БР Мәҙәниәт министрлығы республика халыҡ ижады үҙәге менән берлектә ойошторған конкурс “күп функциялы” йәки “моделле” статустарына эйә булмаған ябай мәҙәниәт усаҡтары араһында уҙғарыла. Ул клуб тибындағы мәҙәниәт учреждениеларының эшмәкәрләгенә дәрт өҫтәп ебәреүҙе, халыҡты мәҙәни хеҙмәтләндереү сифатын камиллаштырыуҙы, ижади ҡаҙаныштарҙы баһалауҙы, мәҙәни-ял өлкәһендәге башланғыстарға булышлыҡ итеүҙе, хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри абруйын күтәреүҙе һәм мәҙәниәт учреждениеларының ыңғай йөҙөн формалаштырыуҙы маҡсат итә.
Р. Ф. Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:
“Беҙҙең бурыс – телде, мәҙәниәтте, йолаларҙы һәм Башҡортостан сәнғәтен һаҡлау”
Конкурс положениеһына ярашлы, 2024 йылда “ХХI быуат клубы” исеме өсөн ижади ярышта Учалы, Белорет, Әбйәлил, Бөрйән, Баймаҡ, Йылайыр, Ейәнсура, Хәйбулла, Күгәрсен, Көйөргәҙе һәм Мәләүез райондары мәҙәниәт усаҡтары көс һынашты. Беҙҙең район намыҫын аҡлау бурысы Таштимер мәҙәни-ял үҙәге (ул “Иң яҡшы мәҙәниәт йорто” номинацияһында ҡатнашты) һәм Ҡушый клубы өлөшөнә төштө һәм һуңғыһы “Иң яҡшы ауыл клубы” номиницияһында еңеү яуланы.
Фольклор байрамын сәхнәләштеүгә ҡайтып ҡалған конкурс эшенә клуб мөдире Фәнүзә Дәүләтова “Һырға туйы” йолаһын һайлай.
– Ниндәй ҙә булһа тапалмаған, ят йоланы сәхнәгә сығарғым килде. Бығаса ишетеп кенә белгән “Һырға туйы”н йәки “Орсоҡ өмәһе”н ҡуйырға уйланым. Ғаилә йылында “Һырға туйы”на өҫтөнлөк бирергә ҡарар иттем. Был йола буйынса мәғлүмәттәр эҙләп “Башҡорт халыҡ ижады” томдарын аҡтарҙым, ерле материал туплау маҡсатында ололарҙан һораштым, районыбыҙҙың сәсәниәләре Гөлнур Мамлеева, Вәсилә Садиҡова, Хәнифә Әбүбәкерова апайҙарға мөрәжәғәт иттем. Сәсәниәләрҙең ярҙамы тейҙе: Вәсилә апайҙың әсәһе лә, апайы ла һырға туйында йәрәшкән егеттәренә кейәүгә сыҡҡан булып сыҡты! Хәнифә апай сценарийыма ярашлы ҡыҙ һәм егет яҡтарына таҡмаҡтар сығарып бирҙе, Гөлнур апай боронғо балалар уйындарын өйрәтте. Быларҙың барыһын да сәхнәләштереүҙә ҡулландым, – ти Ҡушый клубы мөдире Ф. Ғ. Дәүләтова.
Ә йола бына нимә тураһында. Борон башҡорттарҙа дуҫ йәки ҡатнашып йәшәгән ғаиләләрҙә ҡыҙ һәм малай тыуһа, ата-әсәләре үҫкәс уларҙы өйләндерергә тип килешкән. Башта, сабыйҙар бишектә ятҡан саҡта, ҡолаҡ тешләтеү йолаһы үтәлгән. Ә инде егет һыбай менерлек, ә ҡыҙ көйәнтә менән һыуға барырлыҡ булғас, һырға туйы үткәргәндәр. Был туйға ир баланың ата-әсәләре бүләккә һырға, шәл алып килә. Ҡымыҙға тәңкә һалып эсеү йолаһы үтәлә, ҡыҙ бала һауыт төбөндәге тәңкәне ҡулына алһа, тимәк, ул риза тигәнде аңлата. Унан инде ҡыҙға алҡа тағыу йолаһы башҡарыла, үҫмерҙәргә теләктәр әйтелә.
Республика халыҡ ижады үҙәгенән килгән жюриҙы тулы әҙерлектә ҡаршы ала ҡушыйҙар. Фойелағы күргәҙмәне һәм сәхнәне ауыл ағинәйе Зәйтүнә Көмөшбаеваның ҡул эштәре биҙәй. Ҡушый башланғыс һәм Дәүләт урта мәктәптәренең уҡыусылары уйындар өлөшөндә ҡатнаша. Һырға туйында йәрәшеүсе балалар ролендә Айгүзәл Бикмашева һәм Юлай Рәхмәтуллин уйнай. Мансур Килдейәров һәм Гәүһәр Сөләймәнова – малайҙың, Вил Йәнйегетов һәм Зарифа Мираҫбаева ҡыҙҙың ата-әсәһе була. Сәхнәләштереүҙә шулай уҡ ауылдың оло апайҙары Клара Мәсәлимова, Сафура Шәрәфетдинова, Хәснә Әхмәтғәниева, Римма Ишбирҙина, Зәйтүнә Сафина, “Тамъян ҡыҙҙары” бейеү һәм “Йондоҙ” вокал ансамблдәре әртистәре ҡатнаша. Эльмира Ибраһимова оҙон көй башҡарып, бөтәһен дә әсир итә.
Ғөмүмән, йола сәхнәгә урын-еренә еткереп уйлап ҡуйыла. Һәүәҫкәр әртистәр оҫта уйнай. Ә зал тамашасылар менән шығырым тулы була. Жюри бер етешһеҙлек тә тапмай, клубтың эшмәкәрлеген, мәҙәни ойоштороусы Фәнүзә Ғалип ҡыҙының халыҡ менән тығыҙ эш алып барыуын, тамашаның буш залға күрһәтелмәүен юғары баһалап китә. Ҡыуаныслы һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәй – Ҡушый клубы 11 район араһында еңеүгә өлгәшә. Афарин!
А. М. Әхтәмова, “Район мәҙәни-ял үҙәге” методүҙәк етәксеһе:
– Райондағы 73 клуб учреждениеһы араһынан мәртәбәле конкурста ҡатнашыу бушҡа ғына Ҡушый клубына йөкмәтелмәне. Уйлап ҡараһаң, беҙҙә унан яңыраҡ, яҡшыраҡ тороштағы матур клубтар бар. Әммә Ҡушыйҙа эш гөрләй, мәҙәни ойоштороусы Фәнүзә Дәүләтова эше өсөн янып тора һәм халыҡты ла сараларға йәлеп итә белә. “ХХI быуат клубы” конкурсында баһаланыусы төп критерийҙар нәҡ ошо юҫыҡҡа йүнәлтелгән. Шуға күрә Ҡушый клубының республикала еңеүсе буласағына ышанысыбыҙ ҙур, ерле ине. Конкурста еңгән өсөн аҡсалата бүләк ҡаралған. Ул саралар клубтың матди-техник базаһын яҡшыртыуға тотоноласаҡ.