+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Май , 21:00

Гүзәлкәйҙәр майҙан тотто

Район мәҙәниәт йортоноң «Гүзәлкәй» мәктәбе быйыл йырларға, бейергә яратҡан отҡор тырыш 13 ҡыҙыҡайҙы сәхнәгә сығарҙы.

Йылдағыса әле балалар баҡсаһына ғына йөрөгән кескәйҙәр аҙна-ун көн дауамында көн дә эшкә барған һымаҡ РДК-ға репетицияларға йөрөнө. Әйтергә кәрәк, ҙур теләк менән. Сөнки мәҙәниәтсе апайҙары бәләкәй ҡупшыҡайҙарҙан ысын сәхнә йондоҙҙарын әүәләне: матурлыҡҡа ла, саялыҡҡа ла, нәфислеккә лә өйрәтте. Һәм яҙ айының йәмле бер кисендә «Гүзәлкәй» мәктәбендә шөғөлләнеүселәр ҙур сәхнәлә, зал тулы тамашасылар алдында һөнәрҙәрен күрһәтте.
«Гүзәлкәй» бәйге форматында үткән матурлыҡ байрамы ул. Һәр ҡыҙыҡайҙың байрам шатлығын бүлешергә бөтә ғаилә менән туғандары – олатай-өләсәйҙәре, инәй-апалары, апай-ағайҙары, ҡусты-һеңлеләре, балалар баҡсаһындағы тәрбиәсе апайҙары, төркөмдәш дуҫтары, күрше-күләндәре, барса таныштары килә. Ә атай-әсәйҙәр сәхнә артында бөтөрөлә: гүзәлкәйҙең һәр сығышҡа ярашлы образын булдыра: кейендерә, сәсен йүнәтә, биҙәндерә-төҙәндерә, арып көйһөҙләнә башлағанының кәйефен көйләй. Эйе, иң башта конкурстың сәхнә арты көҙгөһөнә лә күҙ һалып, бер остоҡ бәләкәстәре өсөн йән атҡан, ваҡыты менән һис иҫәпләшмәгән, зауыҡлы сәхнә кейемдәре, причес-калар өсөн аҡсаһын йәлләмәгән, балаһын иң матур, иң сағыу, иң шәп, иң һәләтле итеп күрһәтеүгә бөтә көсөн һалған атай-әсәйҙәрҙе маҡтап үткем килә. Һеҙ — афариндар! 
Гүзәллек тамашаһын «Мираҫ» балалар театрында шөғөлләнеүсе малайҙар алып барҙы. Сценарий буйынса балыҡсылар ролендәге дуҫтар өс тағаны — Илһам Баулыбаев, Усман Теләүғолов һәм Илдан Мөхәмәтғәлин ҡапмаған балыҡты көтөп зар булғансы ҡыҙҙар ҡармаҡларға булып китте. Һылыуҙарға ҡарата талаптары ла, ай-һай, юғары үҙҙәренең: сибәр ҙә, талантлы ла, спорт һөйөүсән дә булһындар. Ҡыҙҙар иһә һынатманы. Күмәкләп башҡорт бейеүе менән сәхнәгә килеп сыҡҡан беренсе минуттан ҡыҙыу, сағыу бәйге көтәсәген тамашасылар ҙа аңлағайны. 
«Гүзәлкәй – 2024» бәйгеһендә ҡатнашыусы матурҡайҙар шиғри телдә үҙҙәре менән таныштырҙы, ғаиләләре, хыял-теләктәре тураһында һөйләне. Барыһы ла ҙур үҫкәс мәрхәмәтле, кәрәкле һөнәрҙәр һайламаҡсылар: табиптар күп булмаҡсы, уҡытыусы-тәрбиәселәр ҙә, дизайнер булам тигәне лә бар. Ә шулай ҙа һәр бәләкәстең тиҙерәк тыныслыҡ килһен тигән теләге йөрәкте һыҙҙы, балалар күңелендә лә заман шомо һиҙелә шул. Әлеге мәлдә тыныслыҡ өсөн көрәшкән атаһының ҡайтыуын көткән ҡыҙ баланың теләге лә оҙаҡ көттөрмәй тормошҡа ашһын!
Спорт бейеүе — шейпинг һынауында ла ҡыҙҙар береһенән-береһе етеҙерәк, сосораҡ, һығылмалыраҡ булыуҙарын раҫланы. Борсаҡ һымаҡ сәхнә тултырып һибелгән ҡыҙҙарҙың йылғырлығы артынан хатта күҙҙәр эйәрмәне.
Ҡыҙҙар күҙләүсе малайҙар ситтән генә һылыуҙарҙың ижади таланттарына ла тамаша ҡылып хозурланды, тел шартлатып һоҡландылар ҙа. Шулай булмай ни: бәйгеселәрҙең һәр икенсеһе йырсы ла, бейеүсе. Диана Ғәлимова, Алтынай Амантаева, Ралина Сәйетғәлина, Әдилә Ҡадирова, Гөлсиә Исҡаҡова, Әдилә Илһамова, Фәнилә Мәғәфүрова матур йырҙары менән моңландырһа, Нурия Лоҡманова, Лиана Вәлиева, Камилә Өмөтҡужина, Амира Фәтхетдинова өҙҙөрә баҫып бейеүҙәре менән дәртләндерҙе. Һәр сығыштан милли рух бөркөлдө. «Гүзәлкәй» бәйгеһе кескәйҙәр күңелендә башҡорт теленә, мәҙәниәтенә һөйөү уятыуы, милли ойотҡо һалыуы, рух һаҡсыһы  булыуы менән оло әһәмиәткә эйә лә инде. Биш-алты йәшлек ҡыҙҙар сәхнәлә сыңрау торна, Һомай булып талпынды. Ә костюмдарҙың иҫ киткес зауыҡлылығы! 
Телгә лә бик маһир булып сыҡты бәйгеселәр. Әйткәндәй, күп йылдар инде «Гүзәлкәй»ҙең тоғро тамашасыһы булараҡ шуны әйтә алам: быйыл бәйгенең ижади һынауында тәүгә нәфис һүҙ оҫталарын да күрергә яҙҙы. Йәсминә Әхмәрова бармаҡтар театрын файҙаланып башҡортса матур итеп әкиәт һөйләне. Арина Сәйетғәлина иһә шартлатып «Урал батыр» эпосынан өҙөк ятлауы менән таң ҡалдырҙы. 
Бәйгеселәр дефилеға сыҡҡас күҙҙәр ҡамашты. Ҡыҙҙарҙың гүзәллегенән, нәзәкәтлегенән былай-алаймы ҡупшы күлдәктәр тағы ла матурыраҡ күренде. Тамашасылар «аһ!» итте, һыҙғырҙы, сәпәкәйләне, аяҡтарын тыпырлатты. Әле генә тигәндәй йүргәктән сыҡҡан бәләкәстәрҙең үҙҙәрен сәхнәлә шул тиклем оҫта, иркен тота белеүҙәре барыһын да хайран ҡалдырҙы. Теге өс «текә» малай ҙа матурлыҡ ҡаршыһында юғалып ҡалды. «Егеттәр, был ҡыҙҙарға тиң булыр өсөн беҙгә лә бик тырыш булыу кәрәк: яҡшы белем алырға, спорт менән дуҫ булырға!» — тип ҡуйҙы улар тамаша ахырында. 
Иң ҡыйыны, әлбиттә, жюриға тура килде. Шулай ҙа оҙаҡ ҡына бәхәсләшеп, фекер алышҡандан һуң улар дөйөм ҡарарға килде. Шулай итеп, «Гүзәлкәй – 2024» исеме «Тирмәкәй» балалар баҡсаһына йөрөүсе Асҡар ҡыҙы Арина Сәйетғәлинаға бирелде. Ҡыуаныстан ҡыҙыҡайҙың күҙҙәренән ынйылай йәштәре тәгәрәне. Йола буйынса уға тажды былтырғы гүзәлкәй Риана Хәйбуллина кейҙерҙе. Отҡор, талантлы ҡыҙыҡай ағымдағы йылда «Урал батыр» эпосын һөйләү буйынса район конкурсында икенсе урын яулаған. Ул үҙенең ошо кес кенә йәшендә мәшһүр эпостан 140 юлды ятлаған!
«Тамашасы һөйөүе» таҫмаһына һөймәлеклелеге менән арбаған Дауыт ҡыҙы Ралина Сәйетғәлина лайыҡ булды. Әйткәндәй, бәйгенең төп приздарын алыусы Арина менән Ралина ике туғандар. Ҡояш кеүек сағыу Амира Фәтхетдинова (Асҡар) — беренсе, теремек кенә Лиана Вәлиева (Асҡар) менән йөҙөнән йылмайыу китмәгән Әдилә Илһамова (Асҡар) — икенсе, сәхнәлә үҙен бик ышаныслы тотҡан Диана Ғәлимова (Асҡар), исеме есеменә тап килгән нурлыҡай Нурия Лоҡманова (Дәүләт), сәмле һәм тырыш Фәнилә Мәғәфүрова (Асҡар) өсөнсө урын яуланы. Ҡыҙҙарҙың булмыштары номинацияларҙа ла сағылды: Гөлсиә Исҡаҡова (Әбделғәзе) —  «Ҡупшыҡай», Әдилә Ҡадирова (Асҡар) — «Наҙлыҡай», Йәсминә Әхмәрова (Дәүләт) — «Матурҡай», Камилә Өмөтҡужина (Асҡар) — «Нәзәкәтле», Алтынай Амантаева (Ҡушый) «Сая» титулдарына лайыҡ булды. Алтынай шулай уҡ социаль селтәрҙә иғлан ителгән тауыш биреүҙә еңеүсе булып, «Интернет гүзәле» исемен яуланы. Уға бағыусы «Инфинити» реклама агентлығының (И. Н. Әғзәмов) махсус бүләге — үҙе төшкән ҙур фото-портреты бирелде. Ҡалған ҡыҙҙар ҙа даими бағыусынан фоторәсемдәрен алып ҡыуанды. 
Бәйгелә ҡатнашыусы бөтә гүзәлкәйҙәрҙең дә тырышлығы, егәрлелеге тейешлесә баһаланды. Конкурстың бағыусылары — «Балалар донъяһы» магазины хужабикәһе Резеда Хәйруллина, «Йондоҙ» нәшриәт комплексы директоры Азат Көмөшбаев, «Урал ынйылары» өлгөлө балалар бейеү ансамбле етәксеһе Әлиә Фәтхетдинова, Магнитогорск ҡалаһынан «SAHAR & VOSK» студияһы етәксеһе Гөлсиә Ғафарова һәм «Королева» матурлыҡ салоны директоры Ләйсән Ғәлина балаларҙы уйынсыҡтар, сертификаттар менән бүләкләне. Йыл һайын ихласлыҡ менән бәйгегә бағыусылыҡ иткән фотограф Иштимер Йосопов махсус бүләген (шулай уҡ ҙур фотопортрет) Гөлсиә Исҡаҡоваға тапшырҙы. Алтынай Амантаева һәм Йәсминә Әхмәрова иһә фотосессияға саҡырыусы сертификаттар менән бүләкләнде. Быларҙан тыш, тамашасылар бәйгеселәрҙе гөлләмәләргә, шарҙарға, уйынсыҡтарға, тәмлекәстәргә һәм башҡа бик күп бүләктәргә күмде. 
Бәйге майҙанына сыҡҡан 13 ҡыҙыҡайҙан тыш сарала бик күп йәш таланттар сығыш яһаны. Балаларҙың һәләттәрен үҫтереүгә мөмкинлектәр күп хәҙер үҙебеҙҙә лә. Район мәҙәниәт йортонда эшләп килгән балалар өсөн төрлө йүнәлешле түңәрәктәр — театр, бейеү, цирк студиялары һәм Т. Кусимов исемендәге гимназияның «Талисман» вокал ансамбле эшмәкәрлегенең матур һөҙөмтәһенә тамаша ҡылдыҡ. Ижади юҫыҡта үҙҙәрен эҙләгән балалар киләсәккә асҡыс тапҡандыр, моғайын.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас: