Мәҙәниәт
5 Декабрь 2024, 03:40

Башҡортостанда 60 тан ашыу брендлы мәҙәни сара уҙғарылған

2022 йылдан Башҡортостандың барлыҡ муниципалитеттарында йыл һайын брендлы мәҙәни саралар үткәрелә.  #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Башҡортостанда 60 тан ашыу брендлы мәҙәни сара уҙғарылғанБашҡортостанда 60 тан ашыу брендлы мәҙәни сара уҙғарылған
Башҡортостанда 60 тан ашыу брендлы мәҙәни сара уҙғарылған

2024 йылда ошондай 63 сара үткән. Һәр сара ул, тәү сиратта, республикабыҙҙа йәшәгән халыҡтарҙың теге йәки был йолаларын һаҡлау буйынса маҡсатлы эше булып тора. Мәҫәлән, Салауат районында халыҡ батыры Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыуға арналған «Салауат йыйыны»,  Республика фольклор фестивале ошо йылдың төп ваҡиғаһы булды. Күләмле постановка 700-гә яҡын ҡатнашыусыны һәм 10 меңдән ашыу ҡунаҡты йыйған. Был сара Волга буйы федераль округының ваҡиғалар туризмы өлкәһендәге Russian Event Awards халыҡ-ара премияһының округ этабында беренсе урынды яулаған. Стәрлетамаҡта уҙған «Сауҙагәр 2.0» һәм Баймаҡ районында «Башҡорт аты» фестивалдәре лә мөһим мәҙәни ваҡиғалар иҫәбенә ингән. Башҡа билдәле ваҡиғалар араһында  Нефтекамала «Дуҫлыҡ моңо» халыҡ-ара башҡорт һәм татар йыры фестивале һәм Туймазыла «Оҙон көй» башҡорт йырын башҡарыусылар конкурсы тора.

Автор:
Читайте нас