+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
7 Июнь , 20:30

Фестиваль старт алды

Ишҡол мәҙәниәт йортонда «Ғаилә бәхете баҫҡыстары» район фестивале үтте. Ғаилә йылына һәм Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр йылына арналған сарала Рауил, Әлмөхәмәт, Хәлил ауыл биләмәләре халҡы ҡатнашты.

Ишҡол мәҙәниәт йортонда «Ғаилә бәхете баҫҡыстары» район фестивале үтте. Ғаилә йылына һәм Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр йылына арналған сарала Рауил, Әлмөхәмәт, Хәлил ауыл биләмәләре халҡы ҡатнашты. Ошо ауыл биләмәләре ҡатын-ҡыҙҙары фойела күҙ яуын алырлыҡ милли биҙәүестәрҙән, ҡорама-түшәктәрҙән һәм башҡа бихисап ҡул эштәренән бай күргәҙмә, ә  аш-һыу оҫталары мул табын ҡорғайны. Оҫталыҡ дәрестәренә әҙерләнгән балаҫ һуғыу станоктары янында милли кейемдәрҙә оҫтабикәләр мәшәҡәтләнә.

Фестивалдең рәсми өлөшөн асыу хоҡуғы Рауил ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Абдулхаҡ Солтановҡа бирелде, ул ҡунаҡтарҙы тәбрикләгәндән һуң,  ҡыҫҡаса биләмәләге эштәр барышы менән таныштырҙы. 
Район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесәһе Элиза Ҡунафина күп бала үҫтергән абруйлы ғаиләләр Айһылыу һәм Рәшит Хисмәтовтар, Альбина һәм Рифат Вәлиевтар, Айһылыу һәм Әхмәр Ҡаһармановтар, Айгөл һәм Илмир Камалетдиновтар, Тәнзилә һәм Даян Шәһәрғазиндар, Айгөл һәм Радмир Ишаевтар, Әҡлимә һәм Кәрим Мөхәмәҙиевтар, Тәнзилә һәм Даян Шәһәрғәзиндар хаҡында йылы һүҙҙәр әйтеп, уларҙы Рәхмәт хаты менән бүләкләне.  
Район хакимиәтенең  социаль үҫеш  бүлеге етәксеһе Гөлдәр Рәхимова: «Ғаилә — тормошобоҙҙоң нигеҙе, халҡыбыҙҙың киләсәге. Матур ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, күптәргә өлгөлө парҙар данлай ауылдарҙы», — тип, 50 йыл бергә ғүмер кисергән юбилярҙарҙы тәбрикләне. 
Бына инде өсөнсө йыл илебеҙҙә махсус хәрби операция бара, батыр йөрәкле ир-егеттәребеҙ Ватан һағына баҫты. «Ватанды һаҡлаусылар» фондының райондағы социаль координаторы Д. Ҡ. Ғәлиуллина юғалтыуҙар кисергән ғаиләләргә дауахана-шифаханаларҙа сәләмәтлектәрен нығытыу мөмкинлектәре һәм башҡа төрлө ярҙам саралары тураһында һөйләне. Районда «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалы эшләй башлағандан алып, дүрт йөҙҙән ашыу мөрәжәғәт килгән, шуларҙың 350-һе хәл ителгән. «Медицина ярҙамы, психологик ярҙам кәрәк булғандарға Ҡыуатов исемендәге республика клиникаһы, Асҡар дауаханаһы менән берлектә ярҙам күрһәтәбеҙ. Бөгөнгө көнгә 25 хәрби һәм 60-тан ашыу һалдаттың ғаилә ағзалары шифаханаларҙа дауаланыу үтте», — тине Д. Ғәлиуллина.
Р. Р. Ғүмәрова үҙе етәкләгән «Ғаилә» үҙәгенең эше менән таныштырҙы. Инвалидтарға, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ойошма күрһәткән ярҙам төрҙәрен барланы. Рәйлә Рәхмәт ҡыҙы 50 йылдан ашыу бергә ғүмер иткән ирле-ҡатынлыларға хөкүмәт тарафынан аҡсалата ярҙам ҡаралауын әйтеп, алтын парҙарҙы шатландырҙы. 
Район социаль фонды начальнигы Сәләх Йомағужин пенсияның индексацияланыуы тураһында аңлатма бирҙе.
Райондың мәшғүллек үҙәге етәксеһе Радик Рәхмәтуллин үҙ эшен асырға йөрьәт итеүселәргә кәңәштәрен еткерҙе һәм ашнаҡсы, төҙөүсе,  эштәр идарасыһы һәм башҡа бик күп һөнәргә бушлай уҡытыу мөмкинлектәре тураһында хәбәр итте. 
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының янғындарҙы профилактикалау хеҙмәте үҙәге инспекторы Рамил Ғиниәтуллин янғын сыға ҡалһа, тәү һаҡланыу саралары менән таныштырҙы.
Биләмәнең һәүәҫкәр әртистәренең сығыштары сараға йәм өҫтәне. 
Артабан фестивалдә ҡатнашыусылар балаҫ һуғыу буйынса оҫталыҡ дәресендә булды. Ишҡол китапханасыһы Руфина Ирғәлина, Красная Башкирия һәм Дәүләттән килгән бер туған Файза Мирхәйҙәрова менән Сәғиҙә Йәнбирҙина буялған кәзә, һарыҡ йөндәренән әҙерләнгән төрлө төҫтәге ептәрҙән балаҫтар һуҡты. Балаҫ һуғыу оҫталығы апайлы-һеңлеләргә әсәләренән күскән, уларҙың бер туған ҡустыһы Юлай Һибәтов балаҫ станоктарын көйләүсе икән. Әйткәндәй, оҫтаның ҡул эштәре, күргәҙмә материалдары район, республика конкурстарында еңеүсе булараҡ билдәле. Оҫтабикәләрҙең эше күптәр өсөн яңы асыш булды.
Сара аҙағында фестивалдең күсмә вымпелы тантаналы рәүештә Асҡар, Гусев һәм Ҡырҙас ауыл биләмәләренә тапшырылды.
Гөлнара ШАКИРОВА.

Читайте нас: