+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Май , 11:22

Туғанлыҡ ептәре ныҡ булһын

Белеүебеҙсә, быйылғы йыл илебеҙҙә Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Ошо уңайҙан Хәмит ауылы мәҙәниәт йорто зат-нәҫелдәр араһында концерт-фестиваль ойошторҙо.

— Бының өсөн бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙар менән берлектә туған-тыумасалар араларын ете төркөмгә бүлдек. Беренсе төркөмгә Шаһыбаловтарҙы, икенсе төркөмгә Мөлөковтар, Абдуллиндар, Мостафиндар, Мырҙағәлиндар, Дәүләтбаевтар, Мөхәмәҙиевтар, Кәлимовтар, Ҡотоевтар, Мөхәмәтйәновтарҙы индерҙек. Яныбаевтар, Татлыбаевтар, Солтановтар өсөнсө, Ҡасимовтар, Вәлиевтар, Дәминовтар, Әхмәтҡужиндар, Ғәбитовтар дүртенсе төркөмгә инде. Зәйнишевтар, Хәлфетдиновтар, Шәйхиндар, Ғөбәйҙуллиндар бишенсе, Баһаутдиновтар, Һаҙыевтарҙы алтынсы төркөмгә бүлһәк, Нуритдиновтар, Ғәлләмовтар, Ғәҙелшиндар, Килдейәровтар, Таһировтар, Ниғмәтуллиндар, Фәритовтар, Ниғмәтовтар етенсе төркөмдә булды. Концерттар һәр аҙнаның йомаһы йәки шәмбе көнө үтте. Һәр нәҫел берәй төрлө йола күрһәтергә тейеш ине, — ти фестивалде ойоштороусы мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Рәмилә Нуритдинова. 
Ҡарлы-буранлы февраль башында башланып киткән бәйге ҡояшлы, йылы март аҙағында тамамланды. Конкурста йәмғеһе 70-тән ашыу кеше ҡатнашты. 
Шаһыбаловтар иң беренселәрҙән булып фестивалде башлап ебәрҙе. Концерт ҡуйышырға тип хатта икенсе ауылдарҙан Шаһыбаловтарҙың ҡыҙҙары ҡайтып төштө. Дилбәр Марсель ҡыҙы үҙенең дүрт ҡыҙы менән өҙҙөрөп бейеүҙәре, Ҡәҙриә, Радик, Илсиә, Гөлиә, Зөлфиә, Гөлсиә Шаһыбаловаларҙың моңло йырҙарын тыңлап кинәнде халыҡ. Кескәй балаларҙың сығыштары ла концертҡа бер йәм булды. Шаһыбаловтарҙың кейәүе Илдус үҙенең моңло йырҙарын бүләк итте. 
Мөлөковтар, Абдуллиндар, Ҡотоевтар, Мөхәмәтйәновтар, Мөхәмәҙиевтар һәм Дәүләт-баевтарҙың концерты «Шәжәрә — быуындар сылбыры» тигән исем аҫтында үтте. Әнүзә Мөлөкова концертты матур итеп алып барҙы. Тәүгә генә сәхнәгә сыҡһалар ҙа апай-килендәр өҙҙөрә баҫып бейеүҙәре менән таң ҡалдырҙы. Инструменталь ансамблдең сығышы, күмәк, яңғыҙ йырҙар ҙа тамашасыларҙы әсир итте. Үҙебеҙҙекеләрҙе күтәрәйек әле тигән ниәт менән күрше Шәрип ауылынан да килеп, сәхнәне дер һелкетеүселәр булды был нәҫел араһында.
«Туғанлыҡ ептәре өҙөлмәһен» тип исемләнгән Яныбаевтарҙың шәп концертынан һуң, был зат-нәҫелдә барыһы ла әртистәр тигән фекергә киләһең, бигерәк тә сәхнәлә ир-егеттәрҙе күреү ҙур ҡыуаныс булды. Яныбаевтар «Кәкүк сәйе» йолаһы күрһәтеп концертты башлап ебәрҙе. Айбулат, Хәбир, Шәкир Яныбаевтарҙың «Трактористар», кәләштәре менән бергә «Дуҫлыҡ» бейеүҙәрен халыҡ дәррәү алҡыштарға күмде. Гөлнара һәм Айбулат Яныбаевтар үҙҙәренең биш балаһы менән бер сәхнә булып йырланылар ҙа, бейенеләр ҙә, был ғаиләгә һоҡланмау мөмкин түгел. Гөлйемеш һәм Хәбир Яныбаевтарҙың  ҡыҙҙары Миңлегөлдөң, йәш килен Гөлнараның йырҙары, бейеүҙәре, сәхнәлә үҙҙәрен матур тотоуҙарын һөйләп тә, яҙып та бөтөрлөк түгел. Үҙҙәре Асҡарҙа йәшәһәләр ҙә зат-нәҫелен күтәреүселәр, Хәмиткә ҡайтып сәхнәлә сығыш яһаусы Гөлиә, Шәкир, Гөлъямал, Рәзилә, Лилиә, Рәзил айырым маҡтауға лайыҡ.
24 февраль көнө Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап «Ил яҙмышы — ирҙәр иңендә» тип исемләнгән бай тамашалы концерт гөрләп үтте. Байрам концертына Украинала барған махсус хәрби операцияла һәм әлеге көндә әрме сафында хеҙмәт итеп йөрөүсе ир-егеттәрҙең ата-әсәләре һәм уларҙың ғаиләләре саҡырылды. Дүртенсе төркөм — Дәминевтар, Ҡасимовтар, Ғәбитовтар, Зәйнетдиновтар һәм Вәлиевтар араларынан һәүәҫкәр әртистәр ҡуйҙы концертты. Илһөйәрлек рухы менән һуғарылған матур йырҙар, дәртле бейеүҙәре менән тамашасыларҙы таң ҡалдырҙы улар.
2 март көнө Зәйнишевтарҙың балалары, кейәүҙәре, килендәре, улдары, ҡыҙҙары халыҡты ҡыуандырҙылар. Зәйнишевтарҙың «Бер күрешеү — үҙе бер ғүмер» тип исемләнгән тамашаһы бер тынала ҡаралды, концерт бөткәс тә халыҡ таралмай нимәлер һаман көтә ине. Концерт ҡуйыусыларҙың иң олоһо 70 йәште үтһә, иң кеселәренә 6 йәш ине. Хәмиттәрҙән тыш алыҫ Өфө, Учалы ҡалаларынан, Асҡарҙан, Шәриптән килгән Зәйнишевтар тоҡомо йыр, бейеү, нәфис һүҙ, юмор, баян, ҡурай моңдары менән халыҡты уйлатты ла, илатты ла, көлдөрҙө лә, моңландырҙы ла... Шулай булмауы ла мөмкин түгел, сөнки сәхнәлә Учалынан атҡаҙанған мәҙәниәт алдынғылары — Юлиә һәм Тәфтизан Зәйнишевтар дартле бейеүҙәре, моңло ҡурай һәм баян моңдары менән сығыш яһаны. Өфөнән Зәйнишевтарҙың кейәүе, юмор оҫтаһы Фаяз Йәнтүрин ҡатыны Сәлимә менән халыҡты көлдөрһә, ҡыҙҙары Фаягөл менән Сәлиәнең моңло тауышына таң ҡалды халыҡ. Асҡарҙан хаҡлы ялдағы Рәсилә һәм Әҡсән Әбүшахмановтарҙың тарихҡа байҡау яһаған мәғлүмәттәре, Рәсилә Хәким ҡыҙының шиғри һәм йырлы күстәнәстәре, Шәрип һылыуы Гүзәлиә Ямалованың бейеүҙәре, Хәмит ауылының бөтә мәҙәни сараларының алыштырғыһыҙ йырсыһы Вилдан Зәйнишевтың сығышы, «Зәйнеш килендәре» бейеүе, Иштимер Зәйнишевтың, Рима Баһаутдинованың сихри моңдары барыһының да күңеленә хуш килде. Иштимер Зәйнишевтың бәләкәстәргә башҡорт йырҙарын өйрәтеп, ҡунаҡ ҡаршылау йолаһы менән башланып киткән тамаша, ысынлап та, кисәнең темаһына тап килде. 
8 март көнө — Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы айҡанлы Баһауетдиновтар «Сәскә-гөлөм, гүзәл зат» исемле концерт ҡуйып ауылдаштарын ҡыуандырҙылар. Баһаутдиновтарҙың килендәре, апайҙары, еңгәләре, ҡәйнәләре барыһы ла йыр-моңға шәптәр икәнен дәлилләне. Концерт өсөн бер иштән генә күлдәктәр тектергәндәр улар. Сағыу күлдәктәрҙә сәхнәне дер һелкетеп бейенеләр ҙә бейенеләр генә. 
29 март көнө эстафетаның һуңғы концерты булды. Нуритдиновтар, Ғәлләмовтар, Ғәҙелшиндар, Килдейәровтар, Ниғмәтуллиндар ҡуйған «Татыу ғаилә — ил күрке» тип аталған концертта көлкө көнөнә арнап төрлө көләмәстәр ҙә сәхнәләштерелде. Әсәле-ҡыҙлы Рәмилә менән Фатима Нуритдиноваларҙың сығышы ла матур булды. Был нәҫел ҡыҙҙары ла күлдәктәр һатып алған, концертҡа етди әҙерләнгән.
Әлеге ваҡытта хәмиттәр ихласлап гала-концертҡа әҙерләнә. Гала-концертҡа фестивалдә булған иң сағыу номерҙарҙы һайлап алған улар. Апрель айының матур көндәренең береһендә Хәмит ауылы мәҙәниәт йорто тағы ла гөрләйәсәк әле.
Ағас тамыры, кеше нәҫеле менән көслө, ти халыҡ мәҡәле. Туғанлыҡ, ҡәрҙәшлек ептәрен нығытыуҙы маҡсат итеп ҡуйған матур концерт-фестивалде ойоштороусылар ҙа, унда дәррәү ҡатнашыусылар ҙа маҡтауға лайыҡ. Нәҫел-нисбәтте өйрәнеү, ете быуыныңды белеүҙе оло быуын кешеләре лә хуплай, быуындан-быуынға йәштәрҙең аңына был фекерҙе төшөндөрә бара. Туған-ара бәйләнеш ни тиклем төпкә киткән булһа, шул тиклем ныҡ булыр. Ағастың тамыры ер аҫтына тәрәнгә китһә, бер дауыл да ҡуптарып сығара алмаҫ. Шуның һымаҡ халҡыбыҙ ҙа нәҫелен, тамырын белһә, донъялыҡта ныҡ торор.
Гөлфиә ХӘСӘНОВА. 

Читайте нас: