Ҡабатланмаҫ моңо менән тамашасыларын әсир иткән талантлы йәш йырсы, Хәмит ауылы егете Вилдан Зәйнишев район мәҙәниәт һарайында үҙенең концертын ҡуйҙы. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле кешеләр хаҡында хәстәрлек күреү йылына бағышланған сараны район инвалидтар ойошмаһы менән мәҙәниәт бүлеге берлектә ойошторҙо.
Йыр-моңға маһирҙар нәҫеленән Вилдан. Хәмит ауылынан дәртле, дарманлы Зәйнишевтар хаҡында белмәгән кеше юҡтыр. Егеттең атаһы Хәйҙәр Хәкимйән улы ла матур йырлай, баянда-ҡурайҙа оҫта уйнай. Тәүге улы донъяға килгәс, Фидан тип исем ҡушҡан һәм малайын билдәле йырсы булыр тип өмөттәр бағлаған. Тик Фидандың сәхнәгә ынтылышы булмай, ә икенсе улы киреһенсә ҡойоп ҡуйған әртис булып үҫә. Бәләкәй сағынан уҡ ауыл клубында үткән концерттарҙа моңло тауышы менән һоҡландырған шуҡ Вилдандың сығыштарын көтөп алалар, һәр сарала йырлаталар. Алты йәшлек малайҙың «Мин әсәйемде төшөмдә күрҙем» йырын иһә бер кем дә күҙ йәштәрһеҙ тыңлай алмай. Уның был сығышы видеотаҫмала һаҡланып ҡалған. Ҡап-ҡара күҙле, һөймәлекле Вилдан һис шикһеҙ йырсы буласаҡ тип юрай күптәр. Ата-әсәһе улдарының һәләтен үҫтереү өсөн ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй, алыҫ, юлһыҙ төпкөлдән бер ҙә ҡыйынһынмай әллә ҡайҙағы район үҙәгенә музыка мәктәбенә алып йөрөй. Бишенсе кластан уҡытыусыһы Ринат Ҡорманаевтың вокал дәрестәрен алған Вилдан профессиональ йырсы булыу һәм киләсәктә үҙен ҙур сәхнәлә күреү хыялы менән яна. Танылған йырсы Вәхит Хызыровтың призына үткәрелгән район конкурсында «Әсәй, мине таңда уят әле» йыры менән беренсе урын яулаған 11 йәшлек малайҙың ҡыуанысының сиге булмай. Ҡанатланып йөрөгән сағында яҙмыштың ҡаты һынауы Вилдандың яҡты уй-теләктәрен селпәрәмә килтерә. 6-сы класта уҡыған сағында башына ашығыс операция талап ителә. Һәм ҡатмарлы операциянан ул һуҡыр булып ҡала.
Күңеле тулы моң Вилдан үҙ-үҙенә бикләнеп ҡалмай, сәхнәлә сығыш яһауын дауам итә. Ул район буйынса ғына түгел, республика йыр конкурстарында һәм фестивалдәрендә ҡатнашып, әллә күпме еңеүҙәр яулағаны бар. Йәш йырсы сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле балалар араһында уҙған «Таланттар йондоҙлоғо» республика конкурсында Гран-приға лайыҡ булыуын иң ҙур ҡаҙанышы тип һанай. Шулай уҡ Абдулла Солтанов призына башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың асыҡ республика конкурсында беренсе дәрәжә лауреат булыуы, Ғәли Хәмзин исемендәге йыр конкурсында беренсе урын яулауы талантлы егеттең мәртәбәле ижади бәйгеләрҙә лайыҡлы сығыш яһауы хаҡында һөйләй.
Уҙған йыл да Вилдан Зәйнишев өсөн ижади еңеүҙәргә бай булған: «Яҙғы һандуғас» асыҡ башҡорт йыры фестиваленең беренсе дәрәжә дипломы менән бүләкләнгән, «Оҙон көй» һәм «Ирәндек моңдары» төбәк-ара башҡорт йыры конкурстарында Вилдан өсөнсө, «Филантроп» халыҡ-ара премияһының төбәк һайлап алыу этабында беренсе урынды яулаған. Халыҡ йырҙарын айырыуса ҙур оҫталыҡ менән башҡарған Вилдан Зәйнишев Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы менән наградланған. Ә район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов Вилданға милли кейем бүләк иткән. Вилдан был еңеү-ҡаҙаныштары өсөн иң яҡын кешеһе, әсәһенә рәхмәтле. Ҡыҙғанысҡа, атаһына улының уңыштарына һөйөнөп йәшәргә яҙмаған. Ғаилә башлығын юғалтҡандан һуң улына терәк-таяныс булыу Миләүшә Зәйнетдин ҡыҙының иңенә төшә. Һәр саҡ улы менән бергә, Вилданды йыуатыусы ла, ҡанатландырыусы ла, бөтә конкурстарҙа янында йөрөүсе, төп ярҙамсы-кәңәшсеһе лә әсәһе.
Һәүәҫкәр йырсы тәүге ҙур концертын башҡорт йыр сәнғәтенең иң аҫыл өлгөләре булған «Уралым» йыры менән асты. Тыуып-үҫкән ғәзиз йәнтөйәкте данлаған, тәбиғәте матурлығына, байлығына һоҡланған йырҙан һуң «Сибай», «Ерән ҡашҡа», «Буранбай», «Абдрахман»ды яңғыратты. Бер тында биш халыҡ йырын башҡарып, күңеле тулы моң булыуын күрһәтте таланты сикһеҙ Вилдан.
Концертта район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Вадим Ғафаров йәш йырсыға яңы үрҙәр теләп, Вилдан Зәйнишевты Рәхмәт хаты менән бүләкләне.
— Һин үҫеп килгән Абдулла Солтанов, шундай яҡташыбыҙ булыуына ғорурланам, — тине район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Фәнил Әсәҙуллин Рәхмәт хатын тапшырып. — Вилданды ҡайҙа ғына саҡырмайҙар, бөтә тарафтарҙа уны беләләр, йырҙарына хайран ҡалалар. Йырҙарың менән ҡыуандыр, йондоҙ булып балҡы!
Район инвалидтар йәмғиәте рәйесе Нәсимә Әҡсәнова Вилдандың төбәк, республика йыр конкурстарында гел беренсе урын яулауын, ойошманың бер сараһынан да ситтә ҡалмауын әйтте.
— Вилданды ун йылдан ашыу беләм, тормошто яратыуына, изге күңелле булыуына, сикһеҙ талантына һоҡланам. Улының һәләтен үҫтергән ата-әсәһенә рәхмәт, — тине Нәсимә Вәйес ҡыҙы һәм бүләктәр менән бергә район ойошма-учреждениелары коллективтары йыйған аҡсалата ярҙамды тапшырҙы.
Ауылдаштары, туғандары Вилданды тәүге концерты менән ихлас ҡотланы, изге теләктәр юлланы.
Йырсының үҙенең остазы Ринат Ҡорманаев менән бергә сығыш яһауы, бала саҡ дуҫы Ҡәҙриә Шаһыбалова менән «Заһир һәм Ғәлиә» йырын башҡарыуы (һүрәттә) тамашаның матур өлөшө булды. Вилдандың оҙон көйҙәрҙе лә, заманса йырҙарҙы ла тамашасы күңеленә үткәрерлек итеп йырлауына шаһит булдыҡ.
Концерт һуңында Вилдан Хәйҙәр улы әсәһе Миләүшә Зәйнетдин ҡыҙына йыр бағышлап, гөлләмә тапшырҙы. Уҡытыусыһы Ринат Булат улына уның менән бушлай шөғөлләнгәне, яңы үрҙәргә әйҙәгәне өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Шулай уҡ зал тултырып килгән тамашасыларға сикһеҙ рәхмәттәрен әйтте.
«Моңға сорналып» тип аталған музыкаль тамаша ысынлап та һәр кемде моңға сорнаны, күңелен арбаны. Халыҡ йырҙарын да, заман хиттарын да берҙәй оҫталыҡ менән башҡарған Вилдандың йөрәге тулы моң, сәнғәт донъяһына, йәшәүгә һөйөүе сикһеҙ булыуына инандыҡ. Районыбыҙҙың талантлы йырсыһын тәүге шәхси концерты айҡанлы ҡотлап, артабан да моңдары менән ҡыуандырыуын теләп ҡалабыҙ.
Динара САФИУЛЛИНА.