+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Сентябрь , 07:55

Октябрьский музыка колледжы капиталь ремонттан һуң асылды

2 сентябрҙә Октябрьский ҡалаһына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы уҡыу йылында капиталь ремонттан һуң эшләй башлаған музыка колледжында булды. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Октябрьский музыка колледжы капиталь ремонттан һуң асылды
Октябрьский музыка колледжы капиталь ремонттан һуң асылды

Элекке Юрий Гагарин исемендәге техниктар йорто 1953 йылда төҙөлгән, унда хәҙер уҡыу йорто урынлашҡан, ул мәҙәни мираҫ объекттарына ҡарай. Ошо бинаны  «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә яңыртҡандар.   

      Республика Башлығы Белем көнө уңайынан тантаналы линейкала ҡатнашҡан һәм яңыртылған уҡыу кабинеттарын ҡарап сыҡҡан. Колледж директоры Илдар Хазиев быйыл белем биреү учреждениеһы үҙенең 55 йыллыҡ юбилейын билдәләүе хаҡында һөйләгән. Был ваҡыт эсендә бында 2 меңгә яҡын уҡыусылар сәнғәткә белем баҫҡысын үткән, араларында күп кенә конкурстар лауреаттары һәм атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәрҙәре булғандар бар.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: