+2 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Сентябрь , 11:33

"Шүлгәнташ" музей комплексы иң яҡшы майҙансыҡ исеменә дәғүә итә

Бөрйән районының «Шүлгәнташ» музей комплексы «Башҡортостан туриндустрияһы лидерҙары» конкурсында «Иң яҡшы музей» номинацияһында билдәләнгән. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

"Шүлгәнташ" музей комплексы иң яҡшы майҙансыҡ исеменә дәғүә итә
"Шүлгәнташ" музей комплексы иң яҡшы майҙансыҡ исеменә дәғүә итә

Хәҙер тарихи-мәҙәни комплекс «Саралар өсөн иң яҡшы майҙансыҡ: мәҙәниәт объекттары» исеменә дәғүә итә.  Тауыш биреү MICE Award-2024 рәсми сайтында 30 сентябргә тиклем дауам итәсәк. Музей комплексы өсөн https://www.mice-award.ru/ru/vote/  һылтанмаһы буйынса тауыш бирергә мөмкин.

Был төр комплекс Рәсәйҙә берҙән-бере һәм бындай проекттар Көнбайыш Европала ғына бар (Франция, Испания).

Әйтергә кәрәк, музей комплексын асыу Шүлгәнташ мәмерйәһенә һәм тәбиғәт ҡурсаулығына антропоген баҫымды һиҙелерлек кәметкән.

     Үткән йылда «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексы нигеҙендә 13 күмәк мәҙәни һәм 17 ғилми-ғәмәли сара ойошторолған.  Унда беҙҙең илдән тыш, Ҡаҙағстан, Әзербайжан, Германия, Үзбәкстан, Монголия, Һиндостан, Сәғүд Ғәрәбстанынан 15 000-дән ашыу турист ҡатнашҡан.

         Музей комплексы «Музейҙар төнө», «Сәнғәт төнө» акцияларында әүҙем ҡатнаша, бай һәм төрлө программалар тәҡдим итә, төбәк һәм федераль кимәлдәге саралар үткәреү өсөн майҙансыҡ булып тора. «Шүлгән-Fest» йәйге этнофестивале лә йолаға әүерелгән, ул йыл һайын музей комплексы базаһында уҙғарыла, унда ҡунаҡтар оҫталыҡ дәрестәрендә, халыҡ уйындарында ҡатнаша ала, шулай уҡ урындағы һөнәрселәрҙән ғәҙәти булмаған сувенирҙар һатып ала ала. Быйыл уға

3 меңдән ашыу кеше килгән.

 Музей комплексы республика халҡына һәм ҡунаҡтарына төбәктең тарихын яҡынданыраҡ белергә ярҙам итә. Музейҙы булдырыуҙың төп шарты, ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәрҙе өйрәнеү һәм беҙҙең яҡтың ғына түгел, ә бөтә кешелектең тарихын белергә теләгәндәргә булышлыҡ итеү.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: