Балаларыбыҙҙы бейеү сәнғәте аша милли рухта тәрбиәләү, йәштәребеҙҙең күңеленә ҡанат биреү, һәләтен, үҙ баһаһын үҫтереүгә ярҙам итеү, үҙҙәренә ышанысты арттырыу, башҡорт бейеүҙәре аша халҡыбыҙҙың асылы, тарихы менән таныштырыу маҡсатында хореограф Заһир Фазылйәновтың балаларға өйрәткән бейеүҙәре сараны биҙәне. Ул район балалар ижад йортонан бирелгән бейеү түңәрәген алып бара. Уның ҡулы аҫтынан аҙ ғына ваҡыт эсендә халҡыбыҙ бейеүе серҙәрен үҙләштереп, рухи яҡтан нығынып, бик күп талант үҫеп сыҡҡан.
Күркәм сараға район балалар ижад йорто директоры Рәғиҙә Сафина, һәләтле балалар менән эшләү буйынса методистар Дилә Әхмәтшина, Гөлназ Динисламова саҡырылған ине.
Дан һәм хөрмәт байрамының төп сәбәпселәре — Бөтә Рәсәй олимпиадаһы-ның республика һәм район кимәлендәге еңеүселәре һәм призерҙары, республика, район, зона кимәлендәге спорт ярыштарында, ижади бәйгеләрҙә урын яулаусы, иң әүҙем, һәүәҫкәр, аҡыллы, дәртле балалар. Уларҙы һәм хөрмәтле ҡунаҡтарҙы Ишҡол урта мәктәбе директоры Азат Махийәнов сәләмләне.
— Уҙған уҡыу йылынан мәктәбебеҙҙә эшләп килгән бейеү түңәрәгенең һөҙөмтәләре менән таныштырырға, абруйлы уҡыусыларыбыҙҙы еңеүҙәре менән тәбрикләргә һәм ата-әсәләргә рәхмәт һүҙҙәрен әйтергә тип йыйылдыҡ. Шәп, алдынғы уҡыусылар — мәктәбебеҙҙең ғорурлығы. Уларға бөгөн «Ишҡол урта мәктәбенең ғорурлығы» тигән значоктар һәм бүләктәр тапшырабыҙ, — тине ул.
Сәхнәгә тәүгеләрҙән булып уҡыу алдынғылары, Бөтә Рәсәй олимпиадаһының район һәм республика кимәлендә төрлө фәндәр буйынса еңеүселәре һәм призерҙары, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа мәртәбәле урын яулаусы уҡыусылар күтәрелде. Улар — Ансар Шаһиев, Илья Ҡаһарманов, Эльза Шәһәрғазина, Инйәр Баһаув, Эльмира Аҡмырҙина, Ләйсән Зыяева, Зөлфиә Рамаҙанова. Уҡыусыларға значоктарҙы Азат Рәфҡәт улы тапшырҙы.
Уҡыу алдынғыларын — Лиана Абдразаҡова, Гүзәлиә Йәмилхина, Әлим Сәйетбатталов, Эмиль Кейекбаев, Эмиль Сафиуллин, Динис Шәһәрғазин, Салауат Боҫҡонов, Рузил Ғәлин, Азалия Йәмилхина, Регина Алғушаева, Айзилә Боҫҡонова, Мәликә Әбдрәхимова, Нур Шәрәфитдинов, Нәркәс Әбүзәрова, Рәзинә Баҙарғолова, Дилара Аҡмырҙина, Альбина Ирғәлина, Әминә Махийәнованы уҡыу-уҡытыу буйынса директор урынбаҫары Фирҙәүес Әсәҙуллина тәбрикләне.
Республика һәм район кимәлендә йыр, бейеү, шиғриәт өлкәһендә өлгәшкән ҡаҙаныштары өсөн Илдус Муллахмәтов, Резеда Фазылова, Иҙрис Ҡаһарманов, Аяз Мәҡсүтов, Нәркәс Салауатова ла бүләкләнде. Уларҙы уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Динара Әбүзәрова ҡотланы.
Ишҡол урта мәктәбе уҡыу, йыр-бейеү менән генә түгел, элек-электән үҙенең шәп спортсылары менән дә дан тота. Һәр ерҙә лә алдынғы спортсылар ҙа сәхнәгә күтәрелде. Физкультура уҡытыусыһы Венер Боҫҡонов иң тәүҙә район кимәлендә тик призлы урындар яулаған волейбол командаһы ҡыҙҙарын саҡырҙы. Бына улар — Рәзинә Хәсәнова, Азалия Ғүмәрова, Илсиә Ирғәлина, Әлиә Мансурова, Гөлдәр Әбүзәрова, Лиана Ниғмәтуллина һәм Гөлиә Әбдрәхимова. Шулай уҡ «Сәләмәт быуын — сәләмәт төбәк» Бөтә Рәсәй спорт фестиваленең спорт-мәғариф проектында районда команда менән беренсе урын алған 4 класс уҡыусыларын (етәксеһе Тимур Кейекҡужин) — Гөлфинә Дилмөхәмәтова, Әлфиә Ғүмәрова, Айбулат Хисмәтов, Рушан Ирғәлинды ла тәбрикләнеләр.
Уҡыусыларҙың уңыштарына башланғыс биреүсе, уларҙы әйҙүкләп, хуплап тороусы уҡытыусыларҙың да ҙур хеҙмәтен баһаланы мәктәп администрацияһы. Уҡытыусылар Зарема Әбдрәхимова, Илгизә Арыҫланбаева, Гөлсөм Ғәзизова, Гүзәл Йәмилхина, Фәнүзә Ейәнбирҙина, Динара Әбүзәрова, Гүзәлиә Махийәнова, Венер Боҫҡонов, Тимур Кейекҡужин, педагог-психолог Роза Мөхәмәҙиева, хореограф Заһир Фазылйәнов, шулай уҡ Яҙ һәм хеҙмәт байрамы алдынан белем усағының таҙалығы өсөн яуап биреүсе хеҙмәткәрҙәр Гөлнур Мөхәмәтғәлина, Раушания Ғәлиуллина, Рәйсә Мостафина, Мөниә Ғәлиуллина мәктәп директоры исеменән Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Шулай уҡ тантаналы сарала Азат Рәфҡәт улы мәктәп исеменән махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә тәгәрмәсле мунса эшләүҙә ҙур әүҙемлек күрһәткән ир-егеттәрҙе лә — Илнур Баязитов, Илфат Әбүзәров, Мәүлит Хөббитдинов, Даян Сәйфуллин, Шамил Тимерйәнов — мәктәп администрацияһы исеменән Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.
Рәғиҙә Мулләхмәт ҡыҙы сарала ҡатнашыусыларҙы байрам менән ҡотлағандан һуң, район балалар ижад йортоноң эшмәкәрлеге һәм йүнәлештәре менән таныштырып китте. Түңәрәктәрҙә шөғөлләнер өсөн бары тик балаларҙың теләге булыуы мөһим, һәм, әлбиттә, ата-әсәләрҙең дә балаларҙың башланғысын хуплап тороуҙары, уларға ярҙам итеүҙәре, төрлө йүнәлештәр араһында кәрәклеһен һайлап алғанда ҙур роль уйнауҙары тураһында әйтеп үтте.
— Артабан да сәхнәне балҡытырҙай йондоҙҙар күп булһын, улар ишәйһен. Бының өсөн хәҙерге заманда бөтә шарттар ҙа булдырылған, бары тик теләк һәм тырышлыҡ ҡына кәрәк, — тине ул.
Рәғиҙә Муллахмәт ҡыҙы өҫтәмә белем биреү өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкәне һәм юғары һөнәри оҫталығы өсөн Илгизә Арыҫланбаеваны, йәш быуында бейеүгә ҡыҙыҡһыныу уятҡаны һәм уны үҫтереүгә күп көс һалғаны өсөн Заһир Фазылйәновты, үҙ эшенә яуаплы ҡарағаны һәм уҡыусыларының Бөтә Рәсәй олимпиадаһында күрһәткән уңыштары өсөн Венер Боҫҡоновты Рәхмәт хаттары менән тәбрикләне.
Сараның башынан аҙағына тиклем Заһир Ишмөхәмәт улының бейеүселәре сәхнәнән төшмәне. Яңы ғына хәреф танып уҡырға өйрәнгәне лә, бына-бына мәктәпте тамамларға торған сығарылыш уҡыусылары ла бейеүгә ғашиҡ бында. Һәр бер хәрәкәтендә, ҡарашында башҡорт батырҙарына, ҡыҙҙарына хас ғәййәрлек тә, ғорурлыҡ та, саялыҡ та сағыла ине йәш бейеүселәрҙең. Уларҙың ғорур ҡараш ташлап, осҡон сәсрәтеп бейеүе берәүҙе лә битараф ҡалдырмағандыр. Тамаша залын тултырып килгән ауылдаштары йәш бейеүселәрҙең һәр сығышын ҙур ғорурлыҡ менән, «Афарин!» һүҙҙәре менән ҡеүәтләп оҙатты, дәррәү алҡышланы, хореографтың тырыш хеҙмәтенә һоҡланып бөтә алманы.
Талантлы бейеүселәр күп, әммә фекерле, уйлана белгән бейеүселәр бармаҡ менән һанарлыҡ. Бейеүсе булып сәхнәлә бейеүгә ҡарағанда, уҡытыусы булып белгәнен балаларға өйрәтергә тырышып йөрөгән Заһир Ишмөхәмәт улының уңыштарына ҡыуанырға тағы ла форсат сығыр әле киләсәктә, иншалла. Берәүҙең маҡсаты меңдәрҙең күңелендә ут тоҡандырырға һәләтле, шулай бит? Башҡорт бейеүенең асылын, мәғәнәһен аңлаған, бейеү — милләтебеҙҙең рухи бағанаһының бер таяуы тип фекер йөрөткән замандашыбыҙға был йәһәттән даланлы булыуын теләйек.
Гөлфиә ХӘСӘНОВА.