Әмирә Баймөхәмәтова, Дарьяна Ихсанова һәм Данилина Кузиәхмәтова үҙҙәренең йәш төркөмдәрендә иң яҡшылары тип табылды һәм Гран-при яуланылар. Юлиә Шаһыбалова икенсе урында билдәләнде. Дипломант исеменә Регина Абдуллина, Гөлдәриә Хәлимова, Наҙгөл Ялалова, Фатима Нуритдинова, Полина Шунина, 19 йәштән өлкәндәр араһында Эльмира Килдейәрова лайыҡ булды.
Июль башында улар Мәскәүгә республикабыҙ исеменән халыҡ-ара кимәлдә сығыш яһарға барасаҡ.
Йәш һылыуҡайҙарға уңыштар теләйбеҙ!