+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Август , 17:11

«Кино төнө» акцияһы үтә

Башҡортостан 24 августа йыл һайын үткәрелеүсе «Кино төнө» Бөтә әсәй акцияһына ҡушыла.   #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

«Кино төнө» акцияһы үтә
«Кино төнө» акцияһы үтә

Сара 27 августа билдәләнәсәк Рәсәй кино көнөнә арнала. Республикала фильмдарҙы 38 майҙансыҡта күрһәтеү планлаштырыла. Өфөлә Ағиҙел йылғаһы буйында, «Родина» кинотеатрында, «Дим» мәҙәниәт һәм ял паркында тамашалар ойоштороласаҡ. Ғәҙәттәгесә, был көндө илдең төрлө ҡалаларында төнгө кино күрһәтеүҙәр, кинематографистар менән осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре, лекциялар һәм экскурсиялар, концерттар үтәсәк. Рәсәйҙән тыш, «Кино төнө»дә БРИКС һәм БДБ илдәренең 14-е ҡатнашасаҡ.  Фильмдар Ҡытайҙа, Һиндостанда, Бразилияла, Эфиопияла, Мысырҙа, Ҡаҙағстанда, Белоруссияла, Үзбәкстанда, Ҡырғыҙстанда, Әзербайжанда, Тажикстанда, Әрмәнстанда, Молдовала һәм Төркмәнстанда рәсәйҙең илселектәрендә, мәҙәни үҙәктәрендә һәм башҡа майҙансыҡтарында күрһәтеләсәк.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: