+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Июнь , 15:00

Әбйәлилдә — шиғриәт байрамы

Бынан теүәл 50 йыл элек талантлы яҡташыбыҙ, шағир, Һәҙиә Дәүләтшина, Ғәлимов Сәләм исемендәге премиялары лауреаты Әсхәл Әхмәт-Хужа төбәгебеҙҙә әҙәби ойошма булдырған. Шул дәүерҙән алып «Йәйғор» оҙайлы, ҡатмарлы юлдар уҙып, бөгөнгө көндә лә әҙәбиәт юлында эшләүен, ижад итеүен дауам итә.

«Йәйғор» әҙәби ойошмаһы 50 йыллыҡ юбилейы айҡанлы шиғриәт бәйгеһе үткәрҙе.

Шиғриәт бәйгеһе тап «Йәйғор» ойошмаһында ҡанаттарын нығытҡан шағирҙарҙың шиғырҙарын һөйләүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы. Мәртәбәле сарала күрше райондарҙан Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар Союзы ағзалары, яҙыусылар, Белорет районынан Мансур Һиҙиәтов һәм Сибай ҡалаһынан Әминә Яхина ла ҡатнашты. Жюри ағзалары булараҡ улар һәр бер конкурсанттың төҫ-ҡиәфәтен, нәфис һүҙ оҫталығын, шиғырҙа кисерелгән хис-тойғоларҙы уҡыусы күңе-ленә алып барып еткереүен ғәҙел баһаланы. Бәйгелә бөтәһе 21 конкурсант үҙ-ара көс һынашты.
Районыбыҙҙың төрлө яҡтарынан йыйылған шиғриәт һөйөүсе яҡташтарыбыҙ ойошманың шағирҙарының шиғырҙарын яттан һөйләп, үҙҙәренең ысын талант икәнлектәрен асып һалдылар. Ярыш ярыш кимәлендә үтергә тейешлекте иҫәпкә алып, баһалама ағзалары бөтә сығыштарға ла ғәҙел баһа биреүҙе күҙ уңында тоттолар.
— Баһалама ағзалары итеп күрше райондарҙағы ижадташ, ҡәләмдәш дуҫтарыбыҙҙы билдәләнек. Был алым юҡҡа ғына шулай эшләнмәне. Конкурс жюриҙарының күбеһенең (ул бөтә ерҙә лә күҙәтелә) таныш-тонош, дуҫ-иштәрен, коллегаларын, туғандарын, үҙҙәренә йомаҡайланып, урын һорап йөрөгән ҡайһы бер конкурсанттарҙы ҡолаҡтарынан тартып алға сығарыуҙары, һөҙөмтәлә матур сығыш яһағандарҙың иғтибарҙан ситтә ҡалыуҙары барыбыҙға ла көн кеүек асыҡ, шуға ла жюри ағзаларының икенсе райондан килеп баһалауҙарын ғәҙел тип һанайым, — ти бәйгене ойоштороусы ойошманың шиғриәт бүлеге етәксеһе Ф. Биктимерова. 
Конкурсҡа ойошма шағирҙарының барыһының да шиғырҙарын ятлап килгән әбйәлилдәр матур сығыш яһанылар. Һәр конкурсантҡа авторҙары аҡсалата ла, башҡа бик матур бүләктәр тапшырҙылар. Быныһы инде авторҙарҙың үҙ теләктәренә ҡалдырылды.
Сығыштар «Йәйғор»ҙарҙың үҙҙәренең концерт номерҙары менән аралаштырып алып барылды. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Роза Хәйруллина, ойошмала ижад итеүселәрҙән үҙешмәкәр йырсылар, композиторҙар Сәйфулла Ғайсин, Мөхәмәтйәр Мәғәсүмов, Гөлсәсәк Зәйнуллина һәм һәүәҫкәр йырсы Гөлфирә Йәһүҙинаның йырҙарын тыңлап кинәнде тамашасылар.
Сәмле бәйгелә гран-приҙы Йәнгел ауылынан Айгөл Мөхәмәтшина яуланы. Ул махсус хәрби операцияла һәләк булған Фәнис Хөсәйенов иҫтәлегенә яҙылған Әнисә Махийәнова-Ғәлинаның «Һау бул, әсәйем!» шиғырын уҡыны. 
Беренсе урында Тал Ҡусҡары ауылы-нан Гөлниса Ниғмәтуллина, ул ҡыҙы Гөлфиә ижад иткән «Ер-әсә монологы»н һөйләне. Был шиғырҙа ла Украина биләмәһендә барған ҡан-ҡойош тураһында һүҙ барҙы. Байымдан Фәиз Әйүпов тормош иптәше Әлфиә Абдрафиҡованың «Бер ҡайтаһы ине» шиғыры менән беренсе урында билдәләнде. Шулай уҡ беренсе урынды яулаусы Миңзәлә Юлмөхәмәтова (Амангилде) Фәрзәнә Хамматованың «Таштағы эҙҙәр» әҫәренән өҙөк сәхнәләштерҙе. 
Гөлйөҙөм Вәлиева (Буранғол) Нәсих Сәлмәновтың «Гармуныма мәҙхиә», Резеда Юлдашева (Асҡар) Сулпан Әҡсәнованың «Питерҙа тыуған уйҙар», Гөлфиә Ниғмәтуллина (Тал Ҡусҡары) Сәфинә Хәкимованың «Туған телем», Фәриҙә Ҡотдосова Рәшиҙә Мансурованың «Мин әсәйемде күккә тиңләр инем» (Буранғол), Мәликә Вәлиева (Рауил) Нәрисә Уйылданованың «Мөғжизәле нур ебе», Сәриә Бикҡолова (Рысҡужа) Айһылыу Хәсәнованың «Тәүге ҡар» шиғырҙары менән икенсе урынды алды. 
Өсөнсө урында түбәндәге ҡатнашыусылар еңеү яуланы. Гусев ауылынан Гөлзиә Исҡаҡова менән Әлфинә Сафиуллина, улар Нәсимә Ғайсина һәм Гөлфиә Ниғмәтуллинаның шиғырҙарын һөйләне. Буранғол ҡыҙҙары Гөлнәфис Мөлөкова, Гөлшат Ғәбитова яҡташтары Рәшиҙә Мансурова һәм Мәрйәм Сәлмәнованың шиғырҙарын уҡыны. Ташбулаттан Ғәзимә Вәлитова менән Әлиә Фәтхуллина Лилиә Рәхмәтуллинаның «Башҡорт еңеү менән ҡайтыр», «Туған телем» шиғырҙарын жюри хөкөмөнә сығарҙы. Вәсилә Бикҡужина (Рысҡужа) Айһылыу Хәсәнованың «Ҡурҡам», Гөлнара Мөхәмәткилдина (Байым) Әлфиә Абдрафиҡованың «Ҡанлы йәкшәмбе», Гөлнара Ғибәҙуллина Салауат Әминевтың «Беҙ — тамъяндар» шиғырҙарын яттан һөйләне.  Тупаҡ ауылынан берҙән-бер йәш ҡатнашыусы Гөлбаныу Хамматова ағаһы Марсель Хамматовтың шиғырын матур уҡыны. 
Ойошма ағзалары Илсиә Ҡасимова, Мөхәмәтйәр Мәғәсүмов, Гөлсәсәк Зәйнуллина, Сәйфулла Ғайсин үҙҙәре ижад иткән шиғри күстәнәстәре менән уртаҡлашты. 
Бөтә ҡатнашыусыларға ла район ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһының, «Йондоҙ» гәзитенең, Бөтә донъя башҡорттары ҡо-ролтайының, «Йәйғор» әҙәби ойошмаһының маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.
Кисәне Амангилде ауылы китапха-насыһы Минзәлә Юлмөхәмәтова алып барҙы. Сара бүләкләүҙәр, ҡотлауҙар менән тамамланды. 
Гөлфиә ХӘСӘНОВА. 

Читайте нас: