Китапхана хеҙмәткәрҙәре Лилиә Дәүләткирәйева һәм Алһыу Хоҙайбиргәнова район тарихы менән таныштырыуҙан башланы. Район ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы етәксеһе Элиза Ҡунафина үткән йылда эшләнгән ҙур эштәрҙе һанап китте, улар араһында иң мөһиме гуманитар ярҙам әҙерләү. Шулай уҡ, милли кейемдәр тегеүгә, биҙәүестәр эшләргә өйрәнеүгә һәм пропагандалауға ҙур өлөш индергән оҫтабикәләр. Блиндаж май шәмдәре, маскировкалау селтәрҙәре үреү, ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләп, ҡорот, талҡан һәм башҡа милли ризыҡтар әҙерләп тә яугирҙәргә ебәрелде. Ҡул эштәре бик күп Рәсәй күргәҙмәләрендә ҡатнашҡан, популярлыҡ яулаған.
Танылған оҫтабикәләр тәжрибәләре менән уртаҡлаштылар. Фәриҙә Сәлимйәнова инициативаһы менән үткән йылда “Ҡорама” йыйылышы үткәрелгәйне, унда Баймаҡ оҫтабикәләре, райондаштар ҡатнашҡайны. Хәҙер оҫтабикәләр дөйөм чат төҙөп, унда тәжрибәләре, кәңәштәре менән тығыҙ бәйләнеш булдырған. Тәжрибә алышыу өсөн уңайлы чат аша яңы оҫтабикәләрҙе асыҡлағандар.
Билдәле оҫтабикә Файза Мирхәйҙәрова тартҡы оҫталыҡ дәресенең төп ойоштороусыһы. Был эште баштан аҙағына тиклем матур итеп алып барҙы ул. Файза Ҡотдос ҡыҙы тартҡыны әсәһенең ҡомартҡыһынан ҡарап өйрәтте. Әсәһе Һибәтова Рәсимә Ғизитдин ҡыҙы эшләгән тартҡы район музейында һаҡлана, уның өлгөһөндә район ҡыҙҙары ғына түгел, бөтә Башҡортостандың оҫтабикәләре сикте. Ошоға тиклем алтын ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар бөтәһе 34 тартҡы әҙерләнгәндәр. Оҫтабикә тартҡы эшләгәндәргә үҙенең бүләктәрен тапшырҙы. Файза Мирхәйҙәрова боронғо баш кейеме тегеү буйынса тәжрибәһе менән дә уртаҡлашты.
Күсем ауылы ҡыҙы Зөләйха Рыҫҡолова элек Хәлил ауылында математика фәнен уҡытҡан. Өфөгә күсеп, Зөләйха Иһәш ҡыҙы башҡалабыҙҙа 112-се кавалерия дивизияһы музейында ғилми хеҙмәткәр булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Зөләйха Рыҫҡолова, "Тамға", "Таҡыя" конкурстарында, башҡорт милли кейемен тегеү буйынса Халыҡ-ара марафондарҙа ҡатнашыусы. Ул тамбурлы сигеүле күлдәктәр, алъяпҡыстар, ашъяулыҡтар, тартҡылар алып килгән. Элиза Ҡунафина бер төркөм әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарға маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. Зөләйха Рыҫҡолова Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы район башҡарма комитетының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Йәш ваҡыттан юллама буйынса Екатеринбург ҡалаһына ебәрелеп, шунда математика уҡытыусыһы булып эшләгән, хәҙер хаҡлы ялдағы райондашыбыҙ Ҡолоҡас ауылы ҡыҙы Гәүзәрә Мөхәмәтйәрова туҡыма төрҙәре менән таныштырҙы. Хәҙерге туҡымаларҙы совет осоро туҡымаларынан айырырға өйрәтте, өлгөләрҙә ирҙәр күлдәге, иштан, ҡатын-ҡыҙ күлдәктәре, елән тегеүенең серҙәрен систе. Милли кейем теккәндә ниндәй туҡыма ҡулланырға кәрәклеген ентекләп һөйләне. Уның ижады менән күптәр ҡыҙыҡһынды. Шулай уҡ оҫтабикә сарыҡ менән ҡатаны күрһәтте, был беҙҙең ата-бабаларыбыҙ кейгән аяҡ кейеме.
Сәғиҙә Йәнбирҙина буфалы диван мендәрҙәре тегеү буйынса тәжрибәһе менән бүлеште. Бындай аралашыуҙан оҫтабикәләр тәжрибә туплап, дәрт алып ҡайталар. Милли мәҙәниәтте үҫтереүгә бөтә күңелен һалған оҫтабикәләр оло ихтирамға лайыҡ.