+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Июнь , 16:50

«Урал ынйылары» Мәскәүҙән еңеү менән ҡайтты!

Талантлы, бейеү донъяһына ғашиҡ Әлиә Фәтхетдинованың ғорурлығы булған «Урал ынйылары» өлгөлө бейеү ансамбле матур сығыштары менән таң ҡалдыра. Йәш бейеүселәр район, республика кимәлендәге ижади конкурстарҙа гел еңеү яулай.

Талантлы, бейеү донъяһына ғашиҡ Әлиә Фәтхетдинованың ғорурлығы булған «Урал ынйылары» өлгөлө бейеү ансамбле матур сығыштары менән таң ҡалдыра. Йәш бейеүселәр район, республика кимәлендәге ижади конкурстарҙа гел еңеү яулай. Яңыраҡ Магнитогорск ҡалаһында уҙған «Таланттар йыһаны»  фестивалендә абсолют чемпион исемен яулаған ансамблде Мәскәүгә саҡырыуҙары тураһында хәбәр иткәйнек. Әбйәлил бейеүселәре баш ҡала сәхнәһен яулап, еңеү менән ҡайтты.

 Беҙҙең район шәп бейеүселәре менән дан тотһа ла, быға тиклем балалар ансамбле менән илдең баш ҡалаһында сығыш яһағандары, мәртәбәле конкурста урын алғандары юҡ ине әле. Мәскәү сәхнәһен башҡорт бейеүе менән яулаған, баш ҡала тамашасыларын, талапсан жюри ағзаларын ҡабатланмаҫ сығыштары, матур костюмдары менән һоҡландырған «Урал ынйылары» өлгөлө бейеү ансамбле райондың ғына түгел, республика исемен уңышлы яҡланы. Йәш бейеүселәр һәм уның етәксеһе өсөн сикһеҙ ғорурлыҡ булған еңеүҙәре, ысынлап та, маҡтауға лайыҡ. Әлиә Фәтхетдинованың алдына ҡуйған маҡсатынан тайпылмауы, оҫта ойоштороусы булыуы, ансамблгә юғары талаптар ҡуйыуы ошо үрҙәргә килтергәндер, моғайын. 
— Беҙҙе Мәскәүгә саҡырыуҙары көтмәгәндә булды. «Таланттар йыһаны» халыҡ-ара бейеү конкурсында төп еңеүсе илдең баш ҡалаһында сығыш яһаясаҡ тип иғлан иткәстәре ныҡ ҡыуандыҡ һәм шунда уҡ оҙаҡ уйлап тормай мин дә, бейеүселәрем дә, ата-әсәләр ҙә барырға хәл иттек. Әлбиттә, баш ҡалала конкурста сығыш яһау яуаплы булыуын тойоп, ныҡлы әҙерлек башланыҡ. Конкурста ҡыҙҙар ҡытай, малайҙар кавказ бейеүе менән еңгәйне бит. Мәскәүгә Башҡортостандан барғас, үҙебеҙҙең милли бейеүҙе күрһәтергә кәрәк тигән ҡарарға килдем. Ул халыҡтың көсөн, берҙәмлеген, рухын да сағылдырһын, гүзәл төбәгебеҙҙең матурлығын, байлығын да күрһәтһен тип буласаҡ бейеүебеҙҙең һәр элементын-хәрәкәтен уйлай башланым, — тип һөйләй Әлиә Милләт ҡыҙы. — Минең идеяларымды тормошҡа ашырған Фәнил Әсәҙуллинға рәхмәтлемен, ул тап мин күҙаллағанса итеп беҙгә бейеү ҡуйҙы. Ҡыҫҡа ғына осорҙа ансамбль композицияны өйрәнде, бер туҡтауһыҙ репетициялар менән бейеүҙе шымарттыҡ.
Бәләкәй һәм өлкән төркөмдәрҙә бөтәһе 46 бала. Улар менән алыҫ юлға сығыу өсөн сығымдар һәм башҡа ойоштороу мәсьәләләрен хәл итергә кәрәк. Ансамбль етәксеһе ата-әсәләр менән йыйылыш уҙғарып, был эштәр өсөн яуаплы кешеләрҙе һайлайҙар. Өлкәндәр төркөмөнән Альбина Моратова, Әлиә Мәхмүтова, бәләкәйҙәр төркөмөнән Филүзә Ишбулатова, Фәйзүнә Исламова, Гөлзифа Ғәбитова, Гүзәл Өмөтҡужина билеттар алыу, йәшәү урыны, туҡланыу, экскурсия һ.б. һорауҙарҙы үҙ өҫтөнә ала. Әлиә Фәтхетдинова ансамблдәге балаларға документация йыйыу, дөйөм мәсьәләләр менән шөғөлләнә. Мәскәүгә поезда барырға һәм самолетта ҡайтырға хәл итәләр. Тәүге тапҡыр алыҫ сәфәргә сыҡҡан «Урал ынйылары»н район мәҙәниәт һарайы алдында туғандары, яҡындары оҙатып ҡала. Өфөгә тиклем газелдәрҙә баралар, артабан поезға ултыралар. Балалар әллә ҡайҙан күренеп торһон өсөн бөтәһе лә бер иштән ҡыҙыл футболкалар, бер төҫтәге бейсболкалар кейәләр. Ике тәүлек буйына юлда ялҡмаһындар өсөн әсәйҙәр өҫтәл уйындары, китаптар алалар. Әйткәндәй, барыһының да әсәләре, ҡайһыларының аталары ла бергә бара. Балалар уйнай, һүрәт төшөрә, йомаҡ ҡоя. Әсәйҙәр һәм өлкән ҡыҙҙар ҡашмауға тәңкәләр таға. Ике вагон булып барған ҡыҙҙар-малайҙар һәр туҡталыш һайын төшөп, бумбокста бейеү көйҙәрен ҡуйып, бейейҙәр. Волганы, төрлө ҡалаларҙы ҡарап, күңелле сәйәхәт ҡылалар. Поездан тыш, биш ғаилә самолетта оса, тағы дүрт машина бара. 
Мәскәүгә килеп төшөү менән юлдан арыныҡ тип тормайҙар, «Москва-Сити» майҙанында йыйылып, репитиция яһайҙар. Хатта экскурсияға барырға өлгөрәләр. ВДНХ, Космопарк, «Москвариум» океанариумын күреү балаларҙа онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдыра. 
Иртәгәһенә «Урал ынйылары» бейеүселәре «Останкино» концерт залына, йыл һайын үткәрелгән хореография конкурсының йомғаҡлау турына бара. Ҙур сәхнә, мәртәбәле конкурс алдынан тулҡынланһалар ҙа, беҙҙең бейеүселәр матур сығыш яһай. Яңы постановка өсөн ике төркөмгә лә бер иштән милли костюмдарҙы тегеп өлгөрткән Илүзә Әсәҙуллинаға рәхмәтле ансамбль етәксеһе. Матур кейемдәрҙә балҡып торған ҡыҙҙар-малайҙар баш ҡала сәхнәһен гөрләтә генә. Абруйлы жюри «Башҡортостандың уяныуы» тип аталған бейеүҙе юғары баһалай һәм «Урал ынйылары» ансамбле фестивалдә беренсе дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ була. 
Оло еңеүҙән дәртләнгән балалар сағыу костюмдарында Кремль майҙанында башҡорт бейеүен башҡара. Бала-ларҙың сығышын ҡарарға халыҡ йыйылып китә, төрлө илдәрҙән килгән туристар бергә фото төшөргә һорай. Хатта яҡташтарҙы ла осраталар. 
— Беҙ конкурста ҡатнашыу өсөн генә барманыҡ, ҡатнашҡас еңергә лә кәрәк тигән маҡсат ҡуйҙыҡ. Ансамбль үҫергә, яңы үрҙәр яуларға тейеш, — ти «Урал ынйылары» өлгөлө бейеү ансамбле етәксеһе Әлиә Фәтхетдинова. — Сәфәрҙе ойоштороуҙа ярҙам иткән һәр кемгә рәхмәт. Балалар илдең баш ҡалаһында сығыш яһап ҡына ҡалманы, Мәскәүҙе лә күрҙе. Был сәфәр барыбыҙҙың да күңелендә онотолмаҫ мәл булып һаҡланыр.
Баш ҡаланың матур һәм иҫтәлекле урындарында фото төшөп, еңеүҙән ҡыуаныс һәм ғорурлыҡ тойғоһо менән ҡайтты ансамбль. Район, республика исемен данлаған, башҡорт бейеүен танытҡан ынйыҡайҙарға һәм етәкселәренә «Афарин!» Әйткәндәй, «Урал ынйылары»ның 5 йыллыҡ юбилейына арналған отчет концертын күргегеҙ килһә, 31 май киске етелә район мәҙә-ниәт һарайына рәхим итегеҙ. Шәп тамаша буласаҡ.
Динара САФИУЛЛИНА.

Читайте нас: