Бөтә яңылыҡтар
10
Мәҙәниәт
4 Декабрь 2024, 13:45

Татыу ғаилә — ил күрке

Үҙәк район китапханаһында Ғаилә йылына арналған «Ғаилә менән көслөбөҙ» тип аталған шиғыр конкурсы уҙҙы.

Китапхананың уҡыу залына райондағы иң шәп шиғыр һөйләүселәрҙе йыйҙы был бәйге. Әсәле-ҡыҙлы, өләсәй менән ейән-ейәнсәрҙәр,  тотош ғаилә менән сығыш яһаусылар ҙа булды шиғыр конкурсында. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: бәйгелә атайҙарҙың да ҙур теләк менән ҡатнашыуы оҡшаны. 

Береһенән-береһе сағыу сығыштар әҙерләгән конкурсанттарҙы абруйлы жюри ағзалары — Таһир Кусимов исемендәге гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Шәрәфетдинова, тыуған яҡты өйрәнеү музейы етәксеһе Шәүрә Әхмәтҡужина, район мәҙәниәт йорто методисы Фәриҙә Уйылданова баһаланы. 
Ялҡынлы сығыштарҙы ҡарағандан һуң, жюри ағзалары ошондай һөҙөмтәләр сығарҙы. Беренсе урынға Ташбулат ауылынан Хәмдиә Фәйезова, Сәлимә һәм Ғәзимә Вәлитовалар (һүрәттә) лайыҡ булды. Шулай уҡ Ҡырҙас ауылынан Мәүҙиға Баймөхәмәтова ейәнсәре Амира менән беренсе урында билдәләнде. Икенсе урында Рауил ауылынан Илфир һәм Раушания Вәлиевтарҙың ғаиләһе еңеүсе тип табылды, улар ҡыҙҙары Сәлиә, Сафия һәм улдары Арслан менән бергә шиғыр һөйләне. Әбделмәмбәттән Нәзирә Дауытова ҡыҙҙары Нурия, Гөлнур менән шулай уҡ икенсе урынды алды. Тупаҡ ауылынан Таңсулпан Мәғәфүрова менән Анелия Сәхәүова, Тал Ҡусҡары ауылынан Гөлниса менән Гөлфиә Ниғмәтуллиналар өсөнсө урынға лайыҡ булды. 
Ҡалған ғаиләләрҙе төрлө номинацияларҙа билдәләнеләр. Әбдрәш ауылы-нан Айгөл һәм Радмир Ишәевтарҙың ғаиләһе (балалары Илназ, Солтан, Ирназар, Дарина һәм өләсәләре Миңзәлә Ласынова) «Милли йолаларҙы һаҡлағаны өсөн», Хәмиттән Илһөйәр һәм Нурһылыу Абдуллиналар «Милли йолаларға, ғөрөф-ғәҙәттәргә тоғро ҡалғаны өсөн» номинацияларында билдәләнде. Дәүләт ауылы-нан килгән Ишбулдиндарҙың сығышы театрлаштырылған тамаша булды. Дилә һәм Илдар Ишбулдиндар, Фәнүзә, Дилбәр, Нурия Лоҡмановаларҙың сығышына жюри ағзалары «Ижади ғаилә» номинацияһын тапшырҙы. Гусевтан Артур һәм Йүзилә Солтановтар улдары Аяз менән «Иң дуҫ ғаилә» номинацияһында билдәләнде. Буранғол ауылынан Миңзәлә Хәйруллина ейәне Айбулат Хәсәнов менән «Халҡым теле — хаҡлыҡ теле» номинацияһына лайыҡ булды. Һамар ауылынан килгән Нәзирә һәм Мәрйәм Ғәбитовалар «Һәләтле ғаилә» номина-цияһында еңеүсе тип табылдылар. 
Шиғыр конкурсында күберәк ғаилә мөнәсәбәттәрен яҡтыртҡан, әсәй менән балалар араһындағы тойғоларҙы сағылдырған, ата-олатайҙарҙың васыяттары, кәңәштәре яҙылған шиғырҙар яңғы- раны. Шулай уҡ бөгөнгө көндә актуаль темаларға: махсус хәрби операцияға, тел, ил, ер яҙмышына бәйле шиғырҙарҙы һөйләне конкурсанттар. 
Бәйгенең бағымсылары булып «Акварель», «Техномир», «Дресс Код», шулай уҡ «Хәләл» магазиндары, эшҡыуар Гөлсирә Зарипова, «Йондоҙ» гәзите сығыш яһаны. Ҡатнашыусыларға маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлеккә китаптар һәм сауҙа нөктәләренән сертификаттар тапшырылды. 
Г. ТИМЕРЙӘНОВА.

Читайте нас: