+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Июнь , 20:30

Хистәрҙән туҡылған моңло йырҙар яңғыраны

Район мәҙәниәт йортонда «Көмөш ай» халыҡ вокал-эстрада студияһының концерты уҙҙы

Әбйәлилдәрҙең күңел һандығы йыр-моңға мөлдөрәмә тулы. Өҙҙөрөп ҡурайҙа уйнаһындармы, ҡара-ҡаршы тороп таҡмаҡ әйтешһендәрме, орсоҡтай өйөрөлөп бейеһендәрме, хисләнеп йырлаһындармы, йөкмәткеле сара үткәрһендәрме — баҫҡан ерендә ут сәсрәткән Ҡыҙыл буйы таланттарына ҡарап, һоҡланыуҙан күңел ҡанатлана. Гүйә, Ҡырҡтының һәр ташы, һәр үлән-сәскәһе моңдан туҡылған, ә ошо бәрәкәтле ерҙе атайсалы иткән халыҡтың булмышы, йәшәйеше үҙе бер моңло йыр төҫлө. Йыр-моң көйәнтәһен иң беренсе булып, әлбиттә, райондың мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре үҙ иңенә ала, оло яуаплылыҡ һәм тырышлыҡ менән эштәрен башҡара улар. Шундайҙарҙың береһе — район мәҙәниәт йортонда эшләп килгән Айгөл Суфиянова етәкләгән «Көмөш ай» халыҡ вокал-эстрада студияһы. 

90-сы йылдар башында барлыҡҡа килгән төркөм тик ир-егеттәрҙән тора. Тиҙ арала ғына йәштәр араһында ҙур популярлыҡ яулаған «Көмөш ай»ҙарҙың «Гүзәл», «Нимә булды һиңә бөгөн?», «Ниңә яңғыҙ һуң һин әйт, аҡҡошом?», «Онотмам тигән инем», «Йәшлегем» һәм башҡа бик күп йырҙарын халыҡ әле лә яратып тыңлай. Берсә һағышлы ла, берсә дәртле лә йырҙар һөйөү, яуапһыҙ мөхәббәт, йәшлек темаларына арналды. 
Йәш төркөм ағзаларының сәстәренә сал төшә бара, тәбиғәт ҡанунына ярашлы, оло быуын урынына йәштәр алмашҡа килә. Йылдан-йыл яңы исемдәр асҡан, оло юл үтеп, алдында торған кәртәләргә бирешмәйенсә, район һәм республика кимәлендә танылыу яулап, эстрада-вокал төркөмө 2003 йылда «халыҡ» исеменә лайыҡ була. Репертуарҙарында башҡорт һәм рус композиторҙарының йырҙары туплана бара. Шул заманда уҡ студия республика ҡала-райондары буйлап гас-тролдәргә сыға, үҙҙәрен халыҡҡа таныта. VII республика тынлы һәм джаз бәйгеһендә, Еңеүҙең 65 йыллығына Өфөлә үткәрелгән «Еңеү салюты» конкурсында Гран-при яулай. «Яҙғы тамсылар» (2010) республика бәйгеһендә, 2011, 2012 йылдарҙа Сибайҙа уҙғарылған «Ирәндек моңдары» төбәк-ара конкурсында лауреат исеменә лайыҡ була, патриотик йырҙарға бағышланған республика конкурсында икенсе урын ала. Ул ваҡытта студияны Резеда Юлдашева етәкләй. 
Бөгөн дә «Көмөш ай» халыҡ вокал-эстрада студияһы гөрләп эшләп килә. Ансамбль менән 2021 йылдан бирле  Айгөл Суфиянова етәкселек итә. 
— Төркөмдө булдырыусыларҙың береһе, солисы, район мәҙәниәт бүлеге начальнигы булып эшләп киткән Ирек Әғзәп улы Мусин булған. Төркөм оҙон юл үтеп студияға әйләнгән. Йәш таланттарҙы, балаларҙы йыр нескәлектәренә өйрәткәндәр, төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнашҡандар. Район, республика кимәлендә сығыш яһаясаҡ солистарҙы әҙерләү, районда яңы талантлы исемдәр асыу — ансамблдең төп маҡсаты. Беҙгә йылдан-йыл яңы йырсылар килә, репертуарыбыҙ байый бара, яңы йырҙар яҙыла. Йыл һайын йәштәр араһында йыр-моңға һәләтлеләрҙе асыҡлау йәһәтенән «Күңел моңдары» ретро йырҙар, патриотик һәм һуғыш йылдары йырҙары конкурстарын, балалар араһында «Яҙғы тамсылар» бәйгеһен уҙғарабыҙ, — тип һөйләй Айгөл Вәлит ҡыҙы.
Районда уҙғарылған бер байрам концерты ла, бәйге лә уларһыҙ үтмәй. Һәр саҡ сәхнәгә үҙҙәренең һомғол буйҙары, сағыу костюмдары һәм образдары менән йәм өҫтәгән һылыу ҡыҙҙар, киң яурынлы, сәхнәлә үҙҙәрен иркен тотҡан, һәр кемде ғашиҡ иттерерҙәй моңло тауыштары менән арбаған ир-егеттәр эшләй студияла. Уларҙың күбеһе музыкаль белемгә эйә булған, район һәм республика кимәлендә вокал буйынса төрлө урындар яулаған һәләтле йырсылар. 
Төркөм етәксеһе Айгөл Суфиянова Дәүләт мәҙәниәт усағында эшләгән, район мәҙәниәт йортона эшкә килеү менән Айгөл Вәлит ҡыҙына «Көмөш ай» студияһын етәкләүҙе ышанып тапшы-ралар. Етәксегә төркөмдөң ағзалары менән гәзит уҡыусыларҙы таныштырыуҙы  һорағас та, ул һәр береһе хаҡында ентекләп һөйләргә тотондо.
— Мин эшкә килгәс тә Раян Нафиҡов, Заһир Хызыров, Элиза Ямалова һәм үҙем йәш башҡарыусылар менән ихлас эш башланым. Беҙ бөтәбеҙ ҙә профессиональ йырсылар тип һаналдыҡ. Унан һуң беҙҙең төркөмгә йәштәр күп килде, әлеге ваҡытта 12-13 йырсы  иҫәпләнә, — ти ул.
Айгөл Вәлит ҡыҙы әйтеүенсә, студияла йыр нескәлектәрен яҡшы аңлаған һәм үҙҙәренең хеҙмәтенә етди ҡараған ағзалар шөғөлләнә, уларҙың барыһы ла мәҙәниәтһеҙ тормоштарын күҙ алдына килтерә алмайҙар икән. Ысынлап та, мәҙәниәт өлкәһендә осраҡлы кешеләр тотҡарланмай. Мәҫәлән, Элиза Ямалова Гусев мәҙәниәт йортон етәкләй. «Башҡорт йыры» телевизион конкурсы финалсыһы, тағы ла йыр-моң менән бәйле күп бәйгеләрҙә ҡатнашып, ҙур еңеүҙәргә өлгәшкән. Вокал белемгә эйә Заһир Хызыров шулай уҡ төрлө конкурстар лауреаты, уны Айгөл Вәлит ҡыҙы көслө тауышҡа эйә студияның бағанаһы тип һанай. Раян Нафиҡовтың да тауышын күптәр яратып өлгөргән, ул Магнитогорск ҡалаһының хор капеллаһында эшләй. Улар артынан Озерный мәҙәниәт йортон етәкләгән һәм балалар баҡсаһында музыкаль етәксе булып эшләгән Венера Чуева, «Урал аръяғы – Һомай» модель студияһын етәкләгән Зарина Йәнбирҙина килә төркөмгә. Республика, ил, Европа киңлегендә төрлө матурлыҡ конкурстары лауреаты булған Зарина Фәрит ҡыҙының йырлау һәләте барлығын асыҡлай етәксе. Артабан төркөмгә Михайловка мәҙәниәт усағы хеҙмәткәрҙәре Альбина Һәйетҡолова менән Гүзәлиә Ғәниева ҡушыла. Улар ҙа бик әүҙем ҡыҙҙар. Шулай уҡ ҡурайсы, үҙенсәлекле тауышлы йырсы, район мәҙәниәт йортонда эшләүсе Азамат Итекәев тә студия ағзаһы. Ул «Башҡорт йыры» телевизион конкурсы финалсыһы, шулай уҡ «Юлдаш» радиоһынан яңғыҙ башҡарған йырҙары яңғырай. Дәүләт мәҙәниәт йортонда эшләүсе, режиссер, йырсы егет Рузил Шәмсетдиновты ла халыҡ яратып өлгөргән. Район мәҙәниәт йортоноң баш методисы Әлфиә Заһиҙуллина, Тупаҡ мәҙәниәт йортон етәкләгән, бейеүсе һәм йырсы ҡыҙ Ғәлиә Ғиләжева ла бында шөғөлләнә, ҡанаттарын нығыта. 
«Көмөш ай» уҙған йылда Силәбе ҡалаһында үткәрелгән «Таланттар орбитаһы» халыҡ-ара бәйгелә ике призлы урын яулай. Бәйгенең положениеһына ярашлы, ҡатнашыусылар жюри ағзала-рына ике жанрҙағы йыр йырларға тейеш була. Хәрби-патриотик темаға улар «За тихой рекою», ә этник характерҙағыһына «Айҙар ғынайым» башҡорт халыҡ йырының заманса вариантын тәҡдим итәләр. Беренсе йыр менән Гран-приға, ә икенсеһе менән беренсе урынға лайыҡ булалар һәм конкурстың төп еңеүселәре булып ҡайталар. 
— Беҙгә ҙур ярҙам ҡулы һуҙған, «Лэйк Дэнс» хип-хоп заманса бейеү төркөмөн етәкләгән Даян Баймөхәмәтовты ла билдәләп үткем килә. Ул рэперсы булараҡ «Айҙар ғынайым» йырында рэп уҡый, шулай уҡ Зарина Йәнбирҙина менән дуэт та башҡаралар. Ниндәй ярҙам һорап мөрәжәғәт итһәм дә, кире ҡаҡмай. Шулай уҡ йырҙарыбыҙҙы аранжировкалаусы Илмир Үҙәнбаевтың да хеҙмәтен баһалап үткем килә. Һәр беребеҙҙең холоҡ-фиғеленә түҙгән егеттәребеҙгә оло рәхмәтемде белдерәм, — ти Айгөл Вәлит ҡыҙы. 
Мәҙәниәт йортонда үткәрелгән «Кө-мөш ай»ҙың концерты дүрт өлөштән торҙо. 32 номерҙы үҙ эсенә алған матур концерт бер тынала ҡаралды, мөхәббәт, илһөйәрлек рухы менән һуғарылған, Тыуған ил,  йәй, йәшлек тураһындағы йырҙар яңғыраны. Ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр ансамбленән тыш, халыҡ араһында попу-лярлыҡ яулаған дуэттар ҙа йырланылды. Зарина Йәнбирҙина һәм Заһир Хызыровтың «Әйтелмәгән мөхәббәтем», Элиза Ямалова һәм Азамат Итекәевтың «Гелән һағынам», Албина Һәйетҡолова менән Гүзәлиә Ғәниеваның «Ғүмер берәү», «Яратам», Зарина Йәнбирҙина һәм Даян Баймөхәмәтовтың «Мөхәббәт беҙҙең арала», «Хаттар», Раян Нафиҡов һәм Айгөл Суфиянованың итальян телендә башҡарылған йырҙарын тамашасы йылы ҡабул итте. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың гимнына әүерелгән «Кейек ҡаҙ юлдары» йырын башҡарған Рузил Шәмсетдиновҡа ҡушылып йырланы тамашасылар. Хәрби тематикаға, 60-сы йылдарҙа популярлыҡ яулаған попурри йырҙар ҙа яңғыраны концертта. Азамат Итекәев, Рузил Шәмсетдинов, Элиза Ямалова, Айгөл Суфиянова, Раян Нафиҡов, Рөстәм Мәғәфүров, Венера Чуева, Заһир Хызыровтың яңғыҙ башҡарған йырҙарын көслө алҡыштар менән оҙаттылар. Концертты «Көмөш ай»ҙар «Иҫән генә булығыҙ» тигән матур йыр менән тамамланы. Кисәне Зарина Йәнбирҙина йәнле итеп алып барҙы.
Сара аҙағында район мәҙәниәт бүлегенең профком рәйесе Заһит Ғәбитов халыҡ вокал-эстрада студияһының ҙур хеҙмәтен баһаланы. 
— Йәштәрҙә йыр-моңға һөйөү уятҡан, уларҙы бер урынға туплаған һәм һәр ваҡыт сағыу номерҙар менән сығыш яһаған «Көмөш ай»ҙарға  һәм, әлбиттә, уларҙың етәксеһе Айгөл Вәлит ҡыҙына ҙур рәхмәтемде еткерәм. Һеҙҙең кеүек һәүәҫкәр әртистәр булғанда Әбйәлил ерлегендә йыр-моң йәшәйәсәк һәм үҫәсәк әле,— тине ул. 
«Көмөш ай» ағзалары ла етәкселәренә рәхмәттәрен белдерҙе һәм гөлләмә бүләк итте. Ысынлап та, концерт иң саф хистәрҙе данлаған матур йырҙар яңғыратты, төркөм ағзалары яҡындары менән иҫтәлеккә фотоға төшөп таралышты. 

Гөлфиә ХӘСӘНОВА. 

Читайте нас: