәссамдар һирәк тыуа тип билдәләне. Ринат Атауллиндың ижадында, һис шикһеҙ, танылған рәссам, яҡташыбыҙ Әхмәт Лот-фуллиндың йоғонтоһо бар, ул оҡшаш һыҙаттарҙа, төплө образдарҙа, һынлы сәнғәткә тыуған ергә һөйөү аша бағыуҙа күренә, тине ул. Оҙаҡ йылдар райкомда етәксе вазифалар тартҡан кеше булараҡ, Мират Әхмәтшәриф улы эш буйынса күп тапҡырҙар уның менән юлдары киҫешеүен иҫкә алды:
— Клубтарҙы биҙәү буйынса күп мөрәжәғәт иттек. Ул трафарет буйынса эшләмәне, һәр нәмәгә ижади күҙлектән баҡты. Районда тыуған яҡты өйрәнеү, аҙаҡ Күсемдә Герой Таһир Кусимов музейҙары төҙөлгәс, уларҙы биҙәүгә тос өлөш индерҙе, диарамалар эшләүҙе үҙ өҫтөнә алды һәм ҡатмарлы композицияларҙы уңыш-лы тормошҡа ашырҙы.
М. Ә. Бикмәтов Ринат Атауллиндың исемен мәңгеләштереү мәсьәләһен дә күтәрҙе. Мәктәптәрҙә, рәсем дәрестәрендә балаларҙы рәссамдың ижады менән таныштырыу мөһим, ә район кимәлендә рәссамдың картиналарын сағылдырған альбом сығарыр кәрәк, тип тәҡдим итте ул.
— Ринат Йомор улы менән йыш аралаштым, оҫтаханаһында ла һөйләшеп ултыра торғайныҡ. Атаһы Йомор ағай колхозда ветврач булып эшләне, ул да һүрәт төшөрөү оҫтаһы булды. Уны һәүәҫкәр рәссамдар күргәҙмәһенә алып барыуым хәтерҙә. Ринат иһә бик тыйнаҡ булды, эшен еренә еткереп үтәне. Мәҙәниәт бүлеген етәкләгән дәүерҙә төрлө кимәлдәге сараларҙа уның эштәре менән маҡталып, башты ғорур күтәреп йөрөп ҡайта торғайныҡ. Үҙ һөнәренә мөкиббән бирелгән кеше ине ул, — тине хеҙмәт ветераны Ә. Ә. Илһамов та.
Р. Й. Атауллин район мәҙәниәт бүлегендә рәссам-биҙәүсе, һуңынан реклама һәм дизайн бүлеге мөдире булып хеҙмәт итә. Башҡорт тирмәһен һәм ихатаһын биҙәү өсөн эскиз әҙерләү буйынса ғәйәт ҙур эш башҡара. Башҡорт тирмәһе район һәм республика һабантуйҙарында ғына түгел, федераль кимәлдә — Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Ҡазан ҡалаларында ла байрамдарҙа ҡатнашты һәм конкурстарҙа алдынғы урындарҙы биләне, тип был турала район мәҙәниәт бүлеген оҙаҡ йылдар етәкләгән Г. З. Лавренова һөйләп үтте. Гөлшат Зиннәт ҡыҙы оҫтаның таланты балаларына күсеүенә ҡыуанысын белдерҙе, аталарының эшен дауам итеүсе Юлиә менән Азаматҡа уңыштар теләне.
Талант эйәһе байтаҡ йылдар Асҡар урта мәктәбендә һәм балалар сәнғәт мәктәбендә уҡыта. Бихисап һәләтле уҡыусылары һынлы сәнғәт юлынан киткән. Икенсе һөнәр һайлаһа ла, Илнур Зәй-нуллин һаман ҡылҡәләмен ҡулынан төшөрмәй. Ул остазына бәйле йылы иҫтәлектәре менән бүлеште. Мәктәпкә уҡырға ла төшмәгән малайҙың нисек сәнғәт мәктәбе уҡыусыһы булып китеүе, уҡытыусыһының һүрәт төшөрөү серҙәренә өйрәтеүҙән тыш, тарих буйынса бик күп мәғлүмәттәр биреүе, «Уңыш» магазинына Яңы йыл плакаттары төшөрөп 25 һум эш хаҡы алыуы, аҙаҡ мәктәптә иптәштәренә постерҙар эшләп, студент йылдарында һабаҡташтарына рефераттар биҙәп аҡса эшләүе тураһында бәйән итте.
Ринат Йомор улының рәссам булараҡ үҫешкән мәлдәренең тере шаһиты, фекерҙәше рәссам Рәфҡәт Вәлиев студент йылдарынан нығынған дуҫлыҡ хаҡында һөйләне. 1979 йылда Ташбулат һәм Ишҡол ауылдары егеттәре худграфҡа уҡырға ингәндән алып, тормош юлдары икеһен ике яҡҡа ташлаһа ла, бәйләнеште өҙмәй аралашып йәшәй. Тик дуҫының донъялыҡтан иртә китеүе генә үкенесле. «Үҙе китте, картиналары ҡалды. Уларҙа уны күргәндәй булам. Ҡабатланмаҫ эштәр, образдар ҡалдырып китеүе өсөн уға ҙур рәхмәт», — тине ул.
Күргәҙмәне асыу сараһында, әлбиттә, Р. Й. Атауллиндың ғаиләһе — ҡатыны Флүзә Сабир ҡыҙы һәм балалары ҡатнашты. Бөтәһе исеменән улы Азамат яҡты, йылы хәтер һаҡлағандары өсөн рәхмәт әйтеп, атаһының эшләнмәгән эштәрен, үтәлмәй ҡалған уй-маҡсаттарын тормошҡа ашырырға һүҙ бирҙе һәм күргәҙмә менән таныштырыуҙа гид ролен дә башҡарҙы. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, улының атаһының ижадын яҡшы белеүе, һәр картинаның тарихы тураһында мауыҡтырғыс итеп, ҡәҙерле кешеһенә ҡарата ихтирам тойғоһо аша ғорурланып, бәйән итеүе һоҡландырҙы.
Күргәҙмәлә рәссамдың төрлө жанрҙарҙағы «Атай уйҙары», «Өлтөк ҡарағас», «Шәжәрә», «Сыңрау торна», «Ҡырҡтытауҙа ҡыш», «Ҡотоҡай марганецы», «Васыят», «Салауаттың йырланмаған йыры», «Ижәп», «Ишмөхәмәт сәсән Мырҙаҡаев — «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүсе», «Йәй», «Әбйәлил йырҙары» һәм башҡа картиналары урын алған. Уларҙа бөгөнгө лә, үткәндәр ҙә автор тарафынан мәңгелеккә сағылдырып ҡалынған. Тик кеше ғүмере генә фани. Талантлы ҡылҡәләм оҫтаһын онотмайыҡ!
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.