+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Май , 22:15

Ташбулатта шиғриәт байрамы уҙҙы

Бар тирә-яҡ оҙайлы ҡышҡы йоҡоһонан уянып, күңелдәргә яҙ һулышы илһам булып ишек шаҡыған мәлдә Ташбулат моделле китапханаһында Халыҡ-ара шиғриәт көнө билдәләнде.

Башта китапхананың «Бәйләнештә»ге төркөмөндә конкурстың онлайн туры уҙҙы. Аҙаҡ бәйгеселәрҙе бергә туплау, иң-иңдәрҙе билдәләү маҡсатында ауыл мәҙәниәт йортонда «Яҙғы моңдар» сараһы үтте.
Бәйгелә ҡатнашыусыларҙы китапханасы Гөлнара Камалова сәләмләне. Яҙһылыу (Ғәзимә Мәзитова, китапханасы) менән Шағир (Ишморат Әхтәмов) яҙғы хозурлыҡтан шағирҙың күңеленә илһам ҡошо ҡуныуын, шиғыр яралыуын сәхнәләштерҙе.
Конкурс шартына ярашлы, яңғыраясаҡ шиғри әҫәрҙәр Ғаилә йылына, «Тыуған яғым — алтын бишек», «Йылдар шаңдауы», «Тормош матур, тормош шундай матур!» темаларын яҡтыртырға тейеш ине. Бәйгеселәр М. Кәрим, Ә. Атнабаев, Г. Юнысова, Г. Хәлфетдинова, З. Кашапова, Ә. Абдуллина, М. Хисамова, М. Мәғәсүмов, Р. Ғарипов, Ф. Сирбаев шиғырҙарын һайлаған. 
Саҡырылған ҡунаҡтар бер-бер артлы сәхнә түренә күтәрелеп, илһамланып  шиғырҙарын яттан һөйләне. Бәйгеселәрҙең иң кесеһенә 6 йәш булһа, иң олоһо 74 йәштә ине. 
Сығыштарҙы абруйлы жюри ағзалары — ветеран уҡытыусы, математик, шағирә Фәйрүзә Атауллина, Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы, ветеран уҡытыусы Зөһрә Бәшәрова баһаланы. Һәр бәйгесенең йәшенә ҡарап урындар түбәндәгесә билдәләнде: гран-при балалар араһында Яҙгөл Аҙнабаеваға (Аһылай) һәм өлкәндәрҙән  Хәмдиә Фәйезоваға (Ташбулат) бирелде. Беренсе урынға иһә Ташбулаттан Зарина Ғайсина, Аһылайҙан Булат Аҙнабаев, Айыуһаҙынан Гүзәлиә Ғайсина, Аһылайҙан Хәсән Мәғәсүмов һәм өлкәндәр араһында Аһылайҙан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльвира Ғайсина лайыҡ тип табылды. Икенсе урынды Алһыу Фәтхуллина (Айыуһаҙы), Айгүзәл Шәғәлина (Аһылай), Ишморат Әхтәмов (Ташбулат), Хәмиҙә Хөснитдинова (Айыуһаҙы) бүлеште. Өсөнсө урынды Аһылай ауылынан Айһылыу Бүләкова яуланы. Зиниә Баракова (Биҡҡол) — «Дәртләндереү», Хөснә Хөшшәмова — (Айыуһаҙы) «Шиғриәткә тоғролоҡ» һәм үҙе яҙған шиғыр менән сығыш яһағаны өсөн Хәмиҙә Хөснитдинова «Ижади ҡараш» номинацияларына лайыҡ булды. Бәйгеселәрҙе конкурсҡа әҙерләүсе, видео төшөрөүсе, шиғриәткә һөйөү уятыусы Хәмиҙә Хөснитдиноваға һәм Аһылай төп белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Эльвира Ғайсинаға Ташбулат ауыл биләмәһе хакимиәтенең Рәхмәт хаты тапшырылды. Һәр ҡатнашыусыға иҫтәлекле бүләктәр һәм дипломдар бирелде.
Зөһрә БӘШӘРОВА. 
Теләш ауылы.

Читайте нас: