+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Май , 14:00

Сәхнәлә һәүәҫкәрҙәр өҙә баҫа

Ауыл биләмәләре араһында башланған фестиваль дауам итә. Район мәҙәниәт йортонда Буранғол ауылы һәүәҫкәрҙәре «Тыуған ауылым — алтын бишегем» исемле йырлы-моңло тамашаһы менән күптәрҙе әсир итте.

Ҡайғы-хәсрәтен дә, шатлыҡ-ҡыуанысын да йыр-моң менән баҫҡан беҙҙең халыҡ. Һәм был фестивалдең әһәмиәте ҙур, ул халыҡ араһында таланттарҙы асыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Әллә ниндәй «атҡаҙанған», бөйөк исемдәргә эйә булмаһалар ҙа, халыҡ араһында ысын талант эйәләре булғандар бик күп. Быға Буранғол ауылы биләмәһе һәүәҫкәрҙәренең концертын ҡарағандан һуң тағы ла инандыҡ. 
Концерттың беренсе өлөшө кеше күңелендә иң ҙур урын биләгән мәңгелек ҡиммәттәрҙең береһе — тыуған ауыл, кесе Ватанға арналды. Был өлөштә тик ғәзиз йәнтөйәгебеҙҙе данлаған матур йырҙар яңғыраны. «Гөлдәр» (етәксеһе М. Й. Сәлимова), «Һандуғас» (етәксеһе М. Ә. Хәйруллина), «Гөлнәзирә» (етәксеһе Н. К. Ғибәҙәтова) вокал ансамблдәренең «Ауылҡайым», «Сәләм һеҙгә», «Тыуған яғым — гөлдәр иле» йырҙары күптәрҙе алыҫта ҡалған бала саҡҡа, ғәзиз тыуған яғына алып ҡайтты. Әберкәле күлдәк, бәрхәт камзул кейгән, кизе яулыҡ ябынған «Йәнгүзәл» (етәксеһе М. Й. Сәлимова) ансамбленең «Мирфәйзә», «Осҡон» бейеү ансамбленең (етәксеһе Г. Л. Вәлиева) «Тыпырҙаҡ», «Гөлдәр» ансамбленең «Килендәр» бейеүҙәрен ҡарағанда тамашасылар ҙа дәртләнеп, урындан тыпырлап ултырҙы. Еңел, дәртле, шәп көйҙәргә бейеүселәр ҙә оҫта баҫты. Гөлйөҙөм Вәлиева Нәсих Сәлмәновтың «Гармуныма мәҙхиә» шиғырын уҡы- ғандан һуң, буранғолдарҙың аҫыл гармунсылары — Нәсих Сәлмәнов, Рафиҡ Мәғәфүров, Зөлфәр Дәүләтшин «Моңдар ҡайтһын ауылға», «Уфтанма» көйҙәрен уйнап ишеттерҙе. Һәүәҫкәр йырсы Заһир Искәнйәров башҡарыуындағы «Кеше ғүмере» йырын да тамашасылар йылы ҡабул итте. «Осҡон» бейеү ансамбле ҡыҙҙары «Ҡыр ҡаҙҙары» бейеүен башҡарғанда билдәле шағир Рафаэль Сафиндың «Ҡыр ҡаҙҙары» шиғыры уҡылды. 
Һуңғы йылдарҙа онотолоп барған илһөйәрлек рухы махсус хәрби операция башланыу менән күптәргә кире ҡайтты. Әле тыуған илебеҙ ҡатмарлы мәлдәр кисерә һәм был ваҡиғалар Буранғол ауыл биләмәһенә лә ҡағылмай ҡалманы. Бөгөн ауыл биләмәһенән 17 ир-егет яу яланында нацизмдың орлоҡтарын тамырынан ҡоротһа, 1 гүзәл зат яралы яугирҙәребеҙгә өлкән шәфҡәт туташы булараҡ үҙенең ярҙамын күрһәтә. Концерттың икенсе өлөшө тап патриотизм рухы менән һуғарылған йырҙарға, бейеүҙәргә бай булды. «Ҡараташ» ир-егеттәр вокал ансамбле, «Аҡйондоҙ» ҡыҙҙар вокал ансамблдәре башҡарыуындағы йырҙар, Заһир Искәнйәровтың торбала уйнауы тамашасыларҙың күңеленә хуш килде.
Концерттың өсөнсө өлөшөндә һәүәҫкәрҙәр халҡыбыҙҙың матур йолалары аша Ғаилә йылы темаһын асып һалды. «Йәнгүзәл» бейеү ансамбле башҡарыуындағы «Килен төшөрөү» бейеүе, «Ҡараташ»тарҙың «Килен төшә ауылға» йыры халҡыбыҙҙа килен кешене оло хөрмәт менән ап-аҡ меңдәргә баҫтырып, ҡәйнәһе, ағинәйҙәр изге теләктәрен еткереп, йәштәргә бәхетле ғүмер теләүҙәрен сағылдырҙы. Ишкилде ауылының фольклор төркөмө (етәксеһе С. Шаһивәлиева) «Бирнә һандығын һатыу», Һәйетҡол ауылының «Гөлнәзирә» фольклор ансамбле (етәксеһе Г. Камалова) «Килен һөйөү» йолаларын күрһәтте. Шулай уҡ «Йәнгүзәл»дәр «Йыуаса», «Гөлнәзирә»ләр «Әйҙә, еңгә, бейеп ҡал» бейеүҙәрен оҫта башҡарҙы. Әсәле-ҡыҙлы Гөлйөҙөм һәм Айгизә Вәлиеваларҙың яңғыҙ башҡарыуҙағы «Аҡ сирендәр» һәм «Бәүелсәк», Ишкилде ауылы ҡыҙы Фәнилә Нөғәмәнованың «Солтаным», «Уятыр моңом булып кил», «Гөлдәр», «Һандуғас», «Йәнгүзәл» ансамблдәренең моңло, дәртле йырҙарын халыҡ яратып ҡабул итте. Сағыу тамаша Буранғол ауылы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең «Ҡанатланһын күңелдәр» йыры менән тамамланды. 
Ауыл биләмәһенән фестивалдә 77 кеше ҡатнашты. Сағыу кейемдәрҙә район сәхнәһен гөрләткән йыр-моңға ғашиҡ ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар Буранғол төбәгенең таланттарға бай, ихлас күңелле булыуҙарын тағы бер тапҡыр дәлилләне. Районыбыҙҙың төрлө тарафтарынан килгән тамашасылар әртистәрҙе ҡанатландырып, дәррәү алҡыштарға күмде, халыҡ концерттан бай, яҡты тәьҫораттар алып таралышты. 
Гөлфиә ХӘСӘНОВА. 

Читайте нас: