+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Сентябрь , 15:28

Республикала мәҙәниәткә иғтибар ҙур

Башҡортостанда һуңғы биш йылда мәҙәниәт өлкәһенә 62 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән. Республика Башлығы Радий Хәбиров «Арт-Ҡоролтай» мәҙәни форумының пленар ултырышында сығыш яһағанда федераль мәҙәниәт министрлығына һәм Рәсәй хөкүмәтенә төбәккә ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

— Беҙҙең республикала ауылдарҙа 1,5 миллион кеше йәшәй. Улар Башҡортостан үҫешенә үҙ өлөшөн индерә, төбәктең иҡтисади таянысы булып тора. Һәм, әлбиттә, беҙҙең йолалар һәм мәҙә-ниәтте һаҡлауҙа төп көс, — тип белдерҙе Радий Фәрит улы.
Ошо йылдарҙа федераль бюджеттан 3,8 миллиард һум, шул иҫәптән «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә 1,5 миллиард һум аҡса һалынған. Бындай ярҙам арҡаһында мәҙәниәт учреждениеларын төҙөү һәм ремонтлау, уларҙы йыһазландырыу, тармаҡты һанлаштырыу йәһәтенән күп эштәр башҡарылған.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы 2021 йылдан алып уңышлы ғәмәлгә ашырыла, илдә тәүге һәм иң яҡшыһы һанала. Программа эшләй башлаған өс йыл эсендә республика бюджеты иҫәбенән 75 миллион һум аҡсаға 120 мәҙәниәт белгесе торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға өлгәште. 2023 йылдан субсидия күләме ике тапҡырға артты һәм 1 миллион һум тәшкил итә, ә түләүҙе хәҙер автомобиль һатып алыуға ла тотонорға мөмкин. — Был программа 2021 йылдан алып эшләй һәм беҙ уны туҡтатмаясаҡбыҙ. Ул мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ярҙам итергә мөмкинлек бирәсәк, — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Республикала һуңғы биш йылда 94 мәҙәниәт объекты төҙөлгән һәм ремонтланған, 344 мәҙәниәт учреждениеһы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. 16 модель китапханаһы, 11 виртуаль концерт залы сафҡа индерелгән, гастролдәргә йөрөү өсөн 90 транспорт берәмеге, 10 автоклуб һатып алынған.
Программа шарттарына ярашлы, мәҙәниәт өлкәһендә профилле һөнәри белемле 35 йәшкә тиклемге йәш белгестәргә ярҙам күрһәтеләсәк. 2018 йылдан ауылға йәки 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаға эшкә килгән мәҙәни-ял итеү учреждениелары, китапханалар, музейҙар, мәҙәниәт өлкәһендә өҫтәмә белем биреү өлкәһе хеҙмәткәрҙәре программала ҡатнашыуға дәғүә итә ала.
 Беҙҙең районда был ярҙам сараһын йәш белгестәр — балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары Әлфиә Вәлитова һәм Руслан Куприянов, Дәүләт мәҙәниәт йорто режиссеры Рузил Шәмсетдинов алды. Улар барыһы ла 500 мең һум аҡсаны торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға тотонған. 

Район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Элиза Ҡунафина: — Оҙаҡ йылдар район мәҙәниәтендә эшләгән кеше булараҡ республика етәкселегенең мәҙәниәткә иғтибарын тойоу бик шатлыҡлы. Хәҙер йәштәр мәҙәниәт өлкәһендә эшләргә атлығып тормай, бигерәк тә ауыл ерендә. Шуға бындай ярҙам төрө, программалар уларҙы дәртләндереүсе саралар булараҡ урынлы. Беҙҙең районда талантлы йәштәр күп, тыуған ерҙәрендә ҡалһын, эшләһен өсөн уларға иғтибар кәрәк. Грант алған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре быға лайыҡ тип иҫәпләйем. Аҡса бит былай ғына бирелмәй, бөтә республика мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре араһындағы ҙур конкурста ҡатнашып, үҙеңде иң-иңе итеп танытырға кәрәк. Субсидия алыуға өлгәшкән райондаштарым өсөн ҡыуанам. Мәҙәниәттә эшләү еңелдән түгел, көн һәм төн, ял һәм байрам көндәре менән һанашмайынса эшләргә түҙемле булыу һәм, әлбиттә, һөнәреңде яратыу мөһим. Шуға мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә тағы ла күберәк ярҙам саралары булыр тип өмөтләнәм.

— Ауылға эшкә ҡайтҡаныма һис үкенмәйем. Асҡар балалар сәнғәт мәктәбендә бәләкәйҙән шөғөлләнгәс, барыһы ла яҡшы таныш, яҡын. Мәктәп коллективы менән тиҙ арала уртаҡ тел таптым. Директор Гүзәл Нияҙғолованың һәр  башланғысымды хуплап тороуы ҡолас йәйеп эшләргә ынтылыш бирә. Балаларҙы яратам, улар менән дәрестә ваҡыт үткәне лә һиҙелмәй, — ти педагог-рәссам Әлфиә Дамир ҡыҙы. — Ауылға эшкә ҡайтҡан мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ярҙам йөҙөнән булдырылған программала ҡатнашып, 500 мең һум алыуым бик ҡыуаныслы булды. Мәҙәниәт өлкәһендә эш башлаусы йәштәргә шундай ярҙам сараһын булдырған республика етәкселегенә рәхмәт. Хәҙер башкөллө уҡыусыларымды үҙ ҡулдары менән матурлыҡ тыуҙырырға өйрәтәм, яңы алымдар, материалдар бик күп, рәхәтләнеп ижад итергә мөмкин. Тағы бер хыялым — Көнсығыш-2 биҫтәһендә төҙөлгән мәктәптә биҙәү-ҡулланма сәнғәте буйынса класс асыу.
Динара САФИУЛЛИНА.

Читайте нас: