+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Июнь , 12:23

Илдар Бикҡужин исемендәге фотоһүрәттәр конкурсы иғлан ителде

Талантлы ижадсы һәм йәмәғәт эшмәкәре быйыл 52-се йәшендә вафат булды.

Илдар Бикҡужин исемендәге фотоһүрәттәр конкурсы иғлан ителде
Илдар Бикҡужин исемендәге фотоһүрәттәр конкурсы иғлан ителде

Өфө дәүләт фән һәм технологиялар университетында Илдар Бикҡужин исемендәге "Ҡурай сәскә атҡан тыуған яғым" ("Мой родной край, где цветёт курай") фотоһүрәттәр конкурсы уҙа. Ижади эштәр ошо йылдың 20 авгусына тиклем ҡабул ителә. Унда мәктәп уҡыусылары, юғары һәм урта һөнәри белем биреү йорттары студенттары, шулай уҡ фото сәнғәтен һөйөүсе һәр кем ҡатнаша ала.

Илдар Рәшит улы ошо уҡ уҡыу йортоноң башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетын 2000 йылда тамамлаған.

Илдар Бикҡужин һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда туризмды үҫтереү, тыуған төбәгебеҙҙең тарихын, мәҙәниәтен, тәбиғи ҡомартҡыларын һәм йолаларын танытыу өҫтөндә әүҙем эшләне. Халыҡ араһында уны сағыу идеялар авторы һәм "ҡунаҡсыллыҡ илсеһе" тип хөрмәт иттеләр.

2022 йылда Илдар Бикҡужиндың командаһы "Башҡортостан Йөрәгенә инклюзив тур" һәм "Башҡорт телен өйрәнәм" мәҙәни-ағартыу туры" проекттары менән Башҡортостан Республикаһы Башлығы Гранттары фонды, шулай уҡ "Йылым-фест. Рәсәй халыҡтары уйындары" проекты менән Мәҙәни башланғыстар фонды еңеүсеһе булды. "Тархан" туристик компанияһы Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары студенттарының йәйге ялын ойоштороу менән әүҙем шөғөлләнде, уларҙың тырышлығы арҡаһында йәштәр республика һәм Рәсәй буйлап арзан хаҡҡа сәйәхәт итә алды.

Илдар Бикҡужин тәбиғәтебеҙҙең гүзәллеген мөмкин тиклем күберәк кешгә күрһәтеү, Башҡортостандың туристик мөмкинлектәрен асыу, тыуған яҡҡа арналған фотоһүрәттәр банкын булдырыу кеүек матур ниәттәре, моғайын, ошондай сәфәрҙәр ваҡытында барлыҡҡа килгәндер. "Ҡурай сәскә атҡан ерем" конкурсы ижадсының башланғыстарын дауам итеүгә йүнәлтелгән дә инде.

Фотобәйгенең маҡсаттары – ғаиләгә, ҡалаға, илгә, тыуған яҡ тәбиғәтенә, үҙ халҡыңдың рухи мираҫына яҡынлыҡ хисен һәм гражданлыҡ, илһөйәрлек тойғоларын булдырыу; үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе ижади эҙләнеүҙәргә дәртләндереү; төбәк халҡының мәғлүмәт технологиялары менән ҡыҙыҡһыныуын арттырыу.

Конкурс дүрт йүнәлештә уҙа: "Тыуған яғымдың йөҙҙәре", "Тыуған яғымдың архитектураһы", "Тыуған яғымдың тәбиғәте", "Ҡала һыҙаттары". Йәғни сюжетлы фотоһүрәттәр ике тема буйынса ҡабул ителә: "Эш кешеһе" – һөнәри эш менән мәшғүл кешеләр тураһында; "Хәтер" – тыуған яҡтың архитектура йәки тәбиғәт ҡомартҡылары, хозур урындары тураһында.

Конкурста ҡатнашыу өсөн [email protected] электрон почтаһына, хаттың темаһын "Мой родной край, где цветёт курай" тип күрһәтеп, ғариза ебәрергә кәрәк.

Бәйгенең шарттары тураһында тулыраҡ мәғлүмәт: сайтта,  Телеграмда, Бәйләнештә.

Автор:
Читайте нас: