+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Сентябрь , 15:24

Ҡыпсаҡтар ҡор йыйҙы

Йыйында Башҡортостандың 25 районынан, Ырымбур һәм Һамар өлкәләренән делегаттар, ҡунаҡтар, шулар иҫәбендә беҙҙең район делегацияһы ҡатнашты. Ҙур масштаблы сара Күгәрсен районы хакимиәте һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты тарафынан БР Башлығы гранты булышлығында ойошторола.

Әбйәлилдә ҡыпсаҡтар күп түгел. Хәлил ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдар ҡарағай-ҡыпсаҡ ырыуына ҡарай. Йыйынға ауыл биләмәһе башлығы – ҡор башы Айбулат Хәйбуллин етәкселегендә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Нәйлә Дәүләтова, Таңатар Шәмсетдинов һәм район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Фәнил Әсәҙуллин барып ҡайтты.

Башҡортостан Башлығы Р. Ф. Хәбировтың V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайындағы сығышынан (2019 йыл, 28 июнь): “Беҙҙә “Башҡорт халҡының этник үҙенсәлеклелеген һаҡлау һәм үҫтереү” өҫтәмә программаһы эшләй. Ошоға тиклем ул финанс яҡтан нығытылмаған ине. Мин республика Хөкүмәтенә был документты киренән ҡарарға һәм был сараларҙы лайыҡлы финанслауҙы тәьмин итергә йөкмәтәм”.

– Йыйын үҙенең эсенә бай программа алғайны. Сараның пленар ултырышы Тәүәкән күп функциялы мәҙәниәт йортонда үтте. Ҡыпсаҡ ырыуы, уның тарихы, бөгөнгөһө, билдәле кешеләре һәм башҡалар хаҡында бай йөкмәткеле докладтар тәҡдим ителде. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, Өфө фән һәм технологиялар университеты доценты, филология фәндәре кандидаты Искәндәр Сәйетбатталовтың, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡорт халҡы тарихы һәм үҫеше мәсьәләләре буйынса комиссияһы координаторы, Өфө фән һәм технологиялар университеты доценты, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаевтың, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгендәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының көнсығыш ҡулъяҙмалары бүлеге мөдире, тарих фәндәре кандидаты Әхәт Сәлиховтың “Халҡыбыҙҙың мәҙәниәтендә иҫке башҡорт теле”, “Ҡыпсаҡ ырыуының арҙаҡлы улы Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов”, “Ҡыпсаҡтарҙың башҡорт тарихындағы урыны” темаларына   сығыштары данлы ырыуҙы төрлө яҡлап сағылдырҙы, – тип һөйләй А. Б. Хәйбуллин.
Артабан һүҙ ҡыпсаҡ ырыуы вәкилдәренә бирелгән. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Йәғәфәр Яманһарин – “Ырымбур өлкәһендәге ҡыпсаҡ ырыуы башҡорттарына ҡағылышлы мәсьәләләр”; Башҡортостандың дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Әхмәҙулла Бейешевтең ейәне, Ырымбур өлкәһе Быҙаулыҡ ҡалаһының ветерандар советы рәйесе урынбаҫары Юрий Бейешев – “Дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Әхмәҙулла Әхмәтшамил улы Бейешевтең исемен мәңгеләштереү”; Күгәрсен тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры, Күгәрсен районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рөстәм Сәйетбатталов – “Күгәрсен районының ҡыпсаҡ ауылдары: хәҙерге торошо, үҫеш мөмкинлектәре”; Бөрйән районынан тыуған яҡты өйрәнеүсе Мөнир Фәйзуллин – “Беҙ – ҡарағай-ҡыпсаҡтар: кем беҙ, ниндәй беҙ?”; Ырымбур өлкәһенән тыуған яҡты өйрәнеүсе Радик Ырыҫҡолов – “Ырымбур өлкәһенең дәүләт архивында ҡыпсаҡ ырыуы башҡорттары буйынса сығанаҡтар”; Башҡортостан Милли музейы филиалы – Баймаҡ районының Темәс тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы мөдире Айҙар Мәжитов – “Беҙ – ҡарағай-ҡыпсаҡ нәҫеленән”; Көйөргәҙе районынан яҙыусы, хеҙмәт ветераны Азат Хәлилов – “Көйөргәҙе районы ҡыпсаҡтары: тарихы һәм хәҙергеһе” тигән темалар буйынса сығыштарында киң мәғлүмәт бирҙе.
Пленар ултырышта Ҡыпсаҡ ырыуының ҡор башы һайланды. Был оло бурыс тарих фәндәре кандидаты Әхәт Сәлиховҡа йөкмәтелде.

Ф. Ш. Әсәҙуллин, район мәҙәниәт бүлеге начальнигы: ­ – Мин режиссер булараҡ, йыйынды ойоштороу яғына иғтибар иттем. Төбәк Башлығы гранты ярҙамында үткәрелгән сараның программаһы, ысынлап та, бик бай ине. Театрлаштырылған тамаша, йыйынды рәсми асыу, пленар өлөш, йәштәр форумы, милли уйындар майҙаны, М. Ғ Рәхимов музейын, тирмәләр ҡаласығын ҡарау, бүләкләүҙәр, концерт һәм башҡалар. Бер көн өсөн был ныҡ тығыҙ. Барыһына ла өлгөрөп булманы, ваҡыт етмәне. Шуныһы ғына әҙерәк үкенес ҡалдырҙы, ҡыпсаҡтар ҡорон эстафета буйынса Әбйәлилдә уҙғарғанда ошоно иҫәптә тоторға кәрәк, минеңсә. Ә, ғөмүмән, йыйындың йөкмәткеһе һәм маҡсаты оҡшаны! Ошоға тиклем күреп-аралашып йәшәгән бик күп билдәле кешеләрҙең ырыуҙаш булыуын белеү үҙ-ара күҙгә күренмәгән яҡынлыҡ һәм туғанлыҡ хисе уятты. Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовтың ҡыпсаҡ ырыуы улы булыуы ғорурлыҡ тыуҙырҙы.

Йыйында ҡор башы һайлауҙан тыш, ҡыпсаҡтарҙың гимны һәм гербы варианттары ҡаралды. Улар тауыш биреүгә ҡуйылды һәм уның һөҙөмтәләре буйынса раҫланасаҡ.

Г. ФӘТХУЛЛИНА.

Читайте нас: