Бөтә яңылыҡтар
10
Мәҙәниәт
23 Ғинуар , 09:17

«Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы буйынса 150 белгес түләүҙәр алған

Башҡортостанда «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы эшләгән дүрт йылда 150 белгес бер тапҡыр бирелә торған дәртләндереү түләүҙәре алған.  #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

«Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы буйынса 150 белгес түләүҙәр алған
«Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы буйынса 150 белгес түләүҙәр алған

        Уның буйынса тәүге ике йылда белгестәр 500 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү алаһа,2023йылдан сумма 1 миллион һумға тиклем артҡан.Алынғанаҡсаныторлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йәки шәхси транспорт һатып алыуға йүнәлтергә мөмкин.Программаталаптарынаярашлы, хеҙмәткәр ауыл мәҙәниәт учреждениеһында контрактҡа ҡул ҡуйғандан һуң кәмендә биш йыл эшләргә тейеш.2024 йылда 30 мәҙәниәт хеҙмәткәренә түләүгә сертификаттар тапшырылған.Күпселек алыусыларюғарыбелемле, ә уртаса йәше 29 йәш тәшкил итә.Улар араһындамәҙәни-ял итеү учреждениеларының 18 белгесе, балалар сәнғәт мәктәптәренең туғыҙ уҡытыусыһы, республика музейҙарының өс хеҙмәткәре бар.

     Ҡағиҙә булараҡ, ғаризаларҙы ҡарағанда комиссиятәүсиратта йәше 35 йәшкә тиклемге, профилле белемле, 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ауылда йәки бәләкәй ҡалала урынлашҡан учреждениеға эшкә урынлашыуҙы, бер һәм унан күберәк ставкала эшләүҙе иҫәпкә ала.

      Әйткәндәй, 2025 йылда мәҙәниәт учреждениеларына белгестәр йәлеп итеү буйынса яңы федераль программа старт ала. Программаның үҙенсәлеге йәш сикләүенең һәм субсидиялар тотоноу йүнәлешенең булмауы. Шул уҡ ваҡытта программала ҡатнашыусылар һайланған учреждениеларҙа кәмендә биш йыл эшләргә тейеш буласаҡ.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: