Бөтә яңылыҡтар
10
Мәҙәниәт
2 Декабрь 2024, 09:20

Клубтар ижади миҙгелде башлауға әҙерме?

Район “Мәҙәни-ял үҙәге” муниципаль автономиялы учреждениеһы белгестәренән торған комиссия мәҙәниәт усаҡтарының яңы ижади эш миҙгелен башлауға әҙерлеген тикшерҙе.

Район “Мәҙәни-ял үҙәге” муниципаль автономиялы учреждениеһы белгестәренән торған комиссия мәҙәниәт усаҡтарының яңы ижади эш миҙгелен башлауға әҙерлеген тикшерҙе. Мәҙәниәт бүлеге начальнигының хужалыҡ эштәре буйынса урынбаҫары Ю. С. Ҡаҙаҡбаев етәкселегендәге комиссия аҙна дауамында райондың бөтә клуб учреждениеларын һәм ауыл китапханаларын йөрөп сыҡты. “Осҡон” хәбәрсеһе комиссия менән бергә район мәҙәни-ял үҙәгенең Рауил филиалы учреждениеларында булды.

Рауилдә клуб һәм ауыл китапханаһы бер ҡыйыҡ аҫтында иҫке мәктәп бинаһында урынлашҡан. 60-сы йылдар аҙағында сафҡа ингән бинала, әлбиттә, төп проблема – һыуыҡ. Ваҡытында клуб газ менән йылытылған. Әммә ҡаҙанлыҡ бүлмәһе авария хәлендә ҡалғас, элекке етәкселәр зәңгәр яғыулыҡтан баш тартып, мәсьәләнән ҡотолоуҙа конвекторҙар ҡуйыуҙы иң еңел юл тип  хәл иткән. Бөгөн биш электр йылытҡысының өсәүһе генә эшләй. “Клубты йылытып алып булмай. Берҙән, йылытыу системаһы насар эшләй, икенсенән, нигеҙ ныҡ түгел, һыуыҡ иҙәндән бәрә. Ауыл халҡы клубҡа ихлас йөрөй, ләкин ҡышҡыһын бында ярты сәғәттән дә оҙағыраҡ түҙеп ултырып булмай”, – ти мәҙәни саралар ойоштороусы Миңлегөл Вәлиева.
Ауыл халҡы китапханаға ла юлды һыуытмай, актив уҡыусылар байтаҡ. Фонд бай – 4200 дана китап иҫәпләнә, хатта уларҙы ҡуйырға стеллаждар етешмәй, ти китапханасы Фәрүәз Шаһимәрҙәнова. “Осҡон”, “Киске Өфө”, “Аманат”, “Бәрәкәт”, “Әс-сәләм” кеүек ваҡытлы матбуғат баҫмаларын алды- ралар, гәзит-журналдар уҡыр өсөн дә китапханаға йөрөүселәр бар.
Йәй буйы яуған ямғырҙарҙан һуң Исҡужа клубы һыу, батҡаҡ ҡамауында ҡалған. Эрзинкә итекһеҙ мәҙәниәт усағына яҡын барырлыҡ түгел. Әммә таш түгел, асфальт түшәһәң дә бындағы халыҡты клубҡа ылыҡтырырмын тимә. Ауылда башлыса ололар ғына ҡалған, улар бер ҡайҙа ла йөрөмәй. Уның ҡарауы, клуб бар, эстән хатта ҡотло ғына. Евротәҙрәләр, тимер ишек ҡуйылған, мейес ап-аҡ итеп аҡланған, мәҙәни саралар ойоштороусының ире утын килтергән, плафондар барыһы ла яна, түбәнән һыу аҡҡан урындар юҡ. Күҙгә эленгән берҙән-бер етешһеҙлек – запас сығыу ишеген алыштырыр кәрәк. Клуб етәксеһе утынлыҡ эшләргә төҙөлөш материалдары алып биреүҙә ярҙам һораны. Тик халыҡ йөрөмәгән клубты артабан ҡарау, хеҙмәткәр штатын тотоу район мәҙәниәтенә артыҡ йөк кенә түгелме икән ни?!
Тәпәндә иһә, киреһенсә, клубҡа ихтыяж ҙур. Халыҡ сараларға ихлас йөрөй, ти клуб хеҙмәткәре Әлфинә Дауытова. Ләкин элекке магазин бинаһы клуб өсөн бик үк ҡулай түгел. Түшәмде тотоп торған урталағы бетон колонна ярты сәхнәне ышыҡлай. Тимер буржуйка мейесенең йылыһы эргәһенән китмәүе лә билдәле. Таш иҙән ҡышҡыһын ғына түгел, йәйгеһен дә һыуыҡ. Өҫтәүенә, быйылғы ямғырҙар ҡыйыҡтан эскә аҡҡан. Был мәсьәләләр барыһы ла район етәкселегенә билдәле. Унан сығыу юлы тип клубты мәктәпкә күсереүҙә күрәләр.  Ҡыуаныслы хәл түгел, ләкин Тәпәндә башланғыс мәктәп ябылыу алдында тора. Уны буш торғоҙоп юҡҡа сығарғансы халыҡҡа хеҙмәт итһен тигән ҡарашта етәкселәр. Әйткәндәй, мәктәп бинаһы газ менән йылытыла, һыу үткән, бәҙрәф тә эстә.
Дәүләтша клубы бынан алты йыл элек шулай уҡ ауылда мәктәптең ябы-лыуы сәбәпле “өйлө” булған. Капиталь ремонттан һуң бер нисә йыл үтеүгә ҡарамаҫтан, бина һәм йыһаздар яҡшы торошта һаҡланған, бөтә ер ялтырап тора, клуб етәксеһе яғынан хужаларса ҡараш, һаҡсыл мөнәсәбәт булыуы күҙгә ташлана. Мәҙәни сараларҙы ойоштороусы Гөлдәр Баһаува әйтеүенсә, дәүләтшалар клубҡа әүҙем йөрөй, ир-егеттәр бильярд, өҫтәл теннисы уйнарға ла йыйыла икән. Күптәр өсөн хыял булған бындай йылы, яҡты, зауыҡлы клубта, һүҙҙең ысын мәғәнә- һендә, йырлап ҡына эшләргә ҡала. Комиссия мәҙәниәт усағының эшендә бер ниндәй ҙә етешһеҙлек асыҡламаны: документацияларҙа тәртип, биҙәлеш, янғын хәүефһеҙлеге  техникаһы буйынса ла барыһы ла тейешенсә.
Ишҡол мәҙәниәт йортонда мөдир Ф. В. Ҡаһарманов етәкселеге аҫтында дүрт хеҙмәткәр – методист Ғәлимә Сафиуллина, художество етәкселәре Эльвира Кәримова, Айгөл Ишбулатова һәм мәҙәни сараларҙы ойоштороусы Нуриҙә Ниғмәтуллина эшләй. Ошонда уҡ икенсе ҡатта ауыл китапханаһы урынлашҡан, китапханасы булып оҙаҡ йылдар Руфина Ирғәлина хеҙмәт итә. Ҙур бинаның проблемалары ла ҙурыраҡ. 80-се йылдар аҙағында сафҡа ингән мәҙәниәт усағының түшәменән һыу аға. Ю. С. Ҡаҙаҡбаев ҡыйыҡҡа менеп мәсьәләнең сәбәп- тәрен асыҡларға, яҡын арала йүнәтергә вәғәҙәләне. Үҙәк мәҙәниәт учреждениелары интернетҡа тоташҡан булырға тейеш. Ә бында хеҙмәткәрҙәр ауыл биләмәһе хакимиәтенең Wi-Fi-ы менән эшләй. Был да хәл ителәсәк. Быйыл АГВ-ны ҡулланыу мөҙҙәте үтә, уны яңыға алмаштырыу зарур. Элек мәҙәниәт йортонда эстә һыу булған. Һыу үткәргестәр сереп бөткәс, уны өҙгәндәр. Был һорау икенсе йылға ҡала тине Юлай Сафа улы. Комиссия тамаша залын, хеҙмәткәрҙәрҙең эш кабинеттарын ҡараны. Зал 210 урынға иҫәпләнгән, 140 ултырғыс бар, уларҙың да яртыһын бынан алдағы етәксе Магнитогорскиҙан ҡайҙандыр “списать” ителгәнде алып ҡайтҡан. Сәхнә шаршауҙарын былтыр үҙ иҫәптәренә яңыртҡандар, яҡтылыҡ буйынса мәсьәлә юҡ – прожектор, лампалар барыһы ла яна, Фәнис Васил улы электриканы үҙе  йүнәткән. 
 Ауыл китапханаһының фонды бай, уҡыу залы зауыҡ менән зоналарға бүленгән. Компьютер, проектор, принтер кеүек заман техникалары ла бар. Уларҙы Руфина Шакирйән ҡыҙы грант конкурсында еңеп алған. “Әле тағы ла бер проект яҙыу менән мәшғүлмен”, – тине ул пландары менән уртаҡлашып. Ғөмүмән, бында эшен мөкиббән яратҡан китапханасы эшләй. Ямғыр түшәмдән үткәс, йәй буйы китаптарын полиэтилен менән ябып һыуланыуҙан һаҡлаған. Шуға күрә ошо проблеманы тиҙерәк хәл итеүҙе һәм мөмкин булһа, линолеумды яңыртыуҙа ярҙам һораны.
Эш һуңында комиссия ағзалары Рауил мәҙәни-ял үҙәге филиалы хеҙмәткәрҙәре алдында дөйөм йомғаҡ менән сығыш яһаны, ҙур булмаған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә кәңәш ителде. Дөйөм алғанда комиссия филиал хеҙмәткәрҙәренең эшенә ҙур ҡәнәғәтлек белдерҙе, коллективтың берҙәм, тәжрибәле булыуын билдәләне.
– Районда йәмғеһе 73 клуб учреждениеһы иҫәпләнә, уларҙың барыһында ла булып, комиссия үҙенең эшен һеҙҙең филиалда йомғаҡланы. Барыһы ла сағыштырыуҙа күренә. Башта Амангилде филиалына ҡараған клубтар ныҡ шәп тәьҫораттар ҡалдырғайны, Байым биләмәһенә барғас, унда эштең тағы ла яҡшыраҡ ойошторолоуына инандыҡ. Коллективтың эше етәксенән тора. Егәрле, талапсан мөдирҙәр етәкләгән филиалдарҙа эш алға бара. Һеҙҙә лә шулай. Яңы ижади эш миҙгеле уңышлы булһын. Беҙ иһә, үҙ сиратыбыҙҙа, проблемаларҙы хәл итәсәкбеҙ, – тине Ю. С. Ҡаҙаҡбаев.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас: